Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тәбиғи ризыҡ ейә ейәнсуралар
Таҙлар – районда ғына түгел, республикабыҙҙа иң күркәм ауылдарҙың береһе. Мәғрур тауҙар, үҙенсәлекле болонлоҡ-уйһыулыҡтар... Кесе Һүрәмдең Оло Һүрәм йылғаһына ҡойған урынын күреү өсөн генә әллә ҡайҙан ағылалар бында. Улай ғына түгел, йәшәү өсөн һәр йәһәттән дә шарттар етерлек. Теләйһең икән, малсылыҡ, үҫемлекселек, баҡсасылыҡ, ҡошсолоҡ йүнәлешендә үҙеңде һынап ҡара. Асылда иһә шул уңайлыҡты күҙ уңында тотоп, Фәнис БАЯЗИТОВ фермерлыҡ эшен башлай. Йәмле Ейәнсура яҡтарына юл төшкәндә уның менән әңгәмәләшергә форсат таптыҡ.

– Фәнис Батырхан улы, нин­дәй була ул заманса фермер?
— Уйынлы-ысынлы әйткәндә, кис ятҡанда иртәгәһе көнгә аныҡ уй-ниәт ҡороу, иртән уянғас та үҙеңде һау-сәләмәт тойоу һәм эш урыныңа дәртләнеп барыу...
– Үҙ эшегеҙҙе асҡанда ни­мә­нән башланығыҙ?
– Уҙған быуаттың 80-се йылдарында Ейәнсурала һарыҡ 114 мең башҡа еткерелгән, уларҙы кәртәнән сығарһалар, тотош яланды ҡаплап йөрөгән, тиҙәр. Бөгөн күптәр ошо малды үрсе­теүгә ныҡлап тотондо. Быны һарыҡсылыҡ тармағын яңынан тергеҙеү генә түгел, хатта ейән­сураларҙың данын ҡайтарыу тиһәң дә, шаштырыу булмаҫ.
Иң мөһиме — ошо төбәктең тәбиғәте мал аҫрау өсөн шул тиклем йәтеш. Һыулауға төшөрәйем тиһәң, рәхим ит – йылға-шиш­мәләре аҙым һайын, туғай, болон­лоҡ, ҡалҡыулыҡтар, хан йәйлә­үеләй йәйрәп ятҡан көтөүлектәр, ҡыҫҡаһы, барыһы ла уңай. Районда сабынлыҡ һәм көтөүлектәр иркен генә. Оҙаҡ уйлап, кәләшем һәм балаларым менән кәңәшләш­кәндән һуң, ваҡ малдан башларға ҡарар иттек.
Бер нисә йыл элек грант отоу бихисап эштәрҙе алға ебәрергә булышлыҡ итте. 1 миллион 180 мең һумға волгоград тоҡомло 70 баш һарыҡ һатып алдым һәм техникалы булдым. Хәҙер ваҡ мал һаны – йөҙҙән ашыу.
Һәр кемдең киләһе көндәргә уй-ниәте булған шикелле, бәлә­кәйҙән ошо турала хыялланғай­ным, бына урау юлдар аша булһа ла ниәтемә ирештем. Был күҙал­лағандың яртыһы ғына әле, алда тауҙай мәшәҡәттәр көтә.
Иҫке интернат бинаһын ремонтлап, малдарҙы шунда урын­лаштырҙым, ялан кәртәне ирке­нәйттем. Эргәләге Үрге Һарыбил ауылындағы МТС бинаһын да йүнәттем.
Грант алыусылар һаны арт­ҡандан-арта, был – шатлыҡлы күренеш, әлбиттә. Сәмселдәр өҫтәлеп тора, төрлө йүнәлешкә йөҙ борған улар, тырыштарҙы район етәкселеге ярҙамынан өҙмәҫ, иманым камил. Әйткәндәй, мин дә уларҙың ярҙамын ныҡлы тоям, хакимиәт башлығы Әлфә­рис Байсуринға рәхмәтем сикһеҙ. Әйтәм бит, беҙҙә берәүгә лә сикләү юҡ, рәхим ит!
Йәйгеһен витаминдарға бай төрлө мал аҙығы әҙерләнек, уны аралаштырып бирергә тырыша­быҙ. Шулай иткәндә, һыуыҡ ҡыш­ты еңел үткәрәләр.
Әлбиттә, кәләшем Юлиә – төп ярҙамсым. Бынан тыш, Лилиә, Ләйсән һәм Гүзәл ҡыҙҙарым ихлас булыша.
– “Йәнле ауыл” проектына ҡарашығыҙ нисек?
– Район етәкселегенең хәстәр­леге менән беҙ, “Йәнле ауыл” проектында ҡатнашҡан бер нисә эшҡыуар, баш ҡалала белемде камиллаштырып ҡайттыҡ. Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис уни­верситетының кафедра мөдире Ринат Мамаев оҫталыҡ дәрес­тәре үткәрҙе. Ныҡышмал­дарға ауылда эш бар ул, кемдер быны инҡар итергә маташа, әммә ун­дайҙар менән килешмәйем. Уңыш­лы проект тип уйлайым, ауылға уның ҡот өҫтәре бәхәсһеҙ.
– Берәүҙең һүҙҙәрен үҙгәр­теп һәм арттырып әйткәндә, бөгөн ялҡау ғына һатыу ит­мәй. Магазин тотоу отош­ломо?
– Тыуған ауылымда “Ләйсән” (ул иң беренсе булып “Йәнле ауыл” проектына индерелгән) магазиным бар, уның эшмәкәрлеге­нән ҡәнәғәтмен. Отошломо-юҡмы тигән һорауға, тормош көрәш бит, был осраҡта ла замандан артта ҡалмаҫ өсөн ныҡ тырышырға кәрәк, тип яуап бирер инем. Магазинымда тик тәбиғи ризыҡ һатыла, барыһы ла ауылда үҫте­релгән һәм етештерелгән.
Бынан тыш, Иҫәнғолдағы сау­ҙа нөктәләрен шулай уҡ аҙыҡ-түлек менән өҙлөкһөҙ тәьмин итәм. “Меролина”, “Нарцисс”, “Лилиана”, “Ларец”, “Батыр” һәм башҡа киосктар – шуға асыҡ миҫал.
– Уларға тауарҙы ҡайҙан ала­һығыҙ, әллә баҡсағыҙ шул тиклем йәйрәп ятамы ла ҡош-ҡортоғоҙҙоң иҫәбе-һаны юҡ­мы?
– Халыҡтан йомортҡа, һөт, ит, ҡыяр, помидор кеүек аҙыҡ-түлек һатып алыуҙы ойошторҙом, улар­ҙы әҙме-күпме эшкәртеп магазин­дарға сығарам. Эш йылдамыраҡ барһын өсөн һөт эшкәртеү ҡорол­маһы алдым. Пастеризациялау, сепарат һәм май бешеү функцияларын үтәй ул. Дөйөм алған­да, тәүлегенә 120 литр продукция етештерәбеҙ, ә бит ҡасандыр 30 литрҙан ғына башлағайныҡ. Өҫтәүенә вакуум ярҙамында ит ризыҡтарын һәм емеш-еләкте һаҡлай торған ҡорамалым да бар.
Эргә-тирәләге Үрге Бикбирҙе, Ҡарадигән, Түбәнге Бикбирҙе, Бикбау, Трушин ауылдары халҡы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәм, Таҙлар тураһында әйтәһе лә түгел. Беренсенән, яҡташтарым үҙҙәренән артып ҡалған емеш-еләген, шулай уҡ итен, һөтөн миңә һатып, мул ғына аҡса эшләү мөмкинлегенә эйә. Икенсенән, кешеләр тәбиғи ризыҡ (ҡаймаҡ, ҡорот, ҡымыҙ, һыйыр майы, эремсек ише һөт ризыҡтары) ашап кинәнә.
– Фәнис Батырхан улы, ихлас әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Киләсәктә лә уңыштар һеҙгә!








Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ. Район: Ейәнсура районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә