Өйрәнгән мөхиттән айырылып, яңы көнкүреш шарттарына күнегеп китеү барыбыҙҙан да көс, сабырлыҡ һәм бер ни тиклем ваҡыт талап итә. Кескәйҙәрҙең балалар баҡсаһына өйрәнеп китеүе, уҡырға барған балаларҙың мәктәп тормошона, көн тәртибенә инеп китеүе балаларҙың, ата-әсәләрҙең һәм тәрбиәсе менән уҡытыусының ҡатнашлығында үтһә, мәктәпте тамамлап, студент тормошона аяҡ баҫҡан йәштәргә был мәлде үҙҙәренә йырып сығырға кәрәк. Тыуған ҡаланан һәм ауылдан, ата-әсә йортонан айырылып, студент тигән яңы исемгә һәм социаль статусҡа эйә булған кисәге мәктәп уҡыусыһының, йәғни бөгөнгө студенттың ҙур ҡалала, юғары уҡыу йортонда ниндәй ауырлыҡтар менән осрашыуы ихтимал?
=Беренсенән, атай-әсәйҙе, тыуған йортто, өйрәнгән мөхитте һағыныу тойғоһо. Ятаҡ ҡуйған шарттарға тиҙ генә өйрәнеп китә алмауы ла бар.
=Икенсенән, юғары уҡыу йорто ул мәктәп түгел. Предметтар һаны ла күберәк, талаптар ҙа юғарыраҡ. Парҙар буйына дәфтәр тултырып лекциялар яҙырға, семинарҙарға, практик дәрестәргә әҙерләнергә тура килә.
=Өсөнсөнән, яңы кешеләр менән аралашыу, курсташтар, ятаҡтағы бүлмәләштәр менән уртаҡ тел табыу, килешеп татыу йәшәү, яңы дуҫтар табыу, танышлыҡтар булдырыу. Шулай уҡ уҡытыусылар, юғары уҡыу йорто хеҙмәткәрҙәре менән дә бәйләнеш булдырыу бик мөһим.
=Дүртенсенән, финанс мәсьәләләрен хәл итеү, аҡсаны дөрөҫ тотонорға өйрәнеү. Ашау-эсеү яғын да хәҙер инде үҙеңә хәстәрләргә тура килә.
Ошо мәсьәләләрҙе йырып сығыу бер ни тиклем ваҡыт талап итә. Адаптация осороноң тиҙерәк һәм еңелерәк үтеүе студенттың әүҙемлегенә, аралашыусанлығына, яңы шарттарға яраҡлаша белеүенә лә бәйләнгән. Ошо осорҙо еңелерәк үткәреү өсөн студенттарға психологтарҙың бер нисә кәңәшен еткерге килә:
=Беренсенән, студент осороноң, һөнәр алыуҙың тормошта бик кәрәк һәм мөһим икәнлеген аңларға тырышығыҙ. Күңелең ятҡан һөнәр, яратҡан эш – ул тормоштоң ғаилә, дуҫтар-туғандар кеүек айырылғыһыҙ бер өлөшө. Яратҡан һөнәреңде үҙләштереп, йәмғиәткә, кешеләргә файҙа килтереү, хеҙмәтеңдең емешен күреү кеше өсөн бик мөһим.
=Икенсенән, студент булыу ваҡыты – яңы дуҫтар, таныштар табыу осоро ла. Шуға күрә үҙегеҙгә йомолоп ултырмағыҙ, күберәк аралашығыҙ, кәңәш һорап мөрәжәғәт иткәндәргә хәлегеҙҙән килгәнсә ярҙам итергә тырышығыҙ. Шулай уҡ был осорҙа үҙеңдең ижади потенциалыңды асып, уны артабан үҫтерергә лә мөмкинлек тыуа, сөнки студенттар гел уҡыу менән генә мәшғүл түгел, тыуған ауылда йәки ҡалала төрлө түңәрәктәргә, секцияларға йөрөргә мөмкинлек булмаһа, ҙур ҡалала бындай уңайлыҡтар күберәк.
=Яңы дуҫтар, таныштар табып, атай-әсәйегеҙҙе, класташтарығыҙҙы, элекке дуҫ-иштәрегеҙҙе лә онотоп ебәрмәгеҙ. Улар менән һәр саҡ бәйләнештә булығыҙ, хәлдәрен һорашып, хәл-әхүәлдәрегеҙҙе һөйләгеҙ. Тыуған яҡ, тыуған йорт менән бәйләнештең өҙөлмәүе лә бик мөһим.
=Һаулығығыҙға, күңел торошоғоҙға иғтибарлы булығыҙ. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелгәндә, нимәлер килеп сыҡмаған осраҡта ярҙам һорарға тартынмағыҙ, тәҡдим ителгән ярҙамдан баш тартмағыҙ.
Адаптация осорон үткәреп, студент тормошона өйрәнеп киткән студентты беренсе сессия көтөп тора. Сессия осорона, имтихандарға әҙерләнеүгә ҡағылышлы бер нисә кәңәш:
=Мөмкинлек булһа, имтиханға ике-өс кешенән торған төркөм менән әҙерләнегеҙ. Берегеҙ бер һорауға яуап әҙерләһә, икенсегеҙ икенсеһен уҡый тора. Бер-берегеҙгә белгәндәрҙе һөйләп, аңлатып үтәһегеҙ, ниндәйҙер һорау килеп сыҡһа, бергәләшеп яуабын табаһығыҙ.
Студент мәлегеҙ матур һәм уңышлы үтһен, ошо ваҡытта һалынған ныҡлы нигеҙ һеҙгә киләсәктә яҡшы белгестәр булып, бәхетле тормош ҡорорға ярҙам итһен! Уңыштар һеҙгә!
Ғәлиә СӘЛИХОВА,
психолог.