Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Наҙанлыҡтан йоҡҡан яманат
Наҙанлыҡтан йоҡҡан яманат Нисек кенә ҡапма-ҡаршылыҡлы булмаһын, бөгөн журналистар, халыҡ алдында телмәр тотҡандар араһында “ислам” һәм “террорсылыҡ” төшөнсәләрен йәнәш ҡулланыусылар байтаҡ. Шартлатыуҙар, ҡораллы бәрелештәр тураһында һүҙ сыҡтымы, күптәр аңын-тоңон уйлап тормайынса динебеҙҙе тәнҡитләргә, уның ҡанундары тураһында бәхәсләшергә керешә. Йәнәһе, изге китабығыҙҙа шулай ҡушылған... Юҡ, әлбиттә, улар яңылыша! Тик ни сәбәпле тыуған һуң хаталы фекер?

Көнбайыштан ҡалҡҡан “ҡояш”


Был мәсьәлә күптән уйландыра ине, шулай ҙа яңыраҡ халыҡ араһында ишетелгән ике һүҙ ҡулға ҡәләм алырға мәжбүр итте. Тәүгеһен магазинда һут һатып ултырған ҡатын әйткәйне. “Йүнле кеше ошо йәштән һаҡал үҫтерәме ни? Моғайын, әллә ниндәй шартлатҡыстар әҙерләп йөрөйҙөр әле... Тәүбә, тәүбә”, – тине ул, килешле генә һаҡаллы егетте арҡыс-торҡос ҡарашы менән оҙатып ҡалғас. Икенсе фекер ятаҡ коменданты менән вахтерҙың һөйләшеүендә яңғыраны. “Бер ҡатынды иҙән йыуыусы итеп эшкә алырғамы-юҡмы?” – тип баш вата ине улар. “Ике юғары белеме булыу менәнме ни, ана, яулыҡ ябынып йөрөй ҙәбаһа! – тине вахтер. – Башыбыҙға бәлә...”
Шулай, бер нисә йыл элек кенә АҠШ-тағы, Франциялағы халыҡтың намаҙ уҡыу­сыларға, яулыҡлыларға һағайып ҡара­уы аптырата ине беҙҙе. Уларҙың ҡылыҡтарын аңлай алманыҡ, көлөп тә ҡуйғыланыҡ. Инде үҙебеҙ... Рухи сафлыҡ, татыулыҡ, тоғролоҡ нәсихәттәрен өҫтөбөҙ­гә ябырылып килгән ҡара шәүлә тип күрә­беҙ. Эйе, Көнбайыштан шәүлә ағыла, ләкин уның тамырҙары дин ҡанун­дарында түгел.
Һис шикһеҙ, террорсылыҡ, радикал ағым, милләтселек һымаҡ һәләкәткә илткән күренештәрҙе Ислам ҡанундары менән бәйләргә бер ниндәй нигеҙ юҡ. Әммә, маркетологтар иҫбатлауынса, алты ай буйына өҙлөкһөҙ тылҡыған хәлдә халыҡты теләһә ниндәй алдаҡҡа ышандырырға була. Хатта балдың – әсе, тоҙҙоң сөсө икәненә лә. Йәмғиәт аңын яулауға йүнәл­телгән реклама һәм мәғлүмәт һөжүменең гелән уңышҡа өлгәшеү сере тап шунда ла инде. Ә беҙҙең телевидение, радио, матбуғат, Интернет сайттары аша дингә кире ҡараш тыуҙырырлыҡ хәбәрҙәр нисәмә йыл туҡтауһыҙ яуа?..
Әлбиттә, бар бәләне киң мәғлүмәт сараларына ғына япһарыу ҙа дөрөҫ түгел. Утһыҙ төтөн сыҡмай, тиҙәр. Шуның һымаҡ, әгәр ҡайҙалыр шартлауҙар, атыштар булмаһа, уларҙа һаҡаллы һәм яулыҡлы кешеләр ҡатнашмаһа, журналистар Ислам менән террор тураһында ул тиклем дә ҡомарланып, ҡыйыуланып һөйләй алмаҫ ине. Ваҡиға бармы, уны яңылыҡ итеп һатып, файҙа алырға мөмкинме? Шулай икән, хәбәрселәр тик ятмаясаҡ.
Төрлө фараздарға, раҫлауҙарға ҡара­ғанда, ваҡиға тыуҙырыу менән шөғөллә­неү­селәр билдәле, һәм улар һис тә һәлкәүлек күрһәтмәй. Ислам дәүләттә­ренең тәбиғи ҡаҙылма­ларға бай билә­мәһенә ҡыҙыҡҡан, бер үк ваҡытта Европа илдәренән, Рәсәйҙән дә күҙ яҙлыҡтырмаған капиталистар үҙ маҡсатына өлгәшеү өсөн аҡса йәлләмәй. Шәреҡ илдәрендә сыға­рылған бола йыш ҡына бер нисә кәмәнең ҡойроғон тоторға мөмкинлек бирә уларға: демократия теләгән халыҡтың үҙ хакимын язалап үлтереүе, миллионлаған ҡасаҡтың Европаға бәреп инеүе, Рәсәйҙәге мосолмандар араһында ығы-зығы тыуыуы... Ысын булһа, тәүбә-тәүбә, “игеҙәк башнялар” ҙа яңы һуғышҡа сәбәп итеп шартлатылған, тиҙәр.

Йәлләткә ожмах хәрәм!

Ҡайһы берәүҙәр әлеге низағтарҙы Исламға ҡаршы башҡа диндәгеләр тарафынан ҡылынған хаслыҡ тип ҡабул итә. Бәлки, ысынлап та, Мөхәммәт пәйғәмбәр өммәтенең тормоштан ҡәнәғәтлегенә көнләшеп ҡарағандарҙың мәкерле хыялдары барҙыр, тик был осраҡта матди ҡы­ҙыҡһыныу күберәк, буғай. Мосолмандарҙың үҙ-ара татыулығын ҡаҡшатҡан хәлдә бик күп байлыҡҡа юл асыла, тинек бит инде. Өҫтәүенә диндең асылын аңлап етмәгән, әммә үҙен тура юлдамын тип һанаған бер төркөмдө был һуғышта бик уңышлы файҙаланып була. Шундай тоғро, ҡыйыу яугирҙәр тағы ҡайҙа бар?..
Именлек хеҙмәте биргән мәғлүмәттәргә күҙ һалһаҡ, Рәсәйҙә террор акттары башҡарыу өсөн махсус кешеләр әҙерләгән урындар байтаҡ. Илебеҙ тыныс бит әле, буш һүҙҙер был, тип уйлаусылар бик ныҡ хаталана. Беренсенән, беҙҙә именлек һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары яҡшы эшләй, улар йыл да тиҫтәләрсә ҙур терактты иҫкәртә. Икенсенән, Рәсәйҙә әҙерлек үткәндәр сит илдәрҙә шартлау, атыш ойоштороуҙа әүҙем файҙаланыла. Элегерәк террорсыларҙың ояһын Төньяҡ Кавказ республикаларында ғына эҙләй торғайнылар, хәҙер Волга буйы-Урал төбәге лә хәүефлеләр иҫәбендә.
Ә нилектән ҡайһы бер мосолмандар енәйәтселәр сафына баҫа һуң? Әлбиттә, төрлө сәбәп барҙыр, әммә күп осраҡта был кешенең дин нигеҙҙәрен белмәүенә бәйле. Иманы нығынып бөтмәгән, дөрөҫ йүнәлеште күрмәгән йәштәрҙе албырғатып, юлдан яҙҙырыу бер ни тормай. Террорсылар араһына яңы ағзалар йәлеп итеү менән психиканы эшкәртергә оҫта әҙәмдәр шөғөлләнә. Ғөмүмән, был мафияла ҡорал ҡулланырға өйрәтеүселәр генә түгел, компьютер программалары эшләп сығарыу­сылар ҙа, хоҡуҡ белгестәре лә, башҡа тармаҡта тәжрибә туплағандар ҙа бар, тиҙәр. Улар һәр кем менән уртаҡ тел таба, теләһә ҡайһы күңелгә асҡыс ярата ала...
Шуны оноторға ярамай: мосолмандың уйҙары ла, ғәмәлдәре лә бер генә маҡсатҡа – Аллаһ Тәғәләнең ризалығына өлгәшеүгә – йүнәлтелгән. Тауыш күтәреү, ғауға сығарыу, кемелер рәнйетеү, ситләтеү, үҙеңә тейеш булмағанға йоғоноу, уғрылыҡ, илбаҫарлыҡ, үлтерештәр, шул иҫәптән бер ғәйепһеҙ бәндәләрҙең йәнен ҡыйыу юлы иһә, һис шикһеҙ, кирегә генә алып бара, Раббыңдан һаман да алыҫлаштыра. Пәйғәмбәр Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһи үә сәлләм: “Үҙ-ара килешеүҙә торған ка­фырҙы үлтергән кеше Ожмахтың ҡырҡ йыллыҡ араға таралған хуш еҫтәрен дә тоймаҫ”, – тип иҫкәрткән. Хәҙистәрҙә “Мөьмин (Аллаһҡа бар күңеле менән бирелгән кеше) алдында башҡалар (дин әһелдәре лә, кафырҙар ҙа) үҙен тыныс һәм хәүефһеҙ тоя алыр” тигән юлдар ҙа бар. Шуға күрә, асыҡтан-асыҡ әйтергә кәрәк: террорсыларҙың ысын исламға ла, иманға ла бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы юҡ.
Шулай итеп, мосолман битлеге кейгән ысын террорсылар йәмғиәткә лә, динебеҙгә лә янай, ләкин уларға ҡаршы көрәш алып барыусыларҙың эшмәкәрлеге уттың ялҡы­нына һыу һибеүҙе генә хәтерләтә. Усаҡты һүндерергә, йәғни барыһын да күңел төпкөл­дәрен таҙалауҙан башларға кәрәк. Был йәһәттән, моғайын, мәктәптә дин нигеҙҙәрен уҡытыуҙан да һөҙөмтәлерәк сара юҡтыр. Шуны аңламай тик бәғзе бер ата-әсә...
Тура юлдан
кем тайпыла?


Исламға хәүеф менән ҡарау “Алмағас – насар үҫемлек, сөнки емешен ашар өсөн уның башына менгән кешенең ҡолап төшөп, имгәнеүе бар” тиеүгә тиң бит ул. Йәштәр, миңә шик менән ҡараясаҡтар, тип диндән йыраҡ торорға, башҡалар ниндәй түбәнселеккә төшһә, шундай уҡ кимәлгә ыңғайларға тейешме ни?
Мөфтиәттәрҙең, мөхтәсибәттәрҙең яуаплылығы тураһында ла телгә алып үтмәйенсә булмай. Халыҡ араһында аңлатыу эше алып барыу буйынса әүҙем­лек етеңкерәмәй ҡайһы бер урындарҙа. Бәғзе берәүҙәр һаман да мулланы мәсеттә хәйер-саҙаҡа ҡабул итеп, доға ҡылғандан һуң битен һыпырып ултырыусы тип кенә белә. Имамдарҙың күбеһе оло йәштә булыуын иҫәпкә алғанда, төрлө ойоштороу эштәренә хәлдәре һәм ваҡыттары етмәүен аңларға мөмкин, ләкин уларға алмаш әҙерләү мәсьәләһе уйландырмай ҡалмай. Халыҡ ауыл мәсетенең йылына бер нисә тапҡыр ғына асылғанына күнегеп бара...
Бер танышымдың намаҙ уҡый башларға теләге ҙур ине. Тик тәүге тапҡыр мәсеткә барыуы булды, уйынан кире ҡайтты. Баҡ­һаң, ишек төбөндә ҡаршы алған аҡ сәл­ләле бер бабай: “Тәүҙә саҙаҡаңды һал, шунан түргә үтерһең”, – тигән икән. Егеткә, әлбиттә, ундай мөнәсәбәт оҡшамаған. “Барыһы ла аҡса өсөн генә ултыра, бөтөн нәмә яһалма”, – тип һығымта яһаған ул. Тағы бер эшҡыуар ағай: “Кеше алдап байығып алды ла, хәҙер әллә кем булып түбәтәй кейеп йөрөй, гонаһтарын юйырға теләйҙер, тип көлдөләр”, – тине лә мәсет тупһаһына бүтән аяҡ баҫманы... Ике ос­раҡта ла сәбәп бер – күңелдә шик тыуған ошондай мәлдәрҙә кәңәш бирерлек, дөрөҫ юлды төшөндөрөрлөк аҡыллы имамдар­ҙың булмауы. Ғибәҙәт йорттарына, дин әһелдәренә һәр кем аңлатыу, яҡлау һорап килә алырға тейештер.
Барлыҡ бәләләрҙең башы – дини белем­дең, мәғлүмәттең етмәүендә. Мосолман кеше, билдәле булыуынса, ғүмере буйы аҡыл һәм ғилем тупларға бурыслы. Эҙләнеү, өйрәнеү, булған тәжрибәне таратыу бөтәбеҙ өсөн дә фарыз. Уртаҡлаш­ҡандан аҡыл арта ғына.
Һүҙҙе йомғаҡлап, йәнә шуны әйтергә ине: фәлән ерҙә һуғыш бара, диндәштә­ребеҙ ҡырыла, тип башҡаларҙың ҡулына ҡорал тотторорға уйлаусыларҙың ҡотҡо­һонан һаҡ булырға, аҡылға таянырға кәрәк. Аллаһ Тәғәлә риза булырлыҡ ғәмәлдәр үҙебеҙҙә бихисап. Йылына әллә күпме туғаныбыҙҙы эскелектән, яҙа юлдан, ауы­рыуҙан, фәҡирлектән ҡотҡара, тәүфиҡлы балалар үҫтерә алабыҙ бит! Йәшәгән еребеҙҙә, нәҫелебеҙ, күрше-күләнебеҙ алдында беҙ күрһәткән тәҡүәлелек өлгөләре динебеҙҙең бәҫен тағы ла арттырыр, бер-беребеҙгә ышанысты, берҙәмлекте көсәйтер.



Автор: Я. УСМАНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 23

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 19

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 20

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 21

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 22

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 28

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 26

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 25

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 24

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 37

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 22