Элекке йылдарҙа Өфөнөң Коммунистик урамындағы Яҙыусылар йортонан кеше өҙөлмәй торғайны. Ҡулъяҙмалар ижади секция ултырыштарында тикшерелә, идара ултырыштарында даими һөйләшеүҙәр бара, әҙәби кесаҙналарҙа яңы шиғырҙар уҡытабыҙ. Төрлө райондарҙан ҡәләмдәштәребеҙ килеп тора. Йыл һайын Бөйөк Еңеү көнөндә яугир ағайҙарҙы саҡырабыҙ, көҙ ололарҙы йыйып хөрмәтләргә тырышабыҙ. Ҡатын-ҡыҙҙар байрамында шағирәләрҙе, әҙибәләрҙе лә йыя торғайныҡ. Ә бына 2002 йылда вафат булған әҙиптәребеҙҙең һәм шағирҙарыбыҙҙың тол ҡалған ҡатындарын да ҡәләмдәштәребеҙ янына йыйҙыҡ. Бик ихлас аралашып ултырғайныҡ шул байрам табынында. Әҙәби ижад менән йәшәгәндәрҙең яҙмыштары йыш ҡына бик ҡатмарлы була. Ә бына уларҙың ауыр эштәрен көн дә күреп, туҡтауһыҙ борсолоуҙарын уртаҡлашып, ҡатмарлы холоҡтарын аңлап, ҡайһы саҡта сәйер ҡылыҡтарын кисереп, илһам утында янған ирҙәре янында ут йотоп йәшәгән ҡатындарҙың да ғүмерҙәре еңелдән түгел.
Бөйөк әҙиптәр менән бергә фиҙакәр ғүмер кисергән ҡаһарман ҡатындар булған. Шулар араһынан Федор Достоевскийҙың ҡатыны Анна Григорьевнаның исемен нисәмә быуын уҡыусылар оло хөрмәт менән телгә ала. Ундай шәхестәр үҙебеҙҙең башҡорт ерлегендә лә бар. Буласаҡ ире Рәми Ғариповтың телендә бер генә һүҙ ҙә белмәгән украин кешеһе, Мәскәүҙә үҫкән Надежда Васильевнаның Башҡортостанға йәшәргә килеүе, башҡортса өйрәнеүе, шағир менән күпме ғәҙелһеҙлектәргә дусар булып та еңелмәүе, бөйөк шағирҙың вафатынан һуң уның әҫәрҙәрен донъяға сығарыу, бай архивын барлау буйынса күпме көс түгеүен беҙ ишетеп түгел, яҡындан аралашып, ошо изге эштәрҙә бергә ҡатнашып белдек. Надя еңгә үҙенең барлыҡ ғүмерен Рәми ағайҙың исеме менән, ижады менән йәшәне. Рәми Ғарипов һымаҡ тоғро уҡыусыларынан уңған шағирҙар һирәк була. Беҙ, йәғни Динис Бүләков, Тимер Йосопов, Сафуан Әлибай, мәшһүр остазыбыҙҙың шәкерттәре булыуыбыҙ, ошо изге эштә ҡатындарыбыҙҙың да ихлас ярҙамлашыуын уйлап, ғорурланып йәшәнек.
Әҙип, яҙыусы ирҙәренә лайыҡлы хеҙмәт иткән ҡаһарман башҡорт ҡатындарынан мин Рәйлә Мөхәмәт ҡыҙы Бүләкованың исемен оло хөрмәт менән телгә алырға теләйем. Ул йәшләй тол ҡалды. Әммә Динис Мөҙәрис улынан һуң йәшәгән егерме йыл ғүмерен тотошлайы менән иренең яҙған һәр һүҙен халыҡҡа еткереү эшенә арнаны. Яҙыусының ауылында музей ойоштороу, мәктәпкә исемен биреү, уның янында донъяны йәмләп тороусы Бүләковтың һәйкәле – былар барыһы ла Рәйлә Бүләкованың тырышлығы һәм уңғанлығы, аҡыллы эшмәкәрлеге арҡаһында ғына мөмкин булды. Том-том китаптары баҫылып сыҡты, иҫтәлектәр йыйынтығы донъя күрҙе – быларҙың барыһына ла Рәйләнең күҙ нуры түгелгән, зирәк зиһененең яҡтылығы бөркөлгән.
Динис Бүләков иҫән саҡта беҙ уның тыуған төйәгендә йыш була торғайныҡ. Был матур традицияны әле лә дауам итәбеҙ, музейына яңы китаптарыбыҙҙы алып барабыҙ, һәйкәле янында йәки клубта яҡташтары менән осрашабыҙ. Әле яңыраҡ ҡына әҙиптең ауылдаштарына мин “Динис Бүләков сәңгелдәге” тигән яңы шиғырымды бүләк иттем.
Рәйлә Бүләкова тураһында һөйләгәндә, 2012 йылдың 10 декабрендә Фәйзи Ғәскәров ансамбле залында үткән бик ихлас кисә тураһында айырым әйткем килә. Был көндә Динис Бүләковтың Төркиәлә сыҡҡан китаптарының презентацияһы булды. Бындағы сығышымды мин дуҫыма арналған шиғырҙан башланым. Унда шундай юлдар бар: “Тертләп китәм, үткән саҡта ҡапыл берәйһенә “Динис!” тиһәләр”. Динистың тауышы туҡтап торғаны юҡ. Рәйләнең тынғыһыҙ хәстәрлеге арҡаһында китаптары сығып тора. Бына Динис Бүләковтың һүҙе Төркиәнән дә килеп етте. Быға тиклем унда ике телдә ике томлыҡ антология, Салауаттың, Аҡмулланың беҙ әҙерләгән китаптары донъя күргәйне. Ләкин бер үк яҙыусының бер үк ваҡытта бер үк нәшриәттә ике китабының баҫылып сығыуы әлегә тиклем булмаған, бәлки, киләсәктә ҡабатланмаҫлыҡ та хәл ине. Динис Бүләковтың “Килмешәк”, “Ғүмер бер генә” романдарының ике китап булып уҡыусыға етеүе әҙәбиәтебеҙ өсөн тарихи ваҡиғаға әйләнде.
Ошоно ойоштороусыларҙың барыһына ла рәхмәт. Китаптарҙы тәржемә иткән йәш, мөләйем төрөк ҡатыны Ниғар Ҡалҡанға рәхмәт”. Бер сәғәтлек осрашыу бик йөкмәткеле, бик йылы булды. Рәйлә Бүләкова, тәржемәсе ҡатын Ҡалҡанға рәхмәт әйтеп, дебет шәл ябындырҙы. Рәйләнең бер ейәненең йырлауын, икенсе ейәнсәренең шиғыр уҡыуын халыҡ ныҡ оҡшатты. Динис менән Рәйләнең ҙур ҡыҙҙары Ләйсән дә, уртансылары Зөһрә лә, бәләкәйҙәре Миләүшә лә һәр саҡ әҙәбиәтебеҙҙе яратып, атайҙарының рухына тоғро булып йәшәй. Ошо матур инаныуҙы йәш быуын да дауам итә. Әҙип өсөн бик ҙур бәхет.
Төркиәнән килгән ҡунаҡтар иртәгәһенә ҡышҡы оҙон юлға сыҡты. Ишембай районында Зәки Вәлиди, Мәләүез районында Динис Бүләков музейында булып ҡайтты. Һуңғы йылдарҙа ҡаты ауырыуына ҡарамаҫтан, Рәйлә Мөхәмәт ҡыҙының да ошо юлға сығыуы, алыҫ сәфәрҙә ҡәҙерле төрөк ҡәрҙәштәребеҙ менән булыуы, әлбиттә, уның рух ныҡлығы, ҡаһарманлығы ине.
Рәйлә Бүләкова һәр саҡ осрашыуҙарға ихлас ҡыуанды. Ҡаты ауырыу уны аралашыуҙарҙан сикләгәнгә, ул шуға күрә күрешеүҙәргә бик мохтаж булды. Йышыраҡ ойошторорға тырышты. Уның башы тулы уй-хыял, күңеле тулы мәрхәмәт ине. Фекер уртаҡлашырға, нисек тә ярҙам итергә, яңы эштәргә илһамландырырға тырышып йәшәне. Ғүмеренең иң көслө саҡтарын ул “Китап” нәшриәтенә бирҙе, ҡатмарлы саҡтарҙа Мәскәүҙәргә лә юл тотто, милли китабыбыҙҙың, әҙәбиәтебеҙҙең киләсәген хәстәрләп йәшәне. Нәшриәтебеҙҙә уны әле лә бик ололап хәтерләйҙәр.
2014 йылдың аҙағында беҙ ҡатыным менән бер айға яҡын Америка Ҡушма Штаттарында булдыҡ. Ярай әле китер алдынан Рәйлә менән күрешеп ҡалғанбыҙ. Сит илдә ауыр хәбәрҙе ишеткәс, 17-18 декабрҙә “Рәйлә Бүләкова рухына” тигән ошо шиғырым тыуҙы:
Булдың кеше күңелен аңлай
торған Зирәктәрҙән-зирәк бер кеше.
Беҙ йыйынған саҡта алыҫ юлға,
Ярай әле ҡалдыҡ күрешеп.
Юл алдынан хушлашайыҡ
тинең,
Күңелеңдең күрҙек тулғанын.
Кем уйлаған ошо күрешеүҙең
Бәхилләшеү мәле булғанын.
Океан аша, илдәр аша осоп,
Йөрөгәндә беҙ йылы ерҙәрҙә,
Өҙөлөп ҡалған ғүмер
юлҡайҙарың,
Киткәнһең һин һалҡын
гүрҙәргә.
Ауыр хәбәр ишетеп, шаңҡып
ҡалдыҡ,
Моңһоуланды һымаҡ океан.
Һалҡынайған төндөң
һулышынан
Таңда пальма ысыҡ – йәш ҡоя.
Ҡасан ғына йәмле йәйҙәр үтте
Тыуған ауылында Динистың,
Нөгөштәге көмөш
шишмәләрҙән
Һыуҙар ғына түгел, моң эстек.
Дуҫтар араһында
булмайҙыр ул
Динис менән һинең кеүектәр,
Әҙип ҡатындары араһында
Булмайҙыр ул һиндәй
бөйөктәр.
Сырхау һине күпме
һыҙландырҙы,
Һыҡтаманың. Ҡайҙан был
түҙем?
Халыҡ өсөн һин бөртөкләп
йыйҙың
Динис яҙғандарҙың һәр һүҙен.
Изге маяҡтарҙы ҡаплағанда
Был тормоштоң
ҡором-ҡараһы,
Бәлә ситкә өркөр,
Яҡты бөркөр
Киткән дуҫтарымдың ҡарашы.
Көндәлектәремдә 2014 йылдың 3 декабрендә Мичиганда ошолай тип яҙып ҡуйғанмын:
Тороп ҡалды бөйөк Рәсәй,
Ҡаршы алды Америка.
Оҙатып ҡалған кешеләрем
Иҫән ҡаршы алыр микән?
Аллаға шөкөр, оҙатып ҡалған ҡәҙерле кешеләрем иҫән-һау ҡаршы алды. Тик Рәйлә Бүләкова дуҫыбыҙ менән генә ҡабат күрешә алманыҡ. Уны юҡһыныуыбыҙ ғына ҡалды. Ошо көндәрҙә уға етмеш йәш тулған булыр ине. Был иҫтәлекле мәлдә юҡһыныуыбыҙ бигерәк тә көслө.