Салауат Юлаев... Бер ҡараһаң, уның хаҡында бөтә яҡты һүҙҙәр, изге кисерештәр тасуирлап бөтөрөлгән, өйрәнәһе факттар ҙа ҡаралып бөтөлгән төҫлө, әммә Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәте киң, Күктәр беҙгә батырыбыҙ хаҡында әленән-әле яңы тамғалар ебәрә. Бары тик уларҙы аңлай, дөрөҫ уҡый белергә генә кәрәк. Бына ошолар хаҡында уйландым, Салауат Юлаев нәҫелен дауам иткән, “Салауат вариҫтары” йәмәғәт ойошмаһын етәкләгән Виктор ХӘКИМОВ менән танышҡас. Миңә уны тыңлауы ҡыҙыҡлы булды. Гәзит уҡыусыларҙың иғтибарын да йәлеп итер, моғайын, уның менән әңгәмә.
– Үҙегеҙҙең Салауат Юлаев нәҫеленән булыуығыҙҙы нисек иҫбатланығыҙ?
– Башҡорт батырының Салауат районының Тәкәй ауылында тыуыуын, шулай уҡ үҙемдең дә Салауат Юлаев тоҡомонан булыуымды иҫбат итер өсөн, Томск дәүләт университетының ғилми хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итеп, молекуляр-генетик тикшереү үткәрҙек. Беҙ нигеҙ итеп алған Салауат шәжәрәһенең дөрөҫлөгө ғилми тикшеренеү һөҙөмтәһендә раҫланды. Салауат Юлаев – башҡорт халҡының милли батыры, шағир, сардар, ойоштороусы. Уның хаҡында бик күп яҙыусылар, тарихсылар яҙа. Ә бына нәҫел-нәсәбе хаҡында беҙ нимә беләбеҙ? Батырҙың тоҡомдары ҡалғанмы? Бәлки, бер туғандарының нәҫел ебе өҙөлмәгәндер, тигән һорауҙар оҙаҡ йылдар күңелдә йөрөнө. Уларға яуапты Р. Вахитов менән Р. Исламшин кеүек журналист һәм тарихсыларҙың яҙмаларынан таптыҡ, тип әйтергә лә була. Улар Салауаттың ике улы – Рәхмәтулла менән Хәбибулла (фамилиялары Салауатовтар) 1816 йылғы рәүиз яҙмаларына “Ырымбур өлкәһенең Шағанай ауылында йәшәйҙәр” тип ингән.
Бына ошо архив ҡомартҡыһы беҙгә батырҙың шәжәрәһен дөрөҫләүгә нигеҙ булды ла инде. Салауат районының тыуған яҡты өйрәнеүселәре – Х. Ҡолмөхәмәтов менән И. Йәләлетдиновтың мәғлүмәттәренә ярашлы, Салауат вариҫтарын уның бер туған ағаһы Сөләймән Юлаевтан башлап өйрәнә инек. Әммә был мәғлүмәттең бер ни тиклем дөрөҫ түгеллеген дә белеүселәр табылды, сөнки бөгөнгө вариҫтарҙың иң башында Салауаттың ағаһы түгел, ә ейәне Сөләймән Рәхмәтуллин тора. Һуңғы табылған архив материалдарына нигеҙләнеп әйтәбеҙ беҙ был фекерҙе. Улдары һәм ейәндәре кемлеген асыҡлау хәҙерге вариҫтарҙың эҙенә алып сыҡты ла инде, сөнки фактик мәғлүмәттәр артабанғы быуындарҙы тергеҙергә ярҙам итте.
– Шәжәрәләрҙе нисек төҙөнөгөҙ?
– Дөрөҫөн әйткәндә, был бер көнлөк, айлыҡ ҡына эш булманы, сөнки, беҙҙең ҡыуанысҡа, архив материалдарынан тыш, ҡулыбыҙҙа бер нисә нәҫел яҙып барған ҡулъяҙма шәжәрә лә бар ине. Нимә аптыратты: фактик дәлилдәр, рәүиз мәғлүмәттәре менән сағыштырып ҡараһаҡ, шәхси ҡулдарҙағы яҙмалар менән тап килде. Кешеләрҙең тыуған, үлгән көндәренә тиклем тура килә ине. Артабан тикшеренеү эштәрен әүҙемләштереүҙә, Тәкәй, Аҙналы һәм башҡа ауылдарҙы, географик урындарҙы билдәләүҙә беҙгә Салауат Юлаевтың бүләсәре – Гөлсафия Исламованың хәтирәләре (ире фамилияһы буйынса) ярҙам итте. Тыуған яҡты өйрәнеүсе Х. Ҡолмөхәмәтов уның менән бер нисә тапҡыр күрешкән, сөнки ул Гөлсафияның ире Байрамғол Исламовтың ике туғаны булып сыға. Быны беҙ һуңғы йылдарҙа билдәләнек. Г. Исламова 1875 йылда Салауат районының Юныс ауылында тыуған һәм Яңы Ҡаратаулыла йәшәгән, 1961 йылда вафат булған.
– Бөгөн Салауаттың шәжәрәһе буйынса вариҫтары кемдәр?
– Әлеге көндә Салауат Юлаев вариҫтарының бер нисә шәжәрәһе билдәле. Батырҙың ейәне Сөләймән Рәхмәтуллиндың тоҡомдарын Револют Исмәғилев (Юлай ауылынан, 69 йәшендә 2015 йылда вафат булды) һәм Рузит Баһауетдинов (Малаяҙ ауылы, 58 йәш) дауам итә. Бөгөн беҙ белгән вариҫтар Салауаттың ейәне Ғабдрахман, бүләсәләре Килдейәр, Кинйәбикә, Аллаяр тоҡомдары булып билдәләнгән. Ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ туғандары ҡатнаштырып яҙылған шәжәрәләр ҙә бар. Шуларҙың иң билдәлеһе – Мәрфуға Ғиззәтованыҡы. Уның генеалогияһы Салауат Юлаевтың ейәне Ғабдрахман Рәхмәтуллиндан таралған. Бөгөн Мәрфуға әбейгә 93 йәш, уның ҡулында Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге тарафынан төҙөлгән рәсми шәжәрәһе лә бар. Ул Салауат районының Урмансы ауылында тыуған, бөгөн Өфөлә йәшәй, ғүмер буйы мәктәптәрҙә балалар уҡытҡан. Уның хәтерендә Салауатҡа бәйле бик күп тарихи мәғлүмәттәр һаҡланып ҡалған. Ул етенсе класта уҡығанда уҡ үҙенең Салауат вариҫы икәнен белгән. Бына ошо нәҫел ептәрен дауам итеүселәр йәшәй арабыҙҙа.
2011 йылда барлыҡҡа килгән “Салауат Юлаев вариҫтары” төбәк ойошмаһы әлегә тиклем тупланған материалдарҙы бергә йыйып, эшебеҙҙе әүҙемләштереүгә, яңы мәғлүмәттәр менән байытыуға булышлыҡ итте. Батырҙың тыуған ауылы Тәкәйҙә лә Башҡортостанда, унан ситтә йәшәгән вариҫтары менән бер нисә осрашыу үткәрҙек. Ошо рәүешле халыҡ араһында йәшәгән легендаларға, рәсми факттарға нигеҙләнгән материалдар ҙа өҫтәлде, 2011 йылда фотоальбом да сығарҙыҡ.
– Салауат батырҙың тамырҙарын Иглин районы менән дә бәйләгән легенда йәшәй халыҡ араһында...
– Дөрөҫ әйттегеҙ легенда тип, сөнки был миф факттарға нигеҙләнмәгән. Хатта М-5 трассаһына батырға бюст ҡуйып, исемен ошо төбәк менән бәйләргә тырышҡандар ҙа табылғайны. Быны мин үҙемсә һәр төбәк батырҙы шул тиклем ярата, шуға ла уны үҙенең яҡташы итеп күрергә теләй тип аңлайым. Әммә, нимә генә тимә, ХХI быуатта йәшәйбеҙ һәм һәр мәғлүмәт өсөн яуап бирергә кәрәклеген, тарихи һәм архив материалдары менән халыҡ та таныша алғанын оноторға ярамай. Бөгөн һәр кем ул мәғлүмәттәрҙе Интернет селтәренән, архивтан таба ала. Унда Салауаттың ҡайҙа, ҡасан тыуғанлығы асыҡ итеп яҙылған.
– Яҙмаларығыҙҙа үҙегеҙгә Салауаттың Франциялағы вариҫы – Гөлсафияның өлкән улы Баязиттың улының исемен ҡушыуҙарын яҙаһығыҙ. Ошо хаҡта ентекләберәк һөйләһәгеҙ ине?
– Ул Ҡаратаулы ауылында Гөлсафия менән Байрамғол Исламовтар ғаиләһендә 1896 йылда донъяға килгән. 1915 йылда батша армияһына, 6-сы Гренадер Таврический полкына 8-се рота һалдаты итеп алына. Бер йылдан Рәсәй экспедиция корпусына күсерелә һәм 200 меңдән ашыу һалдат, офицерҙан торған корпус батша Хөкүмәте тарафынан ҡоралланыуға алмаштырылып, пароходтар менән Францияға, Марсель ҡалаһына килтерелә. Грецияның Солоники ҡалаһы эргәһендә Рәсәй һалдаттарының Германия ғәскәрҙәре менән алышында ҡатнаша. Яраланып, Грецияла дауалана һәм Италия аша кире Францияға ҡайта.
Бөйөк Октябрь революцияһынан һәм Беренсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң, Франциялағы Рәсәй һалдаттарын төрлө маҡсатта файҙаланалар. 1920 йылда Баязитты демобилизациялайҙар. Ирекле йәшәһәләр ҙә, тыуған илдәренә ҡайтармайҙар. Баязит Безансон ҡалаһында төпләнә. Водолаз, электрик булып та эшләй.
Тыуған яғын кем генә һағынмай инде, ул да зарығып, Рәсәйгә легаль рәүештә сығырға уйлай, әммә үтенесен кире ҡағалар. Эшкә сыҡмай һәм тыуған иленә ҡайтарыуҙарын һорағаны өсөн айға яҡын төрмәлә ултыра. Швейцария аша ҡайтырға уйлай, әммә Дулей ҡалаһында ҡулға алына һәм өс айға йәнә төрмәгә ябыла. 1927 – 1935 йылдарҙа Париж ситендә йәшәй һәм электрик булып эшләй, электр линиялары төҙөй. Уның Франция гражданлығын алыу мөмкинлеге лә була, әммә ул баш тарта. Шунан эшенән сығаралар.
1932 – 1933 йылдарҙа яҙмыш уны француз коммунисы Травер Морис менән осраштыра. Баязит коммунистарҙың йәшерен йыйылыштарында ҡатнаша, Травер Мористың ғаиләһе менән яҡындан таныша. Шунда өйләнә, улы һәм ҡыҙы тыуа. Йәшерен йыйылыштар һөҙөмтәһендә 1935 йылдан полиция күҙәтеүе аҫтында йәшәйҙәр. Совет шымсыһы тип ҡулға алыу ихтималлығы янағас, Совет консуллығына тыуған иленә сығарыуҙы һорап мөрәжәғәт итә. Ҡатынын да үҙе менән барырға өгөтләй. Июндә улар совет пароходында СССР-ға сығырға тейеш була, әммә ҡатыны һуңғы мәлдә генә уйынан баш тарта. Баязит үҙе Рәсәйгә ҡайтһа ла, балалары Виктор менән Нелли әсәһе янында Францияла тороп ҡала. Бына шундай әрнеткес тарих.
– Улай икән... Салауаттың урыҫ милләтенән дә ҡатыны булған тигән легенда йәшәй. Уның ысынбарлыҡҡа тап килеүе, тоҡомдары дауам итеүе мөмкинме?
– Ул легенда ғына түгел ине, ә Силәбе өлкәһенең Минйәр ҡалаһында йәшәгән Коряковтар үҙҙәрен Салауат тоҡомонан тип раҫлаған булған. Әммә хәҙер бит генетик экспертиза эшләтеп, бөтә һорауҙарға ла яуап алып була. Легенда буйынса, йәнәһе лә, Тәкәй ауылынан 40-45 саҡрым алыҫлыҡтағы Минйәрҙә Салауаттың оҡшатып йөрөгән крепостной крәҫтиән ҡыҙы Ульяна йәшәгән һәм унан Степан исемле малай тыуған. Ошо рәүешле батырҙың урыҫ милләтле тоҡомдары дауам иткән, тип уйлап йәшәгән бөгөнгә тиклем Коряковтар. Беҙ генетик анализдар яһаған заманса халыҡ-ара үҙәккә мөрәжәғәт иттек (www.familytreedna. com) һәм Рәхмәтулла Салауатов менән уртаҡ тамырҙарын эҙләп ҡараныҡ, әммә Коряковтар менән Салауаттың ейәненән таралған нәҫел ептәренең ҡанында бер ниндәй уртаҡлыҡ табылманы, йәғни Y һәм X хромосомаларын тикшереү ыңғай һөҙөмтә бирмәне.
– Һеҙ үҙегеҙ ҙә ошо рәүешле Салауаттың вариҫы икәнлегегеҙҙе иҫбатлаған кеше. Күпмегә төшә ундай анализдар?
– Эйе, мин дә тап ошо анализдарҙы биреп, хәҡиҡәтте юлланым. Аллаға шөкөр, ғорурлыҡ менән үҙемде Салауат вариҫы тип әйтә алам. 350-400 доллар тирәһе булды анализ хаҡы. Хәҙер Германияла ла ундай үҙәк асылған, унда хаҡтар осһоҙораҡ булырға тейеш, тинеләр.
– Апаруҡ ҡына икән! Белеүемсә, һеҙ Салауат тоҡомонан булған Рәхмәтулланың ҡәбер ташын тергеҙеү буйынса ла эш алып бараһығыҙ?
– 1941 йылдың 4 мартында РСФСР Юғары Советы Президиумы Указы менән халыҡ мөрәжәғәтен иҫәпкә алып, Малаяҙ районы – Салауат, ә Шағанай ауылы Юлай исемен йөрөтә башлай. Тап ошо ауыл зыяратында Рәхмәтулла Салауатов ерләнгән тип иҫәпләй урындағы халыҡ. Уны Раҡай тип әйтеүселәр ҙә бар. 170 йылдан ашыу ваҡыт үткән ул кешенең яҡты донъя менән хушлашыуына.
Үкенескә ҡаршы, ваҡыт аяуһыҙ һәм әллә ниндәй ҡаты таштарҙы ла емерә, онтай. Элегерәк ҡәбер ташында ғәрәп яҙмаһы ла булған, әммә бөгөн уны уратып алған таш ҡойма ла емерелеп бөтөп бара. Урындағы хакимиәт етәкселәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ярҙамы менән генә түгел, юғары власть органдарына ла ошо ҡәберлекте һаҡлап алып ҡалыу эшен йәйелдереп ебәреү хаҡында хат менән мөрәжәғәт иттек. Әгәр тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡы булараҡ ошо ҡәбер ташын, унда ятҡан изге һөйәкте өйрәнеү эшен дә башлаһаҡ, беҙ яңы асыштарға юлығыр инек.
Беҙ киң антропологик һәм молекуляр-генетик тикшереү алып барыуҙы ла планға индергәнбеҙ. Эшебеҙгә Рәсәй Фәндәр академияһынаң Өфө ғилми үҙәге хеҙмәткәрҙәре лә йәлеп ителер, тип ышанабыҙ. Был хаҡта Мәҙәниәт министрлығына, Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәгенә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетына ла хат яҙғайныҡ. Әлегә яуап көтәбеҙ. Салауат вариҫтарының тулы шәжәрәһен булдырыу, анализдар ярҙамында уның нәҫел-нәсәбе хаҡында бай мәғлүмәт туплау – ул беҙҙең изгеләрҙән-изге бурысыбыҙ тип һанайбыҙ.
– Тимәк, батырҙың исемен мәңгеләштереү буйынса тағы әллә күпме эш башҡарыласаҡ әле?
– Донъяла батырҙары, уларҙың яҡты ғәмәлдәре менән дан ҡаҙанған халыҡтар бик күп, тип әйтмәҫ инем. Шотланд халҡының милли батыры Уильям Уоллестың тыуған көнөн генә түгел (әйткәндәй, ул хатта билдәһеҙ булһа ла), киткән көнөн дә Геройҙы иҫкә алыу көнө тип билдәләйҙәр. Минеңсә, был дөрөҫ тә.
Салауат батырыбыҙ 26 сентябрҙә күҙҙәрен мәңгелеккә йомған. Әммә, мәҡәлдә әйтелгәнсә, ул беҙҙең күҙҙәребеҙҙе асып киткән. Шуға күрә тап ошо көндә Салауат батырҙы иҫкә алыу көнө тип иғлан итеү мәсьәләһен күтәреп, беҙ хаттар менән бик күп ойошмаларға мөрәжәғәт иттек. Моғайын, был ниәтебеҙ ҙә тормошҡа ашыр, тигән өмөттәбеҙ. Был “Салауат Юлаев вариҫтары” ойошмаһы өсөн генә түгел, йәштәр өсөн, киләсәк өсөн кәрәк! Бөгөн ватансыллыҡ, илһөйәрлек хаҡында күп һөйләйҙәр, күп яҙалар. Тап Салауат Юлаев шәхесе йөҙөндә ошо тойғоно йәштәрҙә тәрбиәләп булыр ине. Беҙгә ситтән миҫалдар эҙләргә кәрәкмәй, тыуған ере, иле өсөн йәнен фиҙа ҡылырҙай батырҙар бик күп милләтебеҙҙә. Ваҡыт үтә, батшалар килә, түрәләр китә, әммә батырҙың исеме мәңге халыҡ хәтерендә, милләт йөрәгендә һаҡлана. Әгәр киткән көнөндә иҫкә алып, ҡорбан салдырып, доғалар ҡылһаҡ, батырыбыҙҙың рухы яҡтырып китер ине, ул беҙҙән, ошо заманда йәшәгәндәрҙән, риза булһын, тип теләйек.
Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.