Юҡһыныуыбыҙ бигерәк көслө20.09.2016
Юҡһыныуыбыҙ  бигерәк көслө Элекке йылдарҙа Өфөнөң Коммунистик урамындағы Яҙыусылар йортонан кеше өҙөлмәй торғайны. Ҡулъяҙмалар ижади секция ултырыштарында тикшерелә, идара ултырыштарында даими һөйләшеүҙәр бара, әҙәби кесаҙналарҙа яңы шиғырҙар уҡытабыҙ. Төрлө райондарҙан ҡәләмдәштәребеҙ килеп тора. Йыл һайын Бөйөк Еңеү көнөндә яугир ағайҙарҙы саҡырабыҙ, көҙ ололарҙы йыйып хөрмәтләргә тырышабыҙ. Ҡатын-ҡыҙҙар байрамында шағирәләрҙе, әҙибәләрҙе лә йыя торғайныҡ. Ә бына 2002 йылда вафат булған әҙиптәребеҙҙең һәм шағирҙарыбыҙҙың тол ҡалған ҡатындарын да ҡәләмдәштәребеҙ янына йыйҙыҡ. Бик ихлас аралашып ултырғайныҡ шул байрам табынында.

Әҙәби ижад менән йәшәгәндәр­ҙең яҙмыштары йыш ҡына бик ҡат­марлы була. Ә бына уларҙың ауыр эштәрен көн дә күреп, туҡтауһыҙ борсо­лоуҙарын уртаҡлашып, ҡат­марлы холоҡтарын аңлап, ҡайһы саҡта сәйер ҡылыҡтарын кисереп, илһам утында янған ирҙәре янында ут йотоп йәшәгән ҡатындарҙың да ғүмерҙәре еңелдән түгел.
Бөйөк әҙиптәр менән бергә фи­ҙакәр ғүмер кисергән ҡаһарман ҡатындар булған. Шулар араһынан Федор Достоевскийҙың ҡатыны Анна Григорьевнаның исемен нисә­мә быуын уҡыусылар оло хөр­мәт менән телгә ала. Ундай шәхес­тәр үҙе­беҙҙең башҡорт ерлегендә лә бар. Буласаҡ ире Рәми Ғари­повтың телендә бер генә һүҙ ҙә белмәгән украин кешеһе, Мәскәүҙә үҫкән Надежда Васильев­наның Башҡортос­танға йәшәргә килеүе, башҡортса өйрәнеүе, ша­ғир менән күпме ғәҙел­һеҙлектәргә дусар булып та еңел­мәүе, бөйөк шағирҙың вафатынан һуң уның әҫәрҙәрен донъяға сыға­рыу, бай архивын барлау буйынса күпме көс түгеүен беҙ ишетеп түгел, яҡындан аралашып, ошо изге эш­тәрҙә бергә ҡатнашып белдек. Надя еңгә үҙе­нең барлыҡ ғүмерен Рәми ағайҙың исеме менән, ижады менән йәшә­не. Рәми Ғарипов һымаҡ тоғро уҡыу­сыла­рынан уңған шағир­ҙар һи­рәк була. Беҙ, йәғни Динис Бүлә­ков, Тимер Йосопов, Сафуан Әли­бай, мәшһүр остазы­быҙ­ҙың шә­керт­тәре булыуыбыҙ, ошо изге эш­тә ҡа­тын­дарыбыҙҙың да ихлас ярҙам­ла­шыуын уйлап, ғорурланып йәшә­нек.
Әҙип, яҙыусы ирҙәренә лайыҡлы хеҙмәт иткән ҡаһарман башҡорт ҡатындарынан мин Рәйлә Мөхәмәт ҡыҙы Бүләкованың исемен оло хөрмәт менән телгә алырға телә­йем. Ул йәшләй тол ҡалды. Әммә Динис Мөҙәрис улынан һуң йәшә­гән егерме йыл ғүмерен тотошлайы менән иренең яҙған һәр һүҙен ха­лыҡ­ҡа еткереү эшенә арнаны. Яҙыусының ауылында музей ойоштороу, мәктәпкә исемен биреү, уның янында донъяны йәмләп тороусы Бүләковтың һәйкәле – былар бары­һы ла Рәйлә Бүләкованың тырыш­лығы һәм уңғанлығы, аҡыл­лы эшмә­кәрлеге арҡаһында ғына мөмкин булды. Том-том китаптары баҫылып сыҡты, иҫтәлектәр йы­йын­тығы донъя күрҙе – быларҙың барыһына ла Рәйләнең күҙ нуры түгелгән, зирәк зиһененең яҡты­лығы бөркөл­гән.
Динис Бүләков иҫән саҡта беҙ уның тыуған төйәгендә йыш була торғайныҡ. Был матур традицияны әле лә дауам итәбеҙ, музейына яңы китаптарыбыҙҙы алып бара­быҙ, һәйкәле янында йәки клубта яҡташтары менән осрашабыҙ. Әле яңыраҡ ҡына әҙиптең ауылдаштарына мин “Динис Бүләков сәңгел­дәге” тигән яңы шиғырымды бүләк иттем.
Рәйлә Бүләкова тураһында һөй­ләгәндә, 2012 йылдың 10 де­кабрендә Фәйзи Ғәскәров ансамбле залында үткән бик ихлас кисә тураһында айырым әйткем килә. Был көндә Динис Бүләковтың Төркиәлә сыҡҡан китаптарының презентацияһы булды. Бындағы сығышымды мин дуҫыма арналған шиғырҙан башланым. Унда шундай юлдар бар: “Тертләп китәм, үткән саҡта ҡапыл берәйһенә “Динис!” тиһәләр”. Динистың тауышы туҡтап торғаны юҡ. Рәйләнең тынғыһыҙ хәстәрлеге арҡаһында китаптары сығып тора. Бына Динис Бүлә­ковтың һүҙе Төркиәнән дә килеп етте. Быға тиклем унда ике телдә ике томлыҡ антология, Салауат­тың, Аҡмул­ла­ның беҙ әҙерләгән китаптары донъя күргәйне. Ләкин бер үк яҙыусының бер үк ваҡытта бер үк нәшриәттә ике китабының баҫылып сығыуы әлегә тиклем булмаған, бәлки, киләсәктә ҡабатланмаҫлыҡ та хәл ине. Динис Бүләковтың “Килме­шәк”, “Ғүмер бер генә” романдары­ның ике китап булып уҡыусыға етеүе әҙә­биәтебеҙ өсөн тарихи ваҡиғаға әйләнде.
Ошоно ойоштороусыларҙың ба­ры­һына ла рәхмәт. Китаптарҙы тәр­жемә иткән йәш, мөләйем төрөк ҡатыны Ниғар Ҡалҡанға рәхмәт”. Бер сәғәтлек осрашыу бик йөк­мәткеле, бик йылы булды. Рәйлә Бүләкова, тәржемәсе ҡатын Ҡал­ҡан­ға рәхмәт әйтеп, дебет шәл ябын­дырҙы. Рәйләнең бер ейәне­нең йырлауын, икенсе ейәнсәренең шиғыр уҡыуын халыҡ ныҡ оҡшат­ты. Динис менән Рәйләнең ҙур ҡыҙ­ҙары Ләйсән дә, уртансылары Зөһрә лә, бәләкәйҙәре Миләүшә лә һәр саҡ әҙәбиәтебеҙҙе яратып, атайҙа­рының рухына тоғро булып йәшәй. Ошо матур инаныуҙы йәш быуын да дауам итә. Әҙип өсөн бик ҙур бәхет.
Төркиәнән килгән ҡунаҡтар иртә­гәһенә ҡышҡы оҙон юлға сыҡты. Ишембай районында Зәки Вәлиди, Мәләүез районында Динис Бүләков музейында булып ҡайтты. Һуңғы йылдарҙа ҡаты ауырыуына ҡара­маҫ­тан, Рәйлә Мөхәмәт ҡыҙының да ошо юлға сығыуы, алыҫ сәфәрҙә ҡәҙерле төрөк ҡәрҙәштәребеҙ менән булыуы, әлбиттә, уның рух ныҡлы­ғы, ҡаһарманлығы ине.
Рәйлә Бүләкова һәр саҡ осра­шыуҙарға ихлас ҡыуанды. Ҡаты ауырыу уны аралашыуҙарҙан сик­ләгәнгә, ул шуға күрә күрешеүҙәргә бик мохтаж булды. Йышыраҡ ойошто­рорға тырышты. Уның башы тулы уй-хыял, күңеле тулы мәрхәмәт ине. Фекер уртаҡлашырға, нисек тә ярҙам итергә, яңы эштәргә илһамландырырға тырышып йәшә­не. Ғүмеренең иң көслө саҡтарын ул “Китап” нәшриәтенә бирҙе, ҡатмарлы саҡтарҙа Мәскәүҙәргә лә юл тотто, милли китабыбыҙҙың, әҙәбиәтебеҙҙең киләсәген хәстәр­ләп йәшәне. Нәшриәтебеҙҙә уны әле лә бик ололап хәтерләйҙәр.
2014 йылдың аҙағында беҙ ҡа­ты­ным менән бер айға яҡын Америка Ҡушма Штаттарында булдыҡ. Ярай әле китер алдынан Рәйлә менән күрешеп ҡалғанбыҙ. Сит илдә ауыр хәбәрҙе ишеткәс, 17-18 декабрҙә “Рәйлә Бүләкова рухына” тигән ошо шиғырым тыуҙы:

Булдың кеше күңелен аңлай
торған

Зирәктәрҙән-зирәк бер кеше.
Беҙ йыйынған саҡта алыҫ юлға,
Ярай әле ҡалдыҡ күрешеп.

Юл алдынан хушлашайыҡ
тинең,
Күңелеңдең күрҙек тулғанын.
Кем уйлаған ошо күрешеүҙең
Бәхилләшеү мәле булғанын.

Океан аша, илдәр аша осоп,
Йөрөгәндә беҙ йылы ерҙәрҙә,
Өҙөлөп ҡалған ғүмер
юлҡайҙарың,
Киткәнһең һин һалҡын
гүрҙәргә.
Ауыр хәбәр ишетеп, шаңҡып
ҡалдыҡ,
Моңһоуланды һымаҡ океан.
Һалҡынайған төндөң
һулышынан
Таңда пальма ысыҡ – йәш ҡоя.
Ҡасан ғына йәмле йәйҙәр үтте
Тыуған ауылында Динистың,
Нөгөштәге көмөш
шишмәләрҙән
Һыуҙар ғына түгел, моң эстек.

Дуҫтар араһында
булмайҙыр ул
Динис менән һинең кеүектәр,
Әҙип ҡатындары араһында
Булмайҙыр ул һиндәй
бөйөктәр.

Сырхау һине күпме
һыҙландырҙы,
Һыҡтаманың. Ҡайҙан был
түҙем?
Халыҡ өсөн һин бөртөкләп
йыйҙың
Динис яҙғандарҙың һәр һүҙен.

Изге маяҡтарҙы ҡаплағанда
Был тормоштоң
ҡором-ҡараһы,
Бәлә ситкә өркөр,
Яҡты бөркөр
Киткән дуҫтарымдың ҡарашы.
Көндәлектәремдә 2014 йылдың 3 декабрендә Мичиганда ошолай тип яҙып ҡуйғанмын:
Тороп ҡалды бөйөк Рәсәй,
Ҡаршы алды Америка.
Оҙатып ҡалған кешеләрем
Иҫән ҡаршы алыр микән?
Аллаға шөкөр, оҙатып ҡалған ҡәҙер­ле кешеләрем иҫән-һау ҡар­шы алды. Тик Рәйлә Бүләкова дуҫыбыҙ менән генә ҡабат күрешә алманыҡ. Уны юҡһыныуыбыҙ ғына ҡалды. Ошо көндәрҙә уға етмеш йәш тулған булыр ине. Был иҫтәлек­ле мәлдә юҡһыныуыбыҙ бигерәк тә көслө.


Вернуться назад