Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хәлдәрең нисек, студент?
Хәлдәрең нисек, студент? Өйрәнгән мөхиттән айырылып, яңы көнкүреш шарттарына күнегеп китеү барыбыҙҙан да көс, сабырлыҡ һәм бер ни тиклем ваҡыт талап итә. Кескәйҙәрҙең балалар баҡсаһына өйрәнеп китеүе, уҡырға барған балаларҙың мәктәп тормошона, көн тәртибенә инеп китеүе балаларҙың, ата-әсәләрҙең һәм тәрбиәсе менән уҡытыусының ҡатнашлығында үтһә, мәктәпте тамамлап, студент тормошона аяҡ баҫҡан йәштәргә был мәлде үҙҙәренә йырып сығырға кәрәк.

Тыуған ҡаланан һәм ауылдан, ата-әсә йортонан айырылып, студент тигән яңы исемгә һәм социаль статусҡа эйә булған кисәге мәк­тәп уҡыусыһының, йәғни бөгөнгө сту­дент­тың ҙур ҡалала, юғары уҡыу йортонда ниндәй ауырлыҡтар менән осрашыуы ихтимал?
=Беренсенән, атай-әсәйҙе, тыуған йортто, өйрәнгән мөхитте һағыныу тойғоһо. Ятаҡ ҡуйған шарттарға тиҙ генә өйрәнеп китә алмауы ла бар.
=Икенсенән, юғары уҡыу йорто ул мәктәп түгел. Предметтар һаны ла күберәк, талаптар ҙа юғарыраҡ. Парҙар буйына дәфтәр тултырып лекциялар яҙырға, семинарҙарға, практик дәрестәргә әҙерләнергә тура килә.
=Өсөнсөнән, яңы кешеләр менән аралашыу, курсташтар, ятаҡтағы бүлмәләштәр ме­нән уртаҡ тел табыу, килешеп татыу йәшәү, яңы дуҫтар табыу, танышлыҡтар булдырыу. Шулай уҡ уҡытыусылар, юғары уҡыу йорто хеҙмәткәр­ҙәре менән дә бәйләнеш булдырыу бик мөһим.
=Дүртенсенән, финанс мәсьәләләрен хәл итеү, аҡсаны дөрөҫ тотонорға өйрәнеү. Ашау-эсеү яғын да хәҙер инде үҙеңә хәстәрләргә тура килә.
Ошо мәсьәләләрҙе йырып сығыу бер ни тиклем ваҡыт талап итә. Адаптация осо­роноң тиҙерәк һәм еңелерәк үтеүе сту­дент­тың әүҙемлегенә, аралашыусан­лығы­на, яңы шарттарға яраҡлаша белеүенә лә бәйләнгән. Ошо осорҙо еңелерәк үткәреү өсөн студент­тарға психологтарҙың бер нисә кәңәшен еткерге килә:
=Беренсенән, студент осороноң, һөнәр алыу­ҙың тормошта бик кәрәк һәм мөһим икәнлеген аңларға тырышығыҙ. Күңелең ят­ҡан һөнәр, яратҡан эш – ул тормоштоң ғаи­лә, дуҫтар-туғандар кеүек айырылғыһыҙ бер өлөшө. Яратҡан һөнәреңде үҙләштереп, йәмғиәткә, кешеләргә файҙа килтереү, хеҙмә­теңдең емешен күреү кеше өсөн бик мөһим.
=Икенсенән, студент булыу ваҡыты – яңы дуҫтар, таныштар табыу осоро ла. Шуға күрә үҙегеҙгә йомолоп ултырмағыҙ, күберәк арала­шығыҙ, кәңәш һорап мөрәжәғәт иткәндәргә хәлегеҙҙән килгәнсә ярҙам итергә тырышығыҙ. Шулай уҡ был осорҙа үҙеңдең ижади потен­циалыңды асып, уны артабан үҫтерергә лә мөм­кинлек тыуа, сөнки студенттар гел уҡыу менән генә мәшғүл түгел, тыуған ауылда йәки ҡалала төрлө түңәрәктәргә, секцияларға йөрөргә мөмкинлек булмаһа, ҙур ҡалала бындай уңайлыҡтар күберәк.
=Яңы дуҫтар, таныштар табып, атай-әсәйе­геҙҙе, класташтарығыҙҙы, элекке дуҫ-иштәре­геҙ­ҙе лә онотоп ебәрмәгеҙ. Улар менән һәр саҡ бәйләнештә булығыҙ, хәлдәрен һорашып, хәл-әхүәлдәрегеҙҙе һөйләгеҙ. Тыуған яҡ, тыу­ған йорт менән бәйләнештең өҙөлмәүе лә бик мөһим.
=Һаулығығыҙға, күңел торошоғоҙға иғти­бар­лы булығыҙ. Күңел төшөнкөлөгөнә бирел­гәндә, нимәлер килеп сыҡмаған осраҡта ярҙам һорарға тартынмағыҙ, тәҡдим ителгән ярҙамдан баш тартмағыҙ.
Адаптация осорон үткәреп, студент тор­мошона өйрәнеп киткән студентты беренсе сессия көтөп тора. Сессия осорона, имтихан­дар­ға әҙерләнеүгә ҡағылышлы бер нисә кәңәш:
=Мөмкинлек булһа, имтиханға ике-өс ке­ше­нән торған төркөм менән әҙерләнегеҙ. Бе­регеҙ бер һорауға яуап әҙерләһә, икенсегеҙ икен­сеһен уҡый тора. Бер-берегеҙгә белгән­дәр­ҙе һөйләп, аңлатып үтәһегеҙ, ниндәйҙер һорау килеп сыҡһа, бергәләшеп яуабын табаһығыҙ.
Студент мәлегеҙ матур һәм уңышлы үтһен, ошо ваҡытта һалынған ныҡлы нигеҙ һеҙгә киләсәктә яҡшы белгестәр булып, бәхетле тормош ҡорорға ярҙам итһен! Уңыштар һеҙгә!
Ғәлиә СӘЛИХОВА,
психолог.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 3

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 4

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә