Ҡасандыр гөрләп торған Түбәнге Һаҙ ауылының көнитмеше бар яҡлап маҡтанырлыҡ булмаһа ла, һәр йортта һәүетемсә донъя көтәләр, урамдарҙа шуҡ малайҙар йүгергеләй, бер-береһенән күркәмерәк өйҙәр күҙгә салына, йорт янындағы баҡсаларҙа халыҡ картуф ҡаҙа. Ғөмүмән, ауыл халҡы иҡтисади көрсөккә бирешмәй, шәхси ихаталарҙа тормош ҡайнай.
Бал ҡорттары кеүек үҙҙәреСит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул тигәндәй, Искәндәровтар байтаҡ ваҡыт йылы яҡтарҙа йәшәгәндән һуң тыуған ауылына ҡайтып төпләнә. Альфред менән Илнур исемле улдарына юғары белем биреү, башҡорт ҡыҙҙарын килен итеп алыу теләге лә көслө була, иң мөһиме — йылдар үткән һайын тыуған яҡ үҙенә нығыраҡ тарта.
Үзбәк ҡыҙы Нәйлә Ғәббәс ҡыҙы тормош иптәшенең теләгенә ҡаршы килмәй. Ауыл тормошо бер аҙ ятыраҡ тойолһа ла, уңған хужабикә тиҙ арала һыйыр һауырға ла, ҡош-ҡорт аҫрарға ла өйрәнеп ала. Аш-һыуға оҫталығы иһә бала саҡтан килә: телеңде йоторлоҡ итеп үзбәк былауы, төрлө тәмле торт, бәлеш бешерә, ҡоймаҡ ҡоя.
Әлбиттә, ситтән килеүселәрҙе ауыл киң ҡолас йәйеп ҡаршыламай. Тәүҙә бәләкәй генә өйҙө ҡуртымға алалар, унда бер нисә йыл йәшәргә тура килә. Туғандары ярҙамы менән буш торған йорттоң урынын һатып алып, өр-яңынан бура ултырта Фирҙәт Марат улы. Альфред улының тыуған көнөнә туғаны Ғүмәр олатай бер умарта бүләк итә һәм: “Ҡараһаң – була, ҡарамаһаң – осоп китә”, — тип кинәйәле генә мәрәкәләп ала.
— Тәүге күс ысынлап та осоп китте, икенсеһен тоттоҡ. Берәүҙән икәү булды, — тип хәтерләй ул саҡтарҙы Искәндәровтар. – Бер умартанан башланған шөғөл күңелгә ятып ҡалды. Аҡрынлап ошо шөғөлгә тотондоҡ та киттек. Әле 50-нән ашыу умартабыҙ бар, быйыл бал бигерәк мул булды. Ҡайһы береһенән өс тапҡыр бал һығып алдыҡ, — тип шатлана уңғандар.
Ауыл ерендә йәшәгәс, мал, ҡош-ҡорт менән генә сикләнергә ярамай, улар янына иш булырлыҡ башҡа шөғөлөң дә булһын, ти улар. Береһен һатып, икенсеһен ялғап эш иткәндә генә ашың да, эшең дә, аҡсаң да була, матур йәшәргә лә мөмкин. Яҙҙан алып һыуыҡ көҙгә тиклем умарталары менән булышып та, яңы йорт һалырға ла, пилорамала бүрәнә бысып, төрлө төҙөлөш материалдары һатырға әҙерләп тә, мал ҡарап та өлгөрә улар. Шуға күрә лә ауылдаштары “үҙҙәре лә бал ҡорттары кеүек тырыш һәм егәрле” тип маҡтай. Хаҡ һүҙгә ни әйтәһең инде?!
Ире тапҡанды ҡатыны эш итеп, икәүләшеп тормош дилбегәһен бергә тартҡанға күрә, уларҙың көнитмеше матур, мул һәм етеш. Нәйлә Ғәббәс ҡыҙының аҡтан етештергән ризыҡтарын барыһы ла яратып һатып ала, клиенттары хатта өйҙәренә килеп етә. Уңған ҡатындың ҡулынан бөтә аш-һыу татлы, тәмле һәм мул була. Хуш еҫле йүкә, төрлө сәскә гөлләмәләре, ҡарабойҙай балын һатып алырға теләүселәр Искәндәровтарҙың йорттарына саң ҡундырмай. Бына ошондай егәрле ғаилә йәшәй Түбәнге Һаҙ ауылында.
Эш юҡ, аҡса юҡ тип зарланмай, барыһын да үҙ ҡулдары һәм әсе тирҙәре менән булдырған Искәндәровтарға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Күптәр кеүек еңел тормош эҙләп ҡаланы һайламаған улар, киреһенсә, атай нигеҙенә тоғро ҡалып, ауылдың киләсәгенә ышаныс уятып, төпкөлдә йәшәргә ҡайтҡан. Әйткәндәй, оҙаҡ йылдар Үзбәкстанда торһалар ҙа, улдары саф башҡортса һөйләшә, хатта Альфредтары Мораҡ сәнғәт мәктәбендә уҡыусыларға ҡурай буйынса дәрес бирә. Сит ерҙәрҙә башҡорт рухын һаҡлап, улдарына башҡорт теленә, сихри ҡурай моңона һөйөү тәрбиәләй алған Фирҙәт Марат улы күптәргә өлгө булырлыҡ.
Ауыл киләсәге – биш улАуылдағы төҙөк һәм күркәм йорттарҙың күбеһе ҡаланыҡыларҙан һис тә ҡалышмай, бар уңайлыҡтар булдырылған, йылы, һыуыҡ һыуы килеп тора, бүлмәләр матур һәм заманса. Шундай йорттарҙың береһендә биш улға ғүмер биргән, ауылдың ышанысы һәм тотҡаһы фермер Юнир Искәндәров йәшәй.
Ҡатыны Нәйлә Фәйез ҡыҙы – Салауат ҡалаһынан. Ҡала ҡыҙының ауылда ҡалыуына тәүҙәрәк ауылдаштары аптырап ҡалһа, әле уңған килендең тупылдатып биш улға ғүмер биреүенә хайран ҡала. Иң оло Юлайҙары — әрме сафында, Рәүеф Башҡорт дәүләт университетында белем ала, Уралдары Мораҡ гимназияһында уҡый, Наил күрше Мәҡсүт мәктәбенә беренсегә барған, Искәндәр әлегә бәләкәс, уға ни бары йәш ярым ғына.
— Ауылдың киләсәге – минең улдарым, — тип ҡыуанысын йәшермәй ғаилә башлығы. – Киләсәктә минең ярҙамсыларым, уң ҡулым буласаҡтар. Ауылда йәшәргә теләһәң, ерҙе яратырға кәрәк. Иртә таңдан тороп ҡояш байығансы тир түккәндә генә етеш йәшәргә була. 2009 йылда крәҫтиән (фермер) хужалығы ойошторҙом, пай ерҙәре менән 700 гектар сәсеү өсөн майҙан бар. Бойҙай, көнбағыш, һоло сәсәм, ҡоролоҡ арҡаһында яҡшы уңыш алып булмай. Сәсеү ерҙәрен ҙурайтырға иҫәп бар, әммә буш ерҙәр булһа ла, район етәкселеге тарафынан фермерҙарға бирелмәй, ситтән килеүселәргә һатыла. Улар сәсеп тә тормай, башҡа маҡсатта файҙалана йәки ҡый баҫып ултыра.
Күп фермерҙар өсөн үҫемлекселек менән генә шөғөлләнеү отошло түгел икәнлеген һәр кем яҡшы аңлай, шуға күрә уларҙың күбеһе бер рәттән малсылыҡ тармағын һайлап яңылышмай. Ҡатыны Нәйлә Фәйез ҡыҙы, “Яңы эш башлаусы фермер” программаһына ярашлы, 1 миллион 500 һумлыҡ дәүләт ярҙамы алыуға өлгәшкән. Был аҡсаға 28 баш тоҡомло мал һатып алғандар. Алты кешегә эш урыны булдырылған, миҙгелле эшкә ваҡытлыса эшселәр йәлеп ителә.
Юнир Ғүмәр улы әйтеүенсә, ауылда үҙ эшеңде асыу күпкә файҙалы. Себер тарафтарына барып вахта ысулы менән эшләп, һаулығыңды ҡаҡшатып, айҙар буйы хеҙмәт хаҡыңды ала алмай, ғаиләңдән айырылып, балаларыңдың үҫкәнен дә күрмәй ситтә йөрөгәнсе, өйөңдә, ғаиләң эргәһендә булыуға бер нәмә лә етмәй. Тырышҡанда ауылда ла бынамын итеп йәшәргә, донъя көтөргә мөмкин. “Кем белә, бәлки, биш улым, биш таянысым, киләсәктә анау буш ятҡан ерҙәрҙән урын алып, өр-яңы урам барлыҡҡа килтереп, яңы йорттар һалыр. Яҡшыға өмөтләнәйек, ауыл милләтебеҙҙең бишеге, киләсәге икәнлеген дә онотмайыҡ” тигән һүҙҙәр менән оҙатты беҙҙе Юнир Искәндәров.
Биҙәктәре күҙҙе ҡамаштыраНиндәй генә райондың ҡайһы ауылына барма, унда мотлаҡ хаҡлы ялға сығып, артабан яҙмыштарын ауыл менән бәйләгән, тыуған төйәгенә ҡайтып яңынан тормош башлаған оло йәштәгеләрҙе осратырға мөмкин. Түбәнге Һаҙ ауылында беҙгә шундайҙарҙың береһе Мәрүәр Дәүләтова менән осрашырға насип булды.
Салауат ҡалаһында йәшәп, оҙаҡ йылдар Салауат трикотаж фабрикаһында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Мәрүәр Баймөхәмәт ҡыҙы тыуған ауылына ҡайта. Буш торған йортто һатып алып, уны рәтләй, тирә-яғын сәскәләргә күмә. Тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек мәшәҡәттәре араһында яратҡан шөғөлөнән дә айырылмай, киреһенсә, ниндәйҙер бер күңел күтәренкелеге менән бәйләү эштәренә тотона.
Ҡала фатирында уның килеүен түҙемһеҙлек менән көтөп бер яҡ ситтә бойоғоп ултырған бәйләү машинкаһын килтереп эшкә ҡуша. Күңел ятҡан шөғөлгә күнеккән тилбер ҡулдар шунда уҡ күҙҙең яуын алырлыҡ ептәрҙе бергә барлай, төрлө биҙәктәр һалып, кофта, итәк, күлдәктәр тегергә тотона. Балалар өсөн гамаш, колготки, ойоҡ-нәскиҙәргә заказдар ҡабул итә. Һәр ерҙә лә ҡатын-ҡыҙ нескәлеккә, матурлыҡҡа ғашиҡ. Ауылда йәшәүселәр уның матур эш өлгөләрен күреп, кофта, күлдәк бәйләтергә заказдар бирә башлай.
— Заказсылар күп, бәйләп кенә өлгөр, — ти оҫта ҡуллы ханым. – Мин бәйләгән әйберҙәр ныҡ һәм йылы булыуҙары менән айырыла, биҙәктәрем бер-береһен ҡабатламай, һәр кем үҙенең эскиздары буйынса бәйләтә ала, төҫтәрҙе лә үҙҙәре һайлай.
Ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына бөхтә һәм матур кейемдәр бәйләгән, уларҙың зауыҡтарына тап килгән кофта, күлдәктәр тәҡдим иткән көләс йөҙлө, оҫта ҡуллы Мәрүәр Дәүләтованы хәҙер Түбәнге Һаҙ ауылы ҡатын-ҡыҙы “үҙебеҙҙең матур апай” тип кенә йөрөтә.
***Ауыл буйлап оҙаҡ йөрөргә лә тура килмәне, әммә һәр йортта үҙҙәренсә имен донъя көтөргә тырышыуҙары һөйөндөрҙө. Үрҙә телгә алған геройҙарҙың барыһы ла үҙ ҡулдары менән булдырған кәсептәренән табыш ала, яңынан-яңы шөғөлдәр таба. Иң мөһиме — бер кем дә ҡул ҡаушырып ултырмай, ҡайһы берәүҙәр кеүек “колхоз-совхоздар тарҡалды, эш юҡ” тип зарланмай. Олоһо ла, кесеһе лә матур йәшәргә тырыша, алдарына ҡуйған маҡсаттарға ынтыла.