Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тәүге геопарк — беҙҙә
Тәүге геопарк — беҙҙә Республикабыҙҙа Рәсәйҙә ЮНЕСКО-ның тәүге геопаркын ойоштороу проектын башларға ниәтләйҙәр. Башҡортостан Хөкүмәтенең тейешле бойороғо хоҡуҡи мәғлүмәттәр сайтында донъя күрҙе.

Документҡа ярашлы, геологик парк ойоштороу буйынса тәҡдимдәр әҙерләү өсөн эш төркөмө төҙөлдө. Уның етәксеһе — Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов. Эш төркөмөнә быйыл 1 декабргә тиклем республика биләмәһендә геопаркты ойоштороу йәһәтенән тәҡдимдәр булдырыу һәм уны Хөкүмәткә еткереү бурысы ҡуйылды.
Геопарк – махсус һаҡланыу статусына эйә булған төбәк. Уның биләмәһендә ерҙең геологик тарихы, урындағы ландшафт­тарҙың төҙөлөшө, шулай уҡ тау тоҡомдарының, файҙалы ҡаҙылмаларҙың барлыҡҡа килеү үҙенсәлектәре асыҡ сағыла.
Өҫтәмә биш мең һум

Киләһе йылдың ғинуарында хаҡлы ялдағылар пенсия менән бергә биш мең һумлыҡ компенсация аласаҡ. Аҡса түләүҙе һорап Пенсия фондына ғариза биреүҙең кәрәге юҡ.

Бер тапҡыр түләнә торған компенсацияға Рәсәйҙә даими йәшәгән һәм Пенсия фондынан пенсия алған кешеләр хоҡуҡлы. Быйыл фонд түләгән пенсияларҙың бөтә төрҙәре 4 процентҡа индексацияланды. Һөҙөмтәлә республикала страховка пенсияларының уртаса кимәле 12474 һум тәшкил итте.
Компенсация түләү тураһындағы ҡарар Рәсәй Хөкүмәте тарафынан ҡабул ителде. Әле федераль закон әҙерләнә. Ул көҙ­гө сессияла Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышына тәҡдим ителәсәк. 2017 йылдан индексациялауҙың әүәлге тәртибе ғәмәлдә ҡаласаҡ.

Ямғыр ҡойһа ла...

Баш ҡалабыҙҙа II Өфө халыҡ-ара марафоны тамамланды. Унда 2653 кеше ҡатнашты. Быйылғы ярыш өҫтәмә һынау ҡуйҙы — көн буйы ямғыр туҡтаманы.

Төп марафонда былтыр еңгән спорт мастеры Эдуард Төхбә­туллин быйыл финишҡа дүртенсе булып килде. Ул арауыҡты үҙенең чемпион графигынан дүрт минутҡа әкренерәк үтте. Тәүге өс урынды Урал ҡунаҡтары яуланы. Свердловскиҙан Алексей Никаноров менән Максим Никольников финиш һыҙығын бер-бер артлы уҙҙы. Силәбенән Семен Карягин — өсөнсө.
Паралимпия чемпионы Елена Паутова ир-егеттәрҙән бер ҙә ҡалышманы. 42 саҡрымлыҡ юлды ул һигеҙенсе, әммә ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе булып үтте. Гүзәл зат араһында икен­се урынға Екатеринбургтан Ольга Пашагина, өсөнсөгә Өфөнән Динара Хисмәтуллина лайыҡ булды. 42 километрҙы йүгерергә теләк белдергәндәр араһынан финишҡа 216 кеше килеп етте.
Ярыммарафон дистанцияһында Өфөнән Таһир Хәйруллин еңеүгә өлгәште. Баш ҡалабыҙҙан Марат Йәләев – икенсе, Аҡъярҙан Айҙар Ишбулдин өсөнсө булды.



Автор: Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә