Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Пепси” һәм “покемондар” быуынынан игелек күрербеҙме?
“Пепси” һәм “покемондар” быуынынан игелек  күрербеҙме? Ҡартаталары Бөйөк Ватан һуғышында еңгән, космосҡа ракеталар осорған, сиҙәм күтәргән, БАМ төҙөгән... Аталары СССР тигән дәүләттең емерелеүенең шаһиты булған... Ә уларҙан нимә көтөргә? “Пепси” һәм “покемондар” быуынынан...
Ейәнемде етәкләп өйҙән сығабыҙ. Уның ҡулында смартфон. Бөтә иғтибарын экрандағы уйын биләгән. “Балалар баҡсаһына барып еткәс уйнарһың” тигәнемде ҡолағына ла элмәй. Абынып йығылмаһын өсөн башлығынан тотам. Бәй, ҡараһам, подъездан сыҡҡан бүтән балаларҙың ҡулында ла шул уҡ әйбер. Улар бер-береһен күрмәй ҙә шикелле.


“Пепси” һәм “покемондар” быуынынан игелек  күрербеҙме? 1 сентябрҙә Өфөнөң Комсомол ура­мындағы мәктәптең ихатаһы аша үтергә тура килде. Байрам тантанаһы бара. Һәр баланың ҡулында, тәбиғи, күҙҙең яуын алырлыҡ гөлләмәләр. Ситтәрәк ата-әсәләр төркөмө. Ә уларының һәр ҡайһыһы... смартфон тотҡан.
Билдәле яҙыусы Александр Проханов үҙгәртеп ҡороу йылдарында мәктәпкә барған балаларҙы “пепси быуыны” тип атағайны. Элекке рухи ҡиммәттәр юҡҡа сығарылыу сәбәпле, мәғариф системаһы ла ҡаушап ҡалған дәүерҙә уҡый башлаған быуын ниндәйҙер бушлыҡ эсендә үҫте кеүек. Инҡар ителгән комсомол һәм пионер идеологияһы урынын пепси-кола, резина һағыҙ, сит ил музыкаһы, наркотиктар алды. Әгәр ҙә ил бөйөк державаға әүерелгән икән, тимәк, быға тарихи яҡтан да, социаль-иҡтисади йәһәттән дә таянырлыҡ ныҡлы терәк һәм дәртләндергес идеология булған.
Әммә уҙған быуаттың 90-сы йылдарында үҫеп килгән быуында илһөйәрлек рухы тәрбиәләү ҙә туҡтатылды. Ул замандарҙа Рәсәйҙең халыҡ-ара кимәлдә баҙнатһыҙланып ҡалыуының төп сәбәбе лә шунда. Ғәйәт ҙур ресурстары булған дәүләттә баҙар иҡтисадына күсеү бер ни ҙә тормай. Ә бына ошо күсеш осорондағы ауырлыҡтарҙы дөрөҫ йүнәлтелгән идеология, әлеге шул илһөйәрлек рухы тәрбиәләү, яҡты киләсәккә ышандырыу аша ғына еңелерәк үткәреп була ине.
Бөйөк Ватан һуғышын совет уҡытыусыһы еңде тип әйтергә тулы нигеҙ бар. Тап илебеҙҙең шул замандағы мөғәллимдәре физика, математиканан ғилем биреп кенә ҡалманы, ә Ватанды һөйөргә лә өйрәтте, буласаҡ космонавтар, яҙыусылар, яугирҙәр һәм тәбиғәт белгестәре тәрбиәләне. Иптәштәрен ихтирам итергә, алдашмаҫҡа, ҡыйыу һәм ярҙамсыл булырға өндәне. Иң мөһиме – совет балаһы дөйөм халыҡ мәнфә­ғәттәренең үҙ шәхси файҙаңдан өҫтөнөрәк булырға тейешлегенә инанып үҫте.
Ә 90-сы йылдарҙа һәм 2000 йылдар башында аяҡҡа баҫҡан быуын өсөн рухи ҡибла Көнбайыш Европа булды, сөнки үҙ халҡы “рентабелле түгел”. Тик Көнбайышҡа беҙҙең иҡтисади үҫеш түгел, ә тәбиғи ресурстар һәм һатыу баҙары кәрәк икәнлегенә хәҙер килеп төшөндөк, был йәһәттән идеология ла үҙгәрә бара. Ләкин беҙ үҫеште тиҙләтергә әҙерме? Уныһы икенсе мәсьәлә...
– Йәштәребеҙ көнө буйы тиерлек социаль селтәрҙән “сыҡмай”. Һорау алыу күрһәтеүенсә, 18-ҙән алып 35 йәшкә саҡлыларҙың яртыһы үҙ эшен асырға теләй, ләкин был йүнәлештә ҡыл да ҡыбырҙатмай, уның ҡарауы, Интернет өсөн ваҡыттарын йәлләмәйҙәр. Элекке заманда ҡайһы берәүҙәр кабактарҙа һәм уйын йорттарында ғүмер уҙғарһа, хәҙер – социаль селтәрҙә. Шунан бер нисек тә һөйрәп сығарып булмай. Торғаны менән үрмәксе ауы инде, – тигәйне республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, быйыл йәй инвестиция климатын яҡшыртыу буйынса йәмәғәтселек советы ултырышында сығыш яһап.
Хәҙерге заманда белем алыуҙың баһаһы ныҡ төштө – был әлеге шул “пепси быуыны”ның еңел йәшәргә ынтылышы. Эйе, иҡтисад йылдам алға бармай тороп эш хаҡы Европалағы кеүек була алмай, ләкин уларҙың кимәленә етер өсөн күпме хеҙмәт һалырға кәрәк... Беренсенән, аҡылды егергә. Һуңғы осорҙа: “Эшсе һөнәрҙәренә ҡытлыҡ ҙур. Йәштәр заводҡа барырға теләмәй. Юғары белемле экономистар һәм юристар ул хәтлем күп кәрәкмәй. Илгә матди байлыҡ тыуҙырыусылар етешмәй” тип йыш яҙалар. Ләкин эшсе һөнәрҙәренең абруйы юғалыуы, иҡтисадтың үтә лә аҡрын үҫеүе – ана шул аҡыл хеҙмәте менән шөғөлләнергә тейешле кешеләрҙең ғәйебе ул.
Матди байлыҡ тыуҙырыуға ҡыҙыҡ­тырырлыҡ шарттарҙы ла эшсе түгел, ә юғары технологиялар менән ҡоралланған белемле һәм һәләтле менеджерҙар әҙерләргә тейеш. Ләкин сит илгә барып эшләргә хыялланған, ундағы юғары хеҙмәт хаҡына ҡыҙыҡҡан күп кенә йәштәребеҙ Ватаны хаҡына ундай ауырлыҡтар һәм һынауҙар аша үтергә әҙер түгел.
Күптән түгел сәйәси партияларҙың береһенең Өфөләге һайлау алды штабында кисә генә юғары уҡыу йортоноң юридик факультетын тамамлаған бер ҡыҙҙан: “Юрист булғас, беләһегеҙҙер инде: Рәсәй Конституцияһының беренсе статьяһында нимә хаҡында һүҙ бара?” – тип һорағайным, ул иңбашын ғына һелкетеп ҡуйҙы. Уның һөйләшеүенән, етәкселек ҡушҡанды нисек үтәүенән, тәҡдимдәр әҙерләй алмауынан уҡ һиҙелеп тора – аҡыл хеҙмәте өсөн һәләте юҡ. Бәлки, кәрәкмәйҙер ҙә, сөнки һайлау алды кампанияһын ойоштороуҙа ярҙам итеү һылтауы менән кем тарафынандыр ошо штабҡа урынлаштырылған ҡыҙҙың артабан да бында эшкә ҡаласағын аңғарттылар. Электрон почта, факс һәм сканерҙы тоҡандыра белә, тағы ни кәрәк... Заводҡа барырға һис теләмәй – унда компьютер эргәһендә сәй эсеп ултырыу һәм көнөнә әллә нисә тапҡыр социаль селтәргә инеп сығыу мөмкинлеге юҡ, эшсе һөнәренә лә эйә түгел. Әммә яҡын киләсәктә уның кеүектәрҙең дә дәүләт власы органдарына үрләйәсәгенә шик юҡ.
Күреп торабыҙ: бер-бер артлы ҡалҡып сығыусы сауҙа үҙәктәренә хәтлем сит илдеке. Уларҙа һатылған пепси менән көнкүреш техникаһы ла импорт әйберҙәр, яңғыраған музыкаһы ла беҙҙеке түгел. Былар барыһы ла, әлбиттә, Рәсәйҙең тәбиғи ресурстарын һатыу иҫәбенә төҙөлгән һәм килтерелгән.
Яңы уҡыу йылы башланды. Ул киләсәк быуындағы илһөйәрлек рухын арттырырмы, Рәсәйҙең донъяла тотҡан урынын аҡыл хеҙмәтенә ысынлап та һәләтле булған һәм уның менән тейешле кимәлдә шөғөлләнә белгән кешеләр генә билдәләй аласағына ышандыра аласаҡмы, әллә барыһы ла элеккесә ҡалырмы? Был эш, тәбиғи, уҡытыусыларға ғына ҡайтып ҡалырға тейеш түгел.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872