Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тарих төпкөлөнән килгән атамалар
Тарих төпкөлөнән килгән атамалар Торонтайыш – Әлшәй районында “ыласын ҡош типмәгән, ҡош тырнағы теймәгән” торонтайғош исемен мәңге­ләштергән ауыл исеме. Яйыҡ ҫубыйҙар ҡәүеме, Илеүкәй иле. Халыҡ телендә йәнә бер исеме – Мәҫәй, бәлки, Меҫәй. Башҡорт шәжәрәләрендә рус телендә Меши исеме килтерелә (унда ҫ хәрефе юҡ), был исем Юрматы, Ҡыпсаҡ, Тамъян шәжәрәләрендә һәм бөгөнгө Әлшәй һәм Миәкә райондарында урынлашҡан боронғо башҡорт ауылдарының исемдәрендә мәңгеләшкән башҡорт бей­ҙәренең тармағында күренә.


Торонтайғош был ҡәүемдең ырыу ҡошо булғандыр тип фаразларға нигеҙ бар. Ошоға дәлилде “Иҙеүкәй менән Мораҙым” иртәгенән табып була. Ҡоръятмаҫ, Мәкәш, Ташлы ауылдары Мәҫәй менән борондан уҡ тығыҙ мөнәсәбәттә булған, бигерәк тә ҡыҙ биреү, ҡыҙ алыу кеүек мөһим бәйлә­нештәр, уртаҡ кәсеп, һунар шөғөлө был ауылдарҙы һәр даим нығытып торған.
Ҡыпсаҡтарҙың ырыу тамғаларының береһе – ғәрәптең “дәл” хәрефе. Ошоға бәйле бер матур ғәмәл әле лә бар беҙҙең яҡтарҙа, уларҙы ауылыбыҙға килен булып төшкән Мәҫәй ҡыҙҙары алып килгән булғандыр. Яңы теле сығып килгән балаға уң ҡулының шәһәдәт бармағы менән һул ҡулының усына төртөп, ашап бөткәс дәл-дәл әйттереп доға өйрәтеү ғәмәле. Беҙҙә ул дал-дал шәкеле менән ғәҙәткә ингән. Күреүебеҙсә, урындағы халыҡ үҙен бер ҡәүем итеп туплай алырлыҡ символдарын балаһына һөтимәр сағынан уҡ өйрәтә башлаған булған.
Иҙеүкәйҙең ғәскәрендә яулашҡан ҡып­саҡтарға бирелгән ерҙәрҙә урынлашҡан боронғо тамырлы Ҡыпсаҡ-Асҡар, Торонтайыш ауылдарының тарихы ла Иҙеүкәй әмир замандарына барып тоташа. Һөҙөм­тәлә ҡыпсаҡтар был тарафтарҙа урын­лашҡан башҡа ҡәүемдәр менән ҡушылып китә, тип етди фаразларға була, сөнки Торонтайғош – меңдәр ҡошо, ә тамғаларын (дәл) ҡыпсаҡтар үҙҙәренән ҡалдырмаған, хатта Мәҫәй атамаһы ла бик боронғо һаналған. Әлбиттә, башҡорт ырыуҙарында ла был ысул киң файҙаланылған. Баш­ҡорт­тарҙың урыҫтарға ҡушылған ваҡыт­тарында Ҡазанға батшаға бергә барған дүрт ҡәүемдең вәкилдәре ҡыпсаҡ шәжәрә­ләрендә күрһәтелә, шулар эсендә “от Кипчакской волости Мешавли – князь Каракуджак, сын Юмаша”, – тип билдәләнә. Төп нөсхәлә был атамаларҙың нисек яҙылғанын белгәндә күп нәмә аңлашылыр ине. Әгәр Мешавли тип русса аталған исем Мәҫәй (Меҫәйле) атамаһына тура килһә, бер ауылдың ике атамаһының асылы ярылып ята: уның береһе Яйыҡ-ҫубыйҙарҙыҡы, икенсеһе – ҡыпсаҡтар­ҙыҡы. Бында ошо Мәҫәй (Меҫәйле) атама­һының ҡыпсаҡтарҙа ниндәй мәғәнә йөрөт­кәнен белергә кәрәк була.
Бөгөн дә, боронғо ауылдар урынлашҡан урындарға төбәп, Торонтайыш ауылы бик ныҡ таралып ултырған. Борон бөгөнгө һәр урамдың айырым төбәк булғаны һаман да төҫмөрләнә, алты йөҙ йылдан ашыу тарихы булған Торонтайыштың бер урамы бөгөн дә Төбәк атамаһын йөрөтә. Урын­дағы халыҡтың хәтерендә һаҡланып кил­гән Торонтайыш урамдарының атамалары: Төбәк, Баҡыр ҡулы – улар ауыл зыяраты яғында. Йәнә Сыуаш, Ҡыршын ҡулы, Мәҫәй урамдары бар.
Ҡыпсаҡ шәжәрәләрендә, тамырҙары күрһәтелмәһә лә, Мәкәш теркәлгән. Был осраҡлы хәл түгел, тимәк, Иҙеүкәй ғәскә­рендә был исем бик дәрәжәле һаналған, уның яуҙаштары ҡыпсаҡтарҙа ла билдәле булған һәм үҙҙәренең шәжәрәләрендә теркәп киткән.
Дәүрә(н) ауылы – хәҙерге Әлшәй ра­йонында. Ата-баба бергәләп дәүрән ғүмер һөргән, тимәк, дауамлы, оҙаҡтарға (дәүер­ҙәргә) һуҙылған ғүмер кисергән. Йәнә “Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосынан өҙөк: “Минән дәүрән үткәндә, һеҙгә дәүрән ет­кәндә, Ҡобағылдай ирҙе мин бер күрмәгән ҡартыңмын!” Ниндәй ҙур мәғәнәле атамалар биргән боронғо башҡорт үҙенең тыуған төйәгенә. Иҙеүкәй иле Дәүрә(н) ауылының бөгөнгө рәсми исеме – Фән, русса – Фань.
Келәтаяҡ – хәҙерге Бүздәк районының көнбайыш тарафында. Ҡобау – меңдәр ауылы, уларҙың тамғаһы “Келә-таяҡ” (крес­товина). Келә һүҙе тиҫкәре, көйһөҙ, арҡы­ры мәғәнәһендә, һөйләшеүгә килмәгән кешегә һуҡраныу һүҙе лә булып ҡулланыл­ған. “Иҙеүкәй” иртәгендә “келәбей, келәгә бей” һүҙе фәҡәт ошо мәғәнә йөрөтә.
Бишбүләк – был атама биш болаҡ һүҙенең боҙолған шәкеле. Болаҡ һүҙе менән борон йылға, инеш, һыу сығанағы аталған. Ун туғыҙынсы быуат баштарында Мең ырыуы биләмәләренә күпләп килеп ултырған башҡа милләт кешеләре баш­ҡорт һүҙҙәренең әйтелешен боҙоп һөй­ләшкән, күп атамаларҙың мәғәнәһен белмәгән. Урындағы халыҡ нисбәте аҙ булғанлыҡтан, күп атамалар яңы әйте­лештә яңғырай башлай һәм болаҡ һүҙе бүләк булып китә һәм Бишбүләк рәсми атамаға әйләнә.
Ә бына хәҙерге Көйөргәҙе районында башҡорттар үҙ атамаларын һаҡлап килгән һәм бөгөн дә Ете Болаҡ ауылы бар. Картала ул “Етебулак” тип билдәләнгән. Ошо боронғо атаманы мәғәнәүи яҡтан ҡабатлап, был ауылдан йәнә дүрт саҡрымда ғына Семиречье ауылы бар. Ә бына “Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосында, мәҫәлән, “Айдынлы болаҡ” һүҙе яҡты йылға (шишмә) мәғәнәһе менән бирелгән.
Атъетәр – бөгөнгө Шишмә районындағы ауыл. Картала күренмәй. Атамаһы ифрат ныҡ боҙолған. Юл буйындағы боролошта ҡуйылған күрһәткестә (әгәр әле үҙгәртел­мәгән булһа инде), Аджитарово булып яҙылғанын күреп, күңелем төшкәнен яҡшы хәтерләйем. Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады “ат етәр”, “ат етмәҫ” һүҙбәйләнешен йыш ҡуллана. Борон ырыу-ара элемтәлә ат саптырыу ҡулланғанын иҫәпкә алғанда был атаманың ниндәй мөһим мәғлүмәт йөрөткәнен аңлауы ҡыйын түгел.
“Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосынан цитата: “Ат-хат еткән ерҙән ҡунаҡтар саҡырып, аймағын йыйып, мал һуйып, ҙур туй яһап, Иҙеүкәйҙе ҡунаҡ иткән”. Ә ниндәй ерҙәргә ат еткән булған һуң? Бында төрлө фараздар булыуы мөмкин, шуларҙың иң мөһиме, әлбиттә, был ат еткән ара-ырыу биләмәләренең иң алыҫтағы төбәге булған. Оло туй-мәжлес­тәр үткәрелгәндә, ырыу-тоҡомдоң бөтә тарафтарынан иң абруйлы кешеләр йыйылған һәм сараның сәбәбен дә, әһәмиәтен дә аңлап-белеп, ырыу хәлдәре­нән хәбәрҙар булған. Унан ҡала, ат еткән урын килгән хәбәрҙе ары тапшырыр өсөн дә тәғәйенләнеп, бында махсус хәбәр йөрөтә торған ышаныслы кешеләр ҙә, саптар аттар ҙа булған, әлбиттә. Ошоға ярашлы, күрәһең, бындай хәбәрсе лә саптар, сапҡынсы тип аталған. Был һүҙ “Иҙеү­кәй менән Мораҙым” эпосында күп осрай. “Һуңғы Һартай ҙа был һүҙҙе ҡуллана: “...был меҫкен сапҡынсыға мин асыуланманым”. Һыбай, һыбайлы һүҙенең йәнә бер шәкеле – атсабар.
Тимәк, ат етәр һүҙе телмәр өлгөһө генә түгел, ә ырыу-ара, ырыу эсендәге бәйлә­нештәрҙә ҡулланылған ҡәҙимге һүҙ, башта, моғайын, төбәк атамаһы булып, һуңыраҡ ауыл исеменә әйләнеп киткән. Ошо Атъетәр атамаһын ҡеүәтләп бөгөнгө Иглин районында Меңъетәр ауылы урынлашҡан. Атъетәр ауылы ла, Меңъетәр ҙә – боронғо Иҙеүкәй илендә, Иҙел-Ҫубый меңдәр биләмәләрендә.
“Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосында килтерелгән тағы бер боронғо һүҙ – солан. Беҙҙең бөгөнгө ҡәҙимге телдә – салауат күпере, йәйғор. Күсеп йөрөгән халыҡтың йәйге торлағының түбәһе тишек булып, йәйғор (солан) ҡалҡһа, күренеп торған. Тора-бара был һүҙ менән өйгә терәп яһалған ҡаралтыны атай башлайҙар, сөнки тәүҙә уның да түбә башы булмай, был һүҙ бөгөн дә ҡулланылышта йөрөй. Оло бабайҙар иҫән ваҡытта беҙҙең ауылда шундай лөғәт һөйләй торғайнылар: Мәкәш­кә килеп урынлашҡан типтәрҙәргә өйҙәрен солан тәртибе менән, осло түбәле итмә­йенсә урынлаштырырға шарт ҡуйылған булған. Сәбәбен башҡаларҙан айырылып тормаһындар өсөн (сөнки хәллерәк һәм кәсепсел булғандар), тип үҙҙәренсә аңлат­ҡандар. Күрәһең, улар иртә яҙҙан килеп урынлашҡан булған, ә, бәлки, бында сәбәп төптәрәк – генетик хәтерҙәренә муафиҡ, боронғо Ҫубый башҡорттары үҙ булмышында һәм телмәр мифологияһында һаман да солан традицияһын һаҡлап килгән булған. Солан-йәйғор образы башҡорт көнкүрешендә бөгөн онотолоп бөткән ырым-йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙең мифологик ишараһын сағылдырып, был ғәмәл башҡорттоң тәңрелек заманынан уҡ килгән булыуы ихтимал.
Әберсен – түше, муйынының алғы яғы ҡыҙғылт-һоро, һырты ерәнһыу-көрән урман күгәрсене, рус телендә – горлица обыкновенная. “Иртәнсәккәй тороп тышҡа сыҡһам, әберсендәр ҡунған кәртәгә”, – тип йырлар булғандар. Әберсә – ҡурай еләге. Ҡарағат, ҡыҙылғат.
Алаҫ ( рус телендә Алач) – Яйыҡ мең (мин)дәрҙең ораны. Ут тигән мәғәнәлә килә. Хакас халҡында “алас” тигән һүҙ (окуривание травой) шулай уҡ ут мәғә­нәһендә. Меңдәрҙә ҡара ҡайын өтәҫләү ғәмәлендә ҡулланылғанын иҫәпкә алғанда, алаҫ һүҙенең ошо ғәмәлдән оранға әйлә­неп китеүе мөмкин. Унан ҡала, көнсығыш­тан Мәкәшкә алыҫтан уҡ күренеп, халыҡ йырҙарында йырланған сағылтауҙар үҙ заманында билгетауҙар булған. Уларҙың башында алдан әҙерләнеп ҡуйылған усаҡтар тоҡандырылып, янған ут алыҫтан күренеп торған һәм, усаҡтар һанына ҡарап, уларҙың шартлы сигналдарын белгәндәр. Бына ошо осраҡтарҙа ла “Алаҫ!” (Ут!) ораны яңғыраған. Ошоға өҫтәп йәнә бер фараз тыуа: меңдәрҙең ырыу ағасы ҡайын икәнен беләбеҙ, ҡара ҡайындың Яйыҡ ҫыбыйҙарында ни тиклем һөйөклө ағас булғанын да иҫәпләһәк, ырыу ағасы бына ошо ҡара ҡайын булыуы ла бар. Унан ҡала, әгәр ҫанай һүҙе менән йәйә-ҡорал аталған икән, был ҫанай ошо ҡара ҡайын­дан яһалыуы ихтимал һәм ҡайын тура­һындағы ҡәтғи тыйыуҙар ҡоралға мохтаж­лыҡтың асылын сағылдыра булһа кәрәк. Шуға ла Күк батырҙың ҫанайы күктең соланы (“күк соландай”) йәйғор менән сағыштырылалыр, тимәк, был ҡорал ифрат ҡеүәтле булған һәм шундай уҡ ҡеүәтле батырҙарҙың химаяһы булған.
Ташлы һәм Мәкәш ауылдарында борон-борон замандарҙа Ҫанай менән Шайтан шарҙарынан ҡара-ҡаршы уҡ атыш­ҡандар, тигән риүәйәт әле лә йөрөй. Бер-береһенән хәтһеҙ генә арала урынлашҡан был шарҙарҙың береһенән икенсеһенә уҡ осоп барып етәрлек булғас, беҙҙең бөгөнгө фиғел менән дә был йәйәләрҙең һәм батырҙарҙың ҡеүәтен тойомлап була.
“Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосында ун ике тотам уҡ тартҡан оҙон ҡуллы ырыу батырҙары телгә алына, бындай уҡтарҙың оҙонлоғо беҙҙең үлсәмгә әйләндергәндә өс метрҙан да кәм булмаған. Йәнә, йүнә­леште дөрөҫ (тура) бирер өсөн уҡтың ҡойроғона ҡарға ҡоштоң, йә булмаһа шоңҡар, ҡарсыға ҡоштоң йөн-ҡаурыйы ҡулланылған, бындай уҡтар сәрпи уҡ тип аталған. Мәғәнәһе – йыраҡтан ала торған уҡ, мәҫәлән, Иҙеүкәйгә дуҫы Ыласын былай ти: “Ҡара бөркөт йөнөнән әҙерләнгән уҡ һиңә!”
Ә “Һуңғы һартай” үҙенең улы Ҡарма­сандың мәргәнлеген бына нисек белдерә: “Үҙ ғүмерендә уның алты ғына уғы яҙа китте. Ул егет ине”. Ниндәй йәйәләр кәрәк булған бындай уҡтарҙы осорорға, күҙ алдына килтереп була. Меңдәрҙең бына шундай йәйәләре ҫанай тип аталғандыр ҙа. Ә бына Аҡ урҙа ханы Туҡтамыштың уғы туғыҙ тотам тип билдәләнә. Үҙ заманы өсөн Ҫанай һәм Шайтан шары тирәлә­рендә ысынлап та дәһшәтле алыштар булғандыр, шуға ла халыҡ хәтере был хәлдәрҙе ныҡ беркеткән һәм бөгөн дә был турала риүәйәттәр йөрөүе – ошо әхүәлдәр­ҙең сағылышы. Был урында бер нәмәне билдәләп китеү урынлы һымаҡ. Күп ха­лыҡтарҙың легендаларында, әкиәттәрендә эльфтар тураһында һөйләнелә. Улар оҙон аҡ-һары сәсле, ҡеүәтле уҡсылар, һунар­сылар икәне билдәле. Башҡорт Мең (Мин) шәжәрәләрендә Сәсле атамаһы ҡулланы­лып, күп тармаҡтарҙың сығышы һәм да­уамдары килтерелә. Шәжәрәләрҙә Сәсле-Ата тигән дәрәжә-исем дә бар, миндәрҙең Ҫубыйҙар тармағы үҙен туранан-тура Сәсле дәрүиш тармағы итеп билдәләй һәм тарихсылар быны инҡар итмәй, эпос­тар, урын, ер-һыу атамалары был әхүәлде тәҡрарлап, быуаттар буйы һаҡлап килә. Сәсле Ата тоҡомонан Төкләҫ баба быуындары теүәлерәк яҙылған, бында башҡа ҡәүем шәжәрәләре лә мәғлүмәт ҡалдыра; Юрматы, Ҡыпсаҡ, Тамйән, Байлар, Бүләр улысы, Ирәктеләр шәжәрәләрендә (төрлө шәкелдә яҙылған булһалар ҙа) Сәсле-Ата эҙҙәрен төҫмөрләп була. Сәслеләр ҡәүе­менән айырмалы, сәсһеҙ йөрөгән ҡәүемдәр “таҙ” (таҙа) атамаһын йөрөткән. Был һүҙ беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып, төрлө сәбәптәр менән сәсе үҫмәгән кешене таҙ (таҙа) тип атау ғәмәле бар.
Тутыя – тамъяндарҙың ораны. Тутый­ғош мәғәнәһендә килә, күрәһең, инә ҡошто шулай атағандар. “Иҙеүкәй менән Мора­ҙым” эпосында Иҙеүҙең атаһы (йә бул­маһа оло бабаһы) Ҡотлоно Туҡтамыш хан язалай. Был әхүәл бөтә варианттарҙа ла һөйләнелә. Сәбәбе – Ҡотлоноң Аҡһаҡ Тимер кешеләренә йәшерен рәүештә Туҡтамыштың һунар ыласыны йомортҡа­һын биреп ебәреүе була. Ә бына беҙҙең ауылда ошоға оҡшаш риүәйәтте былай һөйләйҙәр ине: “Меңдәрҙең шундай бер ырыу сере булған, ул сер тутыйғош (попугай) йомортҡаһының эсенә йәшерелгән һәм уны бик ныҡ һаҡлағандар. Бер-береһен киҫәтеп торор өсөн “Тутыя” тигән оранды гел әйтә торған булғандар, ә мәжлестәрҙә, йыйындарҙа, халыҡтың уртаҡ бер сәләме булып, ырыуға үҙҙәрен йәбештереү ысулы ла булған”. “Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосында ошондай юлдар бар: “Ал тәхетнең аркаҫы алтын еғаҫ (ағас), тутыйғош ҫайрап телгә килгәндә...” Йәнә бер цитата: “Ҡуш ҡанатлы алтын таж, күҙ урынында гәүһәр таш, Сыңғыҙҙан килгән дәүләт ҡош бу башымда түгелме?” Әгәр дәүләт ҡошто дәүләт гербы тип иҫәп­ләһәк, тутыйғош образы (өрәге) Сыңғыҙ хан дәүеренән килгән, бәлки уның тарафынан тамъяндарға тәғәйенләнгән оран булыуы мөмкин. Шәжәрәләр башҡорт ырыуҙары үҙ-үҙҙәрен минлекләһен өсөн Сыңғыҙ тарафынан тәғәйенләнгән ырыу билдәләре (тамға, ағас, ҡош, орандар) тураһында мәғлүмәт ҡалдырған.
Беҙҙең яҡтарҙа Тутыя тигән ҡатын-ҡыҙ исеме лә йыш осрай ине элегерәк, хәҙер был исем юҡтар рәтендә. Тамъяндар бик күп тарафтарҙы биләгән Мең ырыуының айырымланып киткән бер тармағы тип фаразларға нигеҙ бар, быны шәжәрәләр­ҙәге уртаҡ тамырҙар күрһәтеп үк тора. Сыңғыҙ дәүерендәге меңдәрҙең хакимы (бейе) Ураҙас булыуы билдәләнә, ә тамъяндарҙың шәжәрә сылбыры һуңғараҡ ваҡыттарҙан башланған һәм уларҙың хакимы (бейе) Шәғәли бей тип билдәләнә. Бында өҫтәмә эҙләнеүҙәр талап ителә.
Ҡорған – ерҙән өйөп яһалған ҡоролма. Ғәҙәттә, ҡоролмалар билдәле кешеләрҙең ҡәбере өҫтөнә өйөлгән булған, бөгөнгө ҡулланылышта был һүҙ ҡурған шәкелендә йөрөй. “Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосында шундай юлдар бар: “Ҡара тейен Алыпты гүр ҡаҙытып күмдерҙе, гүре ҡорған тау булды”.
Зир – аҡыл, зиһен. “Зир ҡәҙерен зирәк белер, ир ҡәҙерен ир белер”, – ти Мораҙым батыр эпоста.
Ҡу күле – аҡҡош күле. Был һүҙ “Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосында ла осрай. Аҡ­ҡош күле бөгөнгө Балтас районында ла бар.
Кир – мамонт, киртеш – мамонт теше.
Ҡот – өс кенә хәрефтән торған был һүҙ телебеҙҙә ифрат оло мәғәнә йөгөн йө­рө­тә. “Ҡот” һүҙе бер ваҡытта ла таушал­май. Миҫалдар ҡарағансы ҡот һүҙенең ҡара-ҡаршыһын да билдәләйек. Был һүҙ – йот.
Ҡарайбыҙ:
А. Ҡот. а) байлыҡ, барлыҡ, именлек, бәрәкәт: ҡотайған, “мал ҡәҙере белгәндең ҡото артыр”;
б) шатлыҡ, өмөт: ҡотло аяҡ, ҡотло йорт, һ.б.;
в) бәхет: ҡот ҡунған, ҡотлау – фатиха биреү, теләк теләү.
Б. Ҡот – йәм, матурлыҡ, гүзәллек, яғым­лылыҡ, бөхтәлек. Ҡотһоҙ булһа – яғымһыҙ, әҙәпһеҙ, килбәтһеҙ, йыйнаҡһыҙ, тыйнаҡ­һыҙ, тотороҡһоҙ, тупаҫ. Был сифаттар ке­ше ҡиәфәтенә ҡарата, йорт-ҡураға тейҙереп тә ҡулланыла.
В. Ҡот – йән, дарман, ғәйрәт.
“Иҙел-ер” ҡобайырында шундай һүҙҙәр бар: “Иҙел ер ул – йорт-ил ул, йорт илдәре – ҡот ер ул!”
Атаһынан ҡот йыйһын, тип доға ҡылғандар бала тыуғас.
Ҡото киткән (бәрәкәт киткән), ҡото осҡан (ҡурҡҡан).
Г. Ҡот – им-том. Ҡурғаштан ҡот ҡойған­дар. Ҡойолған ҡоттан башҡа, ҡот итеп тағыу өсөн ҡабырсаҡ, мәрйен, тәтәй-таш, мәрүәт, өшкөрөп тоҙ ҡулланылған.
Бәләбәй районында үҙ заманында Ҡотоҙо ауылы булған, урыҫтар килеп урынлашҡас, был урында Знаменка исеме менән урыҫ ауылы барлыҡҡа килә һәм ҡырҡа үҫеп китә. Баҙары, тирмәне, башҡа кәсеп урындары барлыҡҡа килә. Башҡорт­тарҙың нисбәте кәмей барып, Ҡотоҙо тамам бөтә, әммә Мәкәш, Ҡоръятмаҫ, Бо­ранғол, Ҡыҙрас ауыл­дарының оло кеше­ләре был ауылдың атамаһын һаман да телдәренән төшөрмәй һәм Знаменканы улар Ҡотоҙо тип йөрөтә. Минең ҡәйнәм Гөлйыһан ҡытлыҡ йылдарҙа был ауылға һатыу итергә йөрөгән. Бик ярата ине ул Ҡотоҙоно. Атамаһын иһә ул былай тип аңлата торғайны. Ҡасандыр, ҡайҙандыр килгән башҡорттар үҙҙәре менән бик ҙур таш тоҙ алып килгән булған икән. Ауыл булаһы урынға был тоҙ ташын ҡот итеп юрап, доға өшкөрөп күмгәндәр, ләкин урынын бер кемгә лә әйтмәгәндәр.
Тоҙ өшкөрөү ғәмәле бөгөн дә бар. Мәкәштән Минеүәрә Ғәйзуллина һөйләүен­сә, уның оло ҡәйнәһе (иренең өләсәһе) Хәкимә әбей тоҙ өшкөрөргә бик маһир кеше булған. Ул тоҙ доғаһын белгән. Мин был доғаны Фәниә апай Миңләхмәтованан яҙып алдым. Доғанан башҡа тоҙ өҫтөндә әбей Ҡөрьәндән сүрәләр ҙә уҡыған булған. Таш тоҙ булмағанлыҡтан, әбейебеҙ эре тоҙҙо еүешләп, йомарлап, сепрәккә төрөп усаҡҡа күмгән һәм уны бер аҙна самаһы утта яндырған. Усаҡтан алғанда ул ҡуйы- һары төҫкә инеп, өшкөрөргә яраҡлы тоҙ ташы булған.
Төйәк – ырыу туҡтаған һәм кире әйләнеп ҡайта торған урын. Төйәккә урын һайлан­ғас, иң әүәл билге ҡуйылған. “Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосында Мораҙымдың ошондай телмәре бар: “Биләнсек башы биш тирәккә билге төйҙөм йорт өсөн”. Билге итеп башлыса таш һайланған, шуға ла Башҡорт илендә Ташлы исеме менән атамалар ифрат күп булған һәм һуңыраҡ ауыл исемдәренә лә күскән. Билге итеп ағас та файҙаланылған, күп осраҡта ике билге бергә йөрөгән. Уға мотлаҡ ырыуҙың тамғаһы, ораны, ҡошо яҙылған. Билге сифатында ниндәй ағасты ҡулланыуға ҡарап, ул ырыу ағасы итеп тә билдәләнгән, йә булмаһа, тәғәйенләнгән ырыу ағасы билге итеп ҡуйылған. Был урынға (тамғалы ташы булған төйәккә) башҡа ҡәүемдәр урын­лашмаған, эйәле булып иҫәпләнгән. Билге төшөнсәһе, минлекләнгән урын-ергә ишара яһап, “төйәк” тигән һүҙ менән дә йөрө­төлгән.
Төйәк – туҡталыш урыны ғына түгел, йәшәү, ҡышлау урыны ла. Бында тыуым, үлем хәлдәре лә булған, ошонан сығып тыуған төйәк, гүр-төйәк, гүр-тупраҡ төшөн­сәләре ҡулланыуға инеп киткән. Бала тыуғанда дин-ислам ҡанундары талап иткәнсә мотлаҡ ҡорбан салынған һәм йәнә төйәк һүҙе, был осраҡта “тейәк” шәкеле менән дә ҡулланылып, салынған малды тейәккә күтәреп тунау өсөн арҡан тағып яһалған арҡыры ағасты билдәләгән. Салынған малды өҫкә күтәреп тунау ғәмәле башҡорт халҡында бөгөн дә теүәл үтәлә. Был “Урал батыр” эпосындағы талапты – ҡанды ризыҡ итеп ҡулланыуҙы тыйыуҙың ҡәтғи үтәлеүен күрһәткән ғәмәл, сөнки арт һандан күтәрелгән малдың ҡаны тамсыһына тиклем һарҡып бөтә. Һәр бер төйәктә махсус әҙерләнгән тейәктәр, мал салыу урындары булған.
Бәләбәй атамаһының барлыҡҡа килеүе фәҡәт Иҙеүкәй исеме менән бәйләнгән кеүек күренә. Бында фараздар күп булыуы мөмкин. Үҙ тарафтарында булып торған төрлө хәл-әхүәлдәр хаҡында хәбәрҙар булған урындағы башҡорттар, үҙ телмәрҙәрендә Бәләбәй атамаһына төрлө мәғәнә һалған. Был һүҙ бик йыш ҡул­ланылған, шуға күрә урын-ер атамаһына әйләнеп киткәндер. Беренсенән, уға аңлатма эҙләгәндә беҙ боронғо Иҙеүкәй иленең бөгөнгө көндәргә тиклем һаҡланып килгән атамаларына мөрәжәғәт итергә тейешбеҙ.
Эпостан цитата: “Һайыҫҡан уйлап тормаған, Иҙеүкәйгә юл башлап, Иҙел ағышын түбәнләп, Бәлә тауға ҡаратып, алдан осоп киткән, ти. Уңға-һулға Бәләнән аҡҡан йылға башынан һайлап ҡунып имәнгә, Иҙеүкәйҙе көткән, ти”. Был өҙөктә Бәлә атамаһы ике урында килтерелә һәм туранан-тура Иҙеүкәй шәхесенә ҡағыла. Хәҙер Бәлә исеменә аңлатма: “Бәләтау – Мәләүез районындағы Аптыраҡ ауылы янында Ағиҙелгә яҡын тау”. Был фараз “Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосындағы боронғо географик атамаларға аңлатма­нан алынды. Өҫтә килтерелгән өҙөктә Бәләтауҙан башланып уңға-һулға аҡҡан йылға тураһында ла мәғлүмәт бар. Был йылғаның исеме – Бәлән.
Туҡтамыш менән асыуланышҡан Иҙеүкәй Аҡ Урҙанан сығып китә һәм байтаҡ юл мәшәҡәттәре менән Сытмыр ханға юл ала. Эпоста килтерелгән сюжет – Иҙеүкәйҙең юл мажараларының береһе. Иҙеүкәй үҙенең сәфәрендә был урындар­ҙан үтә булып сыға. Бөгөнгө Бәләбәй ҡалаһы Мәләүез менән йәнәш урынлаш­ҡан. Ә был урындар Иҙеүкәй батырҙың һәм уның ата-бабаларының боронғо икһеҙ-сикһеҙ иле булған. Һуңыраҡ башҡорттар, бында ултыраҡлы торлаҡ барлыҡҡа килтереп, төпләнеп йәшәй башлағас, был исем географик атамаға әйләнеп, Бәләбәй булып киткән, тип фаразларға була.
Шул уҡ ваҡытта сәсән телле башҡортта Иҙеүкәйгә “бәлә бей” тигән ҡушамат та та­ғылған булыуы ихтимал. Эпоста Туҡ­тамыш телмәре был турала фекер йөрөтөргә нигеҙ бирә: “Ҡотлолҡыя би икән, аның башын сапҡанда, Иҙеүкәйҙе сабалмай, бер башыма бәлә алдым”. Хан тиклем хандың бойороҡтарын кире ҡаҡҡан, ә һуңыраҡ уға яу менән ябырылған Иҙеүкәй, әлбиттә, Туҡтамыш өсөн бик ҙур бәлә булған, ә бына Аҡ урҙаның һалымдарынан йонсоған башҡорттар был ҡушаматты ҙурлау, ололау мәғәнәһе менән, бәлки, кинәйәләп ҡулланған булыуы ихтимал, сөнки Туҡтамыштың яһаҡ йыйыусыларын Иҙеүкәй илдән ҡыуып ебәргән, был хаҡта күп тарафтарҙа билдәле булған.
Эпостың сюжетына ярашлы, үҙ заманында ғәҙеллеге менән дан алған Иҙеү­кәйгә Туҡтамыш 15-16 йәш самаһында – бей, ә һуңыраҡ ҡорбаш дәрәжәһе бирә. Шунан сығып Туҡтамыштың ҡатыны Иҙеүкәйҙе “йылҡысыҙан би булған, түрәң булған Ҡобоғол” тип битәрләй. Был ос­раҡта ҡатындың телмәренән Иҙеүҙе “Бала бей” тигән мәғәнә менән кәмһеткәне тойомлана, ошо фаразды Туҡтамыштың вәзире Сәләхиҙең телмәре лә нығыта: “Илеңә килгән Иҙеүкәй һыналмаған, үҙе йәш, – ти ул Туҡтамышҡа, – урҙа һынлы һарайҙа буҙ баланы бей ҡылыу, бөтә яуға баш ҡылыу ҡулай булмаҫ оло хан”, – тип үҙ фекерен белдерә.
Сәләхиҙең был һүҙенә Иҙеүкәйҙең яуабы иҫ киткес тәьҫирле һәм хисле. Башҡорттар араһында уның бала сағынан уҡ хөкөм сығарып (бейлек ҡылып) йөрөүе билдәле булған, әлбиттә. Эпоста бала Иҙеүкәйҙең икенсе бер баланы язаға тарттырыуы һәм был “хәбәрҙең илгә фаш булыуы” ла яҙыла. Һабрау сәсән әйтмешләй, “йәше утыҙға етмәйенсә туғыҙ йортҡа дан булған” Иҙеүкәйҙең ғәҙел хөкөмсө булыуын тәҡрарлаған миҫалдар эпостың бөтә варианттарында ла килтерелә. Бөтә Урал илен тетрәткән Иҙеүкәй батырҙың тәрже­мәүи хәле илдә киң билдәле булған, һис шикһеҙ. Шуға ла Иҙеүҙең, унан батыр булып тыуған улы Мораҙымдың исем-атамалары, ҡушаматтарының күп булыуы – тәбиғи хәл, уларҙы бөртөкләп йыйырға һәм өйрәнергә генә кәрәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872