Әлфиә Хабаева сатраш уйыны менән бәләкәй сағынан ҡыҙыҡһына. Башҡа ҡыҙҙар ҡурсаҡ уйнап кинәнгән мәлдә уның ҡулынан шахмат һындары төшмәй. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Әлфиә Тимерйән ҡыҙы был шөғөлөнә әле лә тоғро. Улай ғына ла түгел, һөнәренә йәш быуынды ла ҡыҙыҡтыра.
Ул 20 йылдан ашыу ғүмерен кескәйҙәрҙе тәрбиәләүгә арнаған, педагогия училищеһын тамамлағас та 62-се балалар баҡсаһында эш башлай һәм бөгөн дә шунда. Хеҙмәттәштәре Әлфиә Тимерйән ҡыҙын профессиональ белгес булараҡ белһә, ата-әсәләр балаларын шундай изге йәнле кеше тәрбиәләгәненә ҡыуанып бөтә алмай.
Шахмат түңәрәге был баҡсала бер нисә йыл эшләп килә. Шуныһы ҡыуаныслы: кескәйҙәр бушлай сатраш уйнарға өйрәнә. Әйтергә кәрәк, уңыштар ҙа етерлек. Мәҫәлән, Нияз Нәзиров былтыр ҡалала тиҫтерҙәре араһында икенсе урынды яулаған. Ғөмүмән, шахмат күп кенә малай-ҡыҙҙарҙы ылыҡтыра икән.
– Минең бәләкәй чемпиондарым, – тип маҡтай уларҙы тәрбиәселәре. Шулай дәртләндереп торғанда нисек уйнағы килмәһен дә нисек еңеү теләге уянмаһын! Еңеү тигәндән, Әлфиә Хабаева быйыл үҙе лә чемпион булған – ҡала педагогтары араһында шахмат буйынса беренсе урынды яулаған.
Ҡаланың 62-се балалар баҡсаһында кескәйҙәрҙе рухи яҡтан үҫтереүгә, аң кимәлен арттырыуға ҙур иғтибар бирелә. Белгестәр фекеренсә, шахмат уйынына сумғанда баш мейеһенең ике яғы ла эшләй. Тимәк, бала киләсәктә теүәл фәндәр буйынса ла, ижади яҡтан да берҙәй уңышлы үҫешә ала. Бала сағында шахмат менән мауығыусылар киләсәктә йыш ҡына етәкселек вазифаһына дәғүә итә, тип тә белдерәләр. Кем белә, бәлки, был малайҙарҙан да президент сығыр.