Тәбиғи ризыҡ ейә ейәнсуралар16.09.2016
Таҙлар – районда ғына түгел, республикабыҙҙа иң күркәм ауылдарҙың береһе. Мәғрур тауҙар, үҙенсәлекле болонлоҡ-уйһыулыҡтар... Кесе Һүрәмдең Оло Һүрәм йылғаһына ҡойған урынын күреү өсөн генә әллә ҡайҙан ағылалар бында. Улай ғына түгел, йәшәү өсөн һәр йәһәттән дә шарттар етерлек. Теләйһең икән, малсылыҡ, үҫемлекселек, баҡсасылыҡ, ҡошсолоҡ йүнәлешендә үҙеңде һынап ҡара. Асылда иһә шул уңайлыҡты күҙ уңында тотоп, Фәнис БАЯЗИТОВ фермерлыҡ эшен башлай. Йәмле Ейәнсура яҡтарына юл төшкәндә уның менән әңгәмәләшергә форсат таптыҡ.
– Фәнис Батырхан улы, ниндәй була ул заманса фермер?
— Уйынлы-ысынлы әйткәндә, кис ятҡанда иртәгәһе көнгә аныҡ уй-ниәт ҡороу, иртән уянғас та үҙеңде һау-сәләмәт тойоу һәм эш урыныңа дәртләнеп барыу...
– Үҙ эшегеҙҙе асҡанда нимәнән башланығыҙ?
– Уҙған быуаттың 80-се йылдарында Ейәнсурала һарыҡ 114 мең башҡа еткерелгән, уларҙы кәртәнән сығарһалар, тотош яланды ҡаплап йөрөгән, тиҙәр. Бөгөн күптәр ошо малды үрсетеүгә ныҡлап тотондо. Быны һарыҡсылыҡ тармағын яңынан тергеҙеү генә түгел, хатта ейәнсураларҙың данын ҡайтарыу тиһәң дә, шаштырыу булмаҫ.
Иң мөһиме — ошо төбәктең тәбиғәте мал аҫрау өсөн шул тиклем йәтеш. Һыулауға төшөрәйем тиһәң, рәхим ит – йылға-шишмәләре аҙым һайын, туғай, болонлоҡ, ҡалҡыулыҡтар, хан йәйләүеләй йәйрәп ятҡан көтөүлектәр, ҡыҫҡаһы, барыһы ла уңай. Районда сабынлыҡ һәм көтөүлектәр иркен генә. Оҙаҡ уйлап, кәләшем һәм балаларым менән кәңәшләшкәндән һуң, ваҡ малдан башларға ҡарар иттек.
Бер нисә йыл элек грант отоу бихисап эштәрҙе алға ебәрергә булышлыҡ итте. 1 миллион 180 мең һумға волгоград тоҡомло 70 баш һарыҡ һатып алдым һәм техникалы булдым. Хәҙер ваҡ мал һаны – йөҙҙән ашыу.
Һәр кемдең киләһе көндәргә уй-ниәте булған шикелле, бәләкәйҙән ошо турала хыялланғайным, бына урау юлдар аша булһа ла ниәтемә ирештем. Был күҙаллағандың яртыһы ғына әле, алда тауҙай мәшәҡәттәр көтә.
Иҫке интернат бинаһын ремонтлап, малдарҙы шунда урынлаштырҙым, ялан кәртәне иркенәйттем. Эргәләге Үрге Һарыбил ауылындағы МТС бинаһын да йүнәттем.
Грант алыусылар һаны артҡандан-арта, был – шатлыҡлы күренеш, әлбиттә. Сәмселдәр өҫтәлеп тора, төрлө йүнәлешкә йөҙ борған улар, тырыштарҙы район етәкселеге ярҙамынан өҙмәҫ, иманым камил. Әйткәндәй, мин дә уларҙың ярҙамын ныҡлы тоям, хакимиәт башлығы Әлфәрис Байсуринға рәхмәтем сикһеҙ. Әйтәм бит, беҙҙә берәүгә лә сикләү юҡ, рәхим ит!
Йәйгеһен витаминдарға бай төрлө мал аҙығы әҙерләнек, уны аралаштырып бирергә тырышабыҙ. Шулай иткәндә, һыуыҡ ҡышты еңел үткәрәләр.
Әлбиттә, кәләшем Юлиә – төп ярҙамсым. Бынан тыш, Лилиә, Ләйсән һәм Гүзәл ҡыҙҙарым ихлас булыша.
– “Йәнле ауыл” проектына ҡарашығыҙ нисек?
– Район етәкселегенең хәстәрлеге менән беҙ, “Йәнле ауыл” проектында ҡатнашҡан бер нисә эшҡыуар, баш ҡалала белемде камиллаштырып ҡайттыҡ. Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының кафедра мөдире Ринат Мамаев оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Ныҡышмалдарға ауылда эш бар ул, кемдер быны инҡар итергә маташа, әммә ундайҙар менән килешмәйем. Уңышлы проект тип уйлайым, ауылға уның ҡот өҫтәре бәхәсһеҙ.
– Берәүҙең һүҙҙәрен үҙгәртеп һәм арттырып әйткәндә, бөгөн ялҡау ғына һатыу итмәй. Магазин тотоу отошломо?
– Тыуған ауылымда “Ләйсән” (ул иң беренсе булып “Йәнле ауыл” проектына индерелгән) магазиным бар, уның эшмәкәрлегенән ҡәнәғәтмен. Отошломо-юҡмы тигән һорауға, тормош көрәш бит, был осраҡта ла замандан артта ҡалмаҫ өсөн ныҡ тырышырға кәрәк, тип яуап бирер инем. Магазинымда тик тәбиғи ризыҡ һатыла, барыһы ла ауылда үҫтерелгән һәм етештерелгән.
Бынан тыш, Иҫәнғолдағы сауҙа нөктәләрен шулай уҡ аҙыҡ-түлек менән өҙлөкһөҙ тәьмин итәм. “Меролина”, “Нарцисс”, “Лилиана”, “Ларец”, “Батыр” һәм башҡа киосктар – шуға асыҡ миҫал.
– Уларға тауарҙы ҡайҙан алаһығыҙ, әллә баҡсағыҙ шул тиклем йәйрәп ятамы ла ҡош-ҡортоғоҙҙоң иҫәбе-һаны юҡмы?
– Халыҡтан йомортҡа, һөт, ит, ҡыяр, помидор кеүек аҙыҡ-түлек һатып алыуҙы ойошторҙом, уларҙы әҙме-күпме эшкәртеп магазиндарға сығарам. Эш йылдамыраҡ барһын өсөн һөт эшкәртеү ҡоролмаһы алдым. Пастеризациялау, сепарат һәм май бешеү функцияларын үтәй ул. Дөйөм алғанда, тәүлегенә 120 литр продукция етештерәбеҙ, ә бит ҡасандыр 30 литрҙан ғына башлағайныҡ. Өҫтәүенә вакуум ярҙамында ит ризыҡтарын һәм емеш-еләкте һаҡлай торған ҡорамалым да бар.
Эргә-тирәләге Үрге Бикбирҙе, Ҡарадигән, Түбәнге Бикбирҙе, Бикбау, Трушин ауылдары халҡы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәм, Таҙлар тураһында әйтәһе лә түгел. Беренсенән, яҡташтарым үҙҙәренән артып ҡалған емеш-еләген, шулай уҡ итен, һөтөн миңә һатып, мул ғына аҡса эшләү мөмкинлегенә эйә. Икенсенән, кешеләр тәбиғи ризыҡ (ҡаймаҡ, ҡорот, ҡымыҙ, һыйыр майы, эремсек ише һөт ризыҡтары) ашап кинәнә.
– Фәнис Батырхан улы, ихлас әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Киләсәктә лә уңыштар һеҙгә!