Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йыртҡыс, “урман санитары” – барыһын берләштерә ул
Йыртҡыс, “урман санитары” – барыһын берләштерә ул Тормошобоҙҙо беҙҙе уратып алған тау-урмандарһыҙ, ялан-ҡырҙарһыҙ, Хоҙай биргән башҡа тәбиғи байлыҡһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Шулай уҡ уларҙы төйәк иткән йәнлек, хайуан, ҡоштарһыҙ ҙа. Тик беҙ улар тураһында барыһын да беләбеҙме? Эйе, белеп бөтөү мөмкин түгел, ләкин аҙ ғына иғтибар итеп, танышып, тәбиғи шарттарға нисек яраҡлашып йәшәүҙәрен күҙалларға булалыр. Ошо маҡсаттан сығып, беҙ “Ҡырағай мөхит” тигән махсус бит сығара башлайбыҙ. Уның эстәлеге, мәғлүмәт яғынан байлығы һеҙгә лә бәйле, хөрмәтле уҡыусы. Үҙегеҙҙән Башҡортостанды, Рәсәйҙе төйәк иткән кейек-ҡоштар тураһында һүрәтләмәләр, мәҡәләләр көтәбеҙ. Күргән-күҙәткән, ишеткәндәрегеҙ хаҡында яҙып ебәрһәгеҙ ине.
Үҙ биләмәләре бар

Бүреләр элек Көньяҡ, Көнсығыш һәм Төньяҡ Американан башҡа бөтә төбәктәрҙә лә киң таралған булған, ләкин кешеләрҙең аяуһыҙ ҡырыуы арҡаһында улар Көнбайыш Европала бөтөнләй бөтөрөлгән. Ҡушма Штаттарҙың күпселек төбәктәрендә һәм Японияның байтаҡ утрауҙарында юҡ ителгән.
Бүре биологик яҡтан барлыҡ тәбиғәт шарттарында, Ер шарының күпселек өлөшөндә йәшәй. Шуныһы мөһим: ул кешеләр булған ергә тартыла. Әммә йылғаларҙан, күлдәрҙән алыҫ төйәк итмәй, сөнки һыуға мохтажлыҡ кисерә. Һәр өйөрҙөң һәм парҙың айырым биләмәләре була. Үҙҙәренсә уның сиген дә билдәләйҙәр. Башлыса биләмәләрен һейҙек менән уратып алалар. Сит еҫ аңҡыған ергә башҡаһы инергә тейеш түгел. Биләмә сиктәренең диаметры ҡышын хатта 30 — 60 километрға барып етә. Яҙын, парлашҡан осорҙа, бүреләр еренең диаметры 10 — 50 километр була.
Йәшәү өсөн был йәнлектәр теләһә ҡайҙа оя ҡора. Таулы урындарҙа мә­мерйәләрҙе, ҙурыраҡ тишекле ҡаяларҙы үҙ итһәләр, урмандарҙа ҡыуышлыраҡ урынды һайлайҙар, хатта бурһыҡ, төлкө өңдәренән дә тартынмайҙар.
Бүре эт ғаиләһенә ҡараған йәнлектәрҙең иң аҡыллыһы һанала: өйөрҙөң ойошоуы, унда һәр береһенең үҙ урынын белеүе быны иҫбатлай. Ҡулға эйәләштерелгән йыртҡыс иһә бөтә нәмәгә лә эткә ҡарағанда тиҙерәк өйрәнә, хәрәкәттәрҙе лә тиҙерәк иҫендә ҡалдыра.
Һунарҙа улар шул тиклем дәррәү эш итә, хатта белгестәр ҙә аптырай. Табыш юллап барғанда бер-береһе артынан, эҙҙәренә баҫып тигәндәй, сылбыр рәүешендә китһәләр, уға килеп етеү менән тиҙ генә һәр ҡайһыһы үҙ урынына “һибелә”. Һунарҙа еҫ тойоу һәм ишетеү һиҙемләүенә ышаналар. Байтаҡ аранан да һунарсы менән мылтыҡһыҙ кешене айыралар.
Бүре — хәрәкәтсән йыртҡыс. Сапҡанда сәғәтенә һигеҙ-туғыҙ километр араны үтһә, табышын эҙәрлекләгәндә йәки һунарсынан ҡасҡанда сәғәтенә 60 километрға тиклем 20 минут буйы саба һәм көнөнә 30 — 50 километр юл үтә ала. Оҙонлоҡҡа иһә биш метрға тиклем һикерә.
Бүреләр үҙ биләмәләренең бер генә мөйөшөндә тормай. Һәр урында бер-алты тәүлек кенә булалар. Һунарға йөрөгәндә лә бүренең айырым “маршруты” була. Быны ул йылдар буйы үҙгәртмәүе ихтимал.


Һунар

Бүре — бик көслө йәнлек. Алты йыртҡыстан торған өйөр оло мышыны йыға ала. Һарыҡ-кәзәне елкәһенә һалған килеш тә ул хатта эҙәрлекләүҙән ҡотола. Ике бүренең үҙҙәре йыҡҡан атты һаҙлыҡлыраҡ урындан бейек ярға һөйрәп мендергән осрағы ла була.
Был йыртҡыс ҙур йәнлектәр менән генә туҡланмай. Эргә-тирәһендәге бөтә януарҙар араһынан ул табышын эҙләй. Сысҡан күбәйеп китһә, уны тота, ҡуян бар икән, уны эләктерә. Дала яғында хатта сиңерткә менән тамаҡ туйҙыра. Ауылдарға яҡын урындарҙа йорт хайуандарына һөжүм итә, эттәрҙе һәм бесәйҙәрҙе лә аямай. Ашауға талымһыҙ. Беҙ уны, башҡа йәнлектәргә һөжүм итеүенә ҡарап, “йыртҡыс” тибеҙ, әммә бүре үләндән, еләк-емештән дә баш тартмай.
Был йәнлектәр, нигеҙҙә, төндә һөжүм итә. Табышты тамаҡтарына төшөрөүҙәренең бер нисә алымы бар. Яңғыҙ бүре, мәҫәлән, уға шым ғына яҡынлаша һәм ҡапыл һикерә. Өйөр иһә һунар иткәндә “ҡыуып индереү” ысулын ҡуллана. Был осраҡта йырт­ҡыстарҙың төп маҡсаты — көтөүҙе ҡапыл ҡурҡытып, араларынан иң көсһөҙ бер-икәүһен һайлап ҡалдырыу. Әгәр ҙә табыш артынан ҡыуыу 200-300 метрҙан да ашһа, өйөр туҡтай: көстәрен бушҡа әрәм итмәйҙәр.
Өйөргә биш центнер тартҡан мышыны йәки боланды йығыуы бер ни тормай. Табышты эләктергәс, иң башта өйөр башлығы тамағын туйҙыра. Ул иттең яҡшыһын ғына ашай, малдың ҡанын эсә.
Һуңынан, өйөрҙә тотҡан урындарына ҡарап, башҡалар өлөш бүлешә. Ашап туйғас, улар һыуһынын ҡандырыр һәм табыштарының ҡанынан йөндәрен йыуыр өсөн яҡындағы йылғаға һәм күлгә төшә.
Бер аҙ ял иткәс, тағы ашарға киләләр. Әгәр ҙә өңдәрендә балалары, уларҙы имеҙгән инә бүре ҡалһа, бер ата бүре сей килеш – ун, ҡорһағында ярым эшкәртелгән килеш биш килограмға тиклем ит алып ҡайта ала.
Тоғролар

Ғүмерҙәренең байтаҡ өлөшөн ғаиләлә, йәғни бер ғаиләнән хасил булған өйөрҙә үткәрәләр. Был һунар итеү өсөн ҡулайлы булыуы менән аңлатыла. Өйөрҙөң төп нигеҙен үрсем биреүсе парҙар тәшкил итә. Улар тоғролоҡтарын ғүмерҙәре буйы (әгәр ҙә береһе үлмәһә) һаҡлай. Тоҡомдарын дауам иттереү ваҡыты етһә, улар өйөрҙән айырылып тора. Был, ғәҙәттә, яҙ һәм йәй осоронда була. Ҡышын иһә ололарға һәм көсөктәргә үткән йылда тыуған йәштәр ҡушыла. Шулай итеп, алты-ун ике йәнлектән торған өйөр барлыҡҡа килә. Әгәр ҙә ул артыҡ ҙурайып китһә, ике һәм унан да күберәк өлөшкә бүленә. Йәш төркөм иһә яңы ер эҙләп китә.
Бүре өйөрөндә, ғәҙәттә, ике параллель — ата һәм инә бүреләр өсөн айырым иерархия урынлаштырыла. Һәр береһенең башында башлыҡ була. Уны белгестәр “альфа” тип атай. Ата “альфа” бөтә өйөргә лә хужа. Инә башлыҡ ҡайһы бер осраҡтарҙа бөтә өйөрҙөң иғтибар үҙәгендә була. Мәҫәлән, ҡышын нәҡ ул дөйөм олоуҙы (башҡа өйөр менән аралашыуҙы, ҡурҡыныс янауын, табыш тураһында иҫкәртеүҙе һәм башҡаларҙы аңлата) башлап ебәрә.
Өйөрҙә һәр ваҡыт социаль статус билдәләнеп тора: иерархияның түбәнерәк баҫҡысында торғандар гелән өҫкәрәк үрләргә тырыша. Шуға башлыҡ һәр саҡ үҙ урынын иҫбатлай, әммә был өйөр эсендә талашҡа килтерә тигән һүҙ түгел. Бөтә мөнәсәбәттәр айырым ымдар, ырылдауҙар һәм йәнлектәрҙең кәүҙәһен тотошо аша алып барыла. Өйөрҙәр бер-береһе менән бик һирәк осраша. Күрешкәндә лә һуғышып бармайҙар. Аралашыуҙары ым һәм ырылдау менән сикләнә. Хатта айырым осраҡта өйөрҙәрҙең берләшеүе ихтимал.
Ымдар һәм кәүҙәнең тотошо аша аралаша, тинек. Әллә ҡайҙа китмәй, эттәргә иғтибар менән ҡараһаҡ та, бүреләрҙең үҙ-ара нисек аңлашыуын төҫмөрләргә мөмкин. Мәҫәлән, шатлыҡтарын, сәләмләүҙәрен белдерһәләр, ҡойроҡтарын һелкәләр (ә былай бүреләрҙең ҡойроғо күпселек ваҡытта хәрәкәтһеҙ йөрөй), артҡы аяҡ араһына ҡыҫһалар — ҡурҡыуҙы һәм буйһоноуҙы, арҡаһы менән тигеҙ итеп һуҙылһа, көс һәм бойондороҡһоҙлоҡто аңлата. Бүре ирендәрен һелкеткеләһә, ҡолаҡтарын шымартһа (ҡыҫһа) — асыу билдәһе һ.б.
Олоуҙың да үҙенсәлектәре була. Ата бүре һәм инә бүре, бер йәшлектәр һәм унан ҙурыраҡтар, кесерәктәр — һәр береһе төрлөсә олой. Был тауыштарының төрлөлөгөнән генә килмәй, өйөрҙә тотҡан социаль урындарына ла ҡарай.
Бүре көсөктәре инә һөтөн өс-дүрт ай имә. Ике-өс айлыҡ булғас, уларға әсәһе ярым эшкәртелгән ит ашата һәм сейенә өйрәтә башлай. Көсөктәр өс-дүрт айлыҡ саҡтарынан уҡ өлкәндәрҙең хәрәкәтен ҡабатлай. Ә дүрт-биш айлыҡтары сысҡан һымаҡ ваҡ йәнлектәргә һөжүм итеп ҡарай. Йәштәре тулғансы улар “икенсе ролдә” йөрөй. Бүренең ғүмеренә килгәндә, тәбиғәт шарттарында һирәк кенә һигеҙ-ун йыл йәшәйҙәр, ә зоопарктарҙа егерме йәшкә еткәндәре лә осрай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә