Ауыл хужалығы министрлығының Колонна залында оло тантана үтте. Төрлө район һәм ҡалаларҙан юғары уңышҡа өлгәшкән белгестәргә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов дәүләт наградаларын тапшырҙы.Илебеҙ ғорурлығы булған хеҙмәтсәндәрҙе ҡотлап, Рөстәм Зәки улы:
– Бөгөн һеҙ Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын алаһығыҙ. Барығыҙ ҙа – алдығыҙға оло маҡсаттар ҡуйып, тура юлдан алға ҡыйыу барған үрнәк булыр кешеләр. Һеҙ был исемдәрҙе уңышлы хеҙмәтегеҙ менән яуланығыҙ. Беҙ көслө халҡы булған көслө Башҡортостанда йәшәүебеҙ менән бәхетлебеҙ, – тине.
Оло яуаплылыҡ һәм шатлыҡ сатҡыһы менән балҡыған йөҙҙәргә ҡарап һоҡланаһың да, ғорурланаһың да. Лайыҡлы бүләктәр алған ил улдары һәм ҡыҙҙары үҙ сиратында оло ҡыуаныс менән рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, кисерештәре, уй-фекерҙәре менән бүлеште.
«Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире Артур Хәсән улы Дәүләтбәковҡа «Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде. Бөгөнгө тантанала бүләкләнгәндәрҙең барыһы ла – иле, халҡы өсөн хеҙмәт иткән шәхестәр, тип билдәләп:
– Был исем – минең өсөн генә түгел, үҙем эшләгән тотош гәзит редакцияһы өсөн дә оло баһа. Ул иңгә алдағы көндәрҙә лә эшкә яуаплы ҡарарға йөкләмә һала, – тине ул.
Изгелек эшлә лә һыуға һал, халыҡ белер, халыҡ белмәһә, балыҡ белер, ти халыҡ мәҡәле. Ҡасандыр юғары маҡсаттар ҡуйып эшкә тотонған һәм үҙ ҡиблаларына тоғро ҡалып, яҡты уй-ниәттәрен тормошҡа ашырған уңғандар хеҙмәт емештәрен йыйҙы. Уларҙың яратып һәм тырышлыҡ һалып башҡарған эштәре, һис шикһеҙ, ошондай баһаға лайыҡ.