Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Уңышлы хеҙмәткә – лайыҡлы баһа
Уңышлы хеҙмәткә – лайыҡлы баһа Ауыл хужалығы министрлығының Колонна залында оло тантана үтте. Төрлө район һәм ҡалаларҙан юғары уңышҡа өлгәшкән белгестәргә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Илебеҙ ғорурлығы булған хеҙмәтсәндәрҙе ҡотлап, Рөстәм Зәки улы:
– Бөгөн һеҙ Рәсәй Федерация­һының һәм Башҡортостан Республи­ка­һының дәүләт наградаларын алаһығыҙ. Барығыҙ ҙа – алдығыҙға оло маҡсаттар ҡуйып, тура юлдан алға ҡыйыу барған үрнәк булыр кешеләр. Һеҙ был исемдәрҙе уңышлы хеҙ­мәтегеҙ менән яуланығыҙ. Беҙ көслө халҡы булған көслө Баш­ҡортостанда йәшәүебеҙ менән бәхетлебеҙ, – тине.
Оло яуаплылыҡ һәм шатлыҡ сатҡыһы менән балҡыған йөҙҙәргә ҡарап һоҡланаһың да, ғорурланаһың да. Лайыҡлы бүләктәр алған ил улдары һәм ҡыҙҙары үҙ сиратында оло ҡыуаныс менән рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, кисерештәре, уй-фекерҙәре менән бүлеште.
«Йәшлек» гәзитенең баш мөхәрри­ре Артур Хәсән улы Дәүләтбәковҡа «Башҡортостандың атҡаҙанған мат­буғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде. Бөгөнгө тантанала бүләкләнгәндәрҙең барыһы ла – иле, халҡы өсөн хеҙмәт иткән шәхестәр, тип билдәләп:
– Был исем – минең өсөн генә түгел, үҙем эшләгән тотош гәзит редакцияһы өсөн дә оло баһа. Ул иңгә алдағы көндәрҙә лә эшкә яуаплы ҡарарға йөкләмә һала, – тине ул.
Изгелек эшлә лә һыуға һал, халыҡ белер, халыҡ белмәһә, балыҡ белер, ти халыҡ мәҡәле. Ҡасандыр юғары маҡсаттар ҡуйып эшкә тотонған һәм үҙ ҡиблаларына тоғро ҡалып, яҡты уй-ниәттәрен тормошҡа ашырған уңғандар хеҙмәт емештәрен йыйҙы. Уларҙың яратып һәм тырышлыҡ һалып башҡарған эштәре, һис шикһеҙ, ошондай баһаға лайыҡ.



Автор: Розалия ЗАРИПОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә