Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Өләсәйгә эш ҡалманы
Сер түгел, йәштәрҙең ҡалаға ҡасыуы бер эшһеҙлек мәсьәләһенә генә бәйләнмәгән. Ауыл ерендә социаль инфраструктура һүлпәнлеге лә ныҡ бәкәлгә һуға. Ишембай районын иһә әлеге проблема ситләтеп үтә: һуңғы йылдарҙа төбәктә төпкөл ауылдарҙа ла бер-бер артлы фельдшер-акушерлыҡ пункттары сафҡа инде, клубтар төҙөкләндерелде, ә ошо көндәрҙә бер юлы өс ауылда балалар баҡсаһы (мәктәпкәсә төркөм) асылды. Районда мәктәпкәсә йәштәге сабыйҙарҙы балалар баҡсаһына урынлаштырыу мәсьәләһе быға тиклем дә булманы, әлбиттә. Әммә әлеге күренеш был күрһәткесте нығытты ғына.

Бәрҙешле Ишембай ҡалаһы менән райондың иң ҙур ауылдарының береһе Петровскийҙы тоташтырған юл өҫтөндә ята. Шуға бында төпләнергә теләгән йәштәргә эш табыуы ҡыйын түгел – теләгәндәр Ишембайға йөрөй ала, Петровскийҙа ла ауыл хужалығы предприятиеларына эшсе ҡулдар һәр саҡ кәрәк, Стәрлетамаҡ та алыҫ түгел. Хәйер, юлсыларҙы аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү өсөн шарттар ҙа, мал аҫрарға теләгәндәргә урыны ла етерлек. Уның ҡарауы, өс йәше саҡ тулған сабыйҙы таң менән күрше ауылға балалар баҡсаһына йөрөтөүе – ҙур һынау. Бәхеткә күрә, был проблема ла үткән заманда ҡалды – ошо көндәрҙә белем усағы янында 15 урынлыҡ мәктәпкәсә төркөм эшләй башланы.

Ошондай уҡ ҡыуаныслы ваҡиғаны Әптектә лә кисерҙеләр. Әйткәндәй, яҡын арала балалар баҡсаһы урынлашҡан бинала ремонттан һуң фельдшер-акушерлыҡ пункты менән клуб та үҙ ишектәрен асасаҡ. Бер юлы өс социаль объекттың төҙөкләндерелеүе һәм заманса йыһазландырылыуы әптектәрҙең тормошона йәм һәм дәрт өҫтәмәй ҡалмаҫ.

Әсәйем эшһеҙ ҡалды инде, – тип шаярта Фиҙәлиә Сәйфетдинова. – Биш йәшлек ҡыҙым Зарина быға тиклем көндөҙ өләсәһе ҡарамағында ине. Күрше ауылда балалар баҡсаһы бар ҙа ул, йөрөтөргә йыраҡ. Хәҙер, Аллаға шөкөр, үҙебеҙҙә асылды.

Уразбайҙа ла урындағы башланғыс мәктәп нигеҙендә 15 урынлыҡ төркөм ойошторолдо. Әйткәндәй, бында хатта совет осоронда ла балалар баҡсаһы булмаған.

Мәсьәләнең икенсе яғы ла бар.

– Балаларға – баҡса, ололарға эш урыны булды, – ти, “бер ҡуяндың ике ҡойроғо”н тоҫмаллап, Этҡол ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Нәсимә Әйүпова.

Бина тигәндән, белем биреү учреждениеһын бындай рәүешле итеп киңәйтеү төрлө яҡлап отошло: беренсенән, кескәйҙәр мәктәп һуҡмағын белеп, буласаҡ уҡытыусыларын танып үҫә. Икенсенән, буш ерҙә балалар баҡсаһы төҙөү, бер кеше иҫәбенән сығып баһалағанда ла, яҡынса 600 мең һумға барып баҫа. Ә бөгөнгө вариант ун тапҡырға (!) кәмерәк. Бында, әлбиттә, һүҙ экономиялау хаҡында ғына бармай. Аҡсаны кирбес һатып алыу урынына матур уйынсыҡтарға тотонорға мөмкин. Һәр хәлдә, әлеге баҡсалар ҡаланыҡыларҙан һис тә ҡайтыш түгел.

...Мәҡәлә башында йәштәрҙең ҡала тормошон һайлауы хаҡында һүҙ ҡуҙғатҡайныҡ. Өс ауылға сәфәр ҡылғандан һуң, был күренештең ваҡытлыса ғына булғанына өмөт тыуа. Һәр хәлдә, Бәрҙешлегә, мәҫәлән, бер юлы өс йәш ғаилә күсенеп ҡайтырға теләк белдергән. Уразбайҙар, әптектәр – һүҙ һеҙгә.





Автор: Рәмил МАНСУРОВ. Район: Ишембай районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә