Ҡартаталары Бөйөк Ватан һуғышында еңгән, космосҡа ракеталар осорған, сиҙәм күтәргән, БАМ төҙөгән... Аталары СССР тигән дәүләттең емерелеүенең шаһиты булған... Ә уларҙан нимә көтөргә? “Пепси” һәм “покемондар” быуынынан...Ейәнемде етәкләп өйҙән сығабыҙ. Уның ҡулында смартфон. Бөтә иғтибарын экрандағы уйын биләгән. “Балалар баҡсаһына барып еткәс уйнарһың” тигәнемде ҡолағына ла элмәй. Абынып йығылмаһын өсөн башлығынан тотам. Бәй, ҡараһам, подъездан сыҡҡан бүтән балаларҙың ҡулында ла шул уҡ әйбер. Улар бер-береһен күрмәй ҙә шикелле.
1 сентябрҙә Өфөнөң Комсомол урамындағы мәктәптең ихатаһы аша үтергә тура килде. Байрам тантанаһы бара. Һәр баланың ҡулында, тәбиғи, күҙҙең яуын алырлыҡ гөлләмәләр. Ситтәрәк ата-әсәләр төркөмө. Ә уларының һәр ҡайһыһы... смартфон тотҡан.
Билдәле яҙыусы Александр Проханов үҙгәртеп ҡороу йылдарында мәктәпкә барған балаларҙы “пепси быуыны” тип атағайны. Элекке рухи ҡиммәттәр юҡҡа сығарылыу сәбәпле, мәғариф системаһы ла ҡаушап ҡалған дәүерҙә уҡый башлаған быуын ниндәйҙер бушлыҡ эсендә үҫте кеүек. Инҡар ителгән комсомол һәм пионер идеологияһы урынын пепси-кола, резина һағыҙ, сит ил музыкаһы, наркотиктар алды. Әгәр ҙә ил бөйөк державаға әүерелгән икән, тимәк, быға тарихи яҡтан да, социаль-иҡтисади йәһәттән дә таянырлыҡ ныҡлы терәк һәм дәртләндергес идеология булған.
Әммә уҙған быуаттың 90-сы йылдарында үҫеп килгән быуында илһөйәрлек рухы тәрбиәләү ҙә туҡтатылды. Ул замандарҙа Рәсәйҙең халыҡ-ара кимәлдә баҙнатһыҙланып ҡалыуының төп сәбәбе лә шунда. Ғәйәт ҙур ресурстары булған дәүләттә баҙар иҡтисадына күсеү бер ни ҙә тормай. Ә бына ошо күсеш осорондағы ауырлыҡтарҙы дөрөҫ йүнәлтелгән идеология, әлеге шул илһөйәрлек рухы тәрбиәләү, яҡты киләсәккә ышандырыу аша ғына еңелерәк үткәреп була ине.
Бөйөк Ватан һуғышын совет уҡытыусыһы еңде тип әйтергә тулы нигеҙ бар. Тап илебеҙҙең шул замандағы мөғәллимдәре физика, математиканан ғилем биреп кенә ҡалманы, ә Ватанды һөйөргә лә өйрәтте, буласаҡ космонавтар, яҙыусылар, яугирҙәр һәм тәбиғәт белгестәре тәрбиәләне. Иптәштәрен ихтирам итергә, алдашмаҫҡа, ҡыйыу һәм ярҙамсыл булырға өндәне. Иң мөһиме – совет балаһы дөйөм халыҡ мәнфәғәттәренең үҙ шәхси файҙаңдан өҫтөнөрәк булырға тейешлегенә инанып үҫте.
Ә 90-сы йылдарҙа һәм 2000 йылдар башында аяҡҡа баҫҡан быуын өсөн рухи ҡибла Көнбайыш Европа булды, сөнки үҙ халҡы “рентабелле түгел”. Тик Көнбайышҡа беҙҙең иҡтисади үҫеш түгел, ә тәбиғи ресурстар һәм һатыу баҙары кәрәк икәнлегенә хәҙер килеп төшөндөк, был йәһәттән идеология ла үҙгәрә бара. Ләкин беҙ үҫеште тиҙләтергә әҙерме? Уныһы икенсе мәсьәлә...
– Йәштәребеҙ көнө буйы тиерлек социаль селтәрҙән “сыҡмай”. Һорау алыу күрһәтеүенсә, 18-ҙән алып 35 йәшкә саҡлыларҙың яртыһы үҙ эшен асырға теләй, ләкин был йүнәлештә ҡыл да ҡыбырҙатмай, уның ҡарауы, Интернет өсөн ваҡыттарын йәлләмәйҙәр. Элекке заманда ҡайһы берәүҙәр кабактарҙа һәм уйын йорттарында ғүмер уҙғарһа, хәҙер – социаль селтәрҙә. Шунан бер нисек тә һөйрәп сығарып булмай. Торғаны менән үрмәксе ауы инде, – тигәйне республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, быйыл йәй инвестиция климатын яҡшыртыу буйынса йәмәғәтселек советы ултырышында сығыш яһап.
Хәҙерге заманда белем алыуҙың баһаһы ныҡ төштө – был әлеге шул “пепси быуыны”ның еңел йәшәргә ынтылышы. Эйе, иҡтисад йылдам алға бармай тороп эш хаҡы Европалағы кеүек була алмай, ләкин уларҙың кимәленә етер өсөн күпме хеҙмәт һалырға кәрәк... Беренсенән, аҡылды егергә. Һуңғы осорҙа: “Эшсе һөнәрҙәренә ҡытлыҡ ҙур. Йәштәр заводҡа барырға теләмәй. Юғары белемле экономистар һәм юристар ул хәтлем күп кәрәкмәй. Илгә матди байлыҡ тыуҙырыусылар етешмәй” тип йыш яҙалар. Ләкин эшсе һөнәрҙәренең абруйы юғалыуы, иҡтисадтың үтә лә аҡрын үҫеүе – ана шул аҡыл хеҙмәте менән шөғөлләнергә тейешле кешеләрҙең ғәйебе ул.
Матди байлыҡ тыуҙырыуға ҡыҙыҡтырырлыҡ шарттарҙы ла эшсе түгел, ә юғары технологиялар менән ҡоралланған белемле һәм һәләтле менеджерҙар әҙерләргә тейеш. Ләкин сит илгә барып эшләргә хыялланған, ундағы юғары хеҙмәт хаҡына ҡыҙыҡҡан күп кенә йәштәребеҙ Ватаны хаҡына ундай ауырлыҡтар һәм һынауҙар аша үтергә әҙер түгел.
Күптән түгел сәйәси партияларҙың береһенең Өфөләге һайлау алды штабында кисә генә юғары уҡыу йортоноң юридик факультетын тамамлаған бер ҡыҙҙан: “Юрист булғас, беләһегеҙҙер инде: Рәсәй Конституцияһының беренсе статьяһында нимә хаҡында һүҙ бара?” – тип һорағайным, ул иңбашын ғына һелкетеп ҡуйҙы. Уның һөйләшеүенән, етәкселек ҡушҡанды нисек үтәүенән, тәҡдимдәр әҙерләй алмауынан уҡ һиҙелеп тора – аҡыл хеҙмәте өсөн һәләте юҡ. Бәлки, кәрәкмәйҙер ҙә, сөнки һайлау алды кампанияһын ойоштороуҙа ярҙам итеү һылтауы менән кем тарафынандыр ошо штабҡа урынлаштырылған ҡыҙҙың артабан да бында эшкә ҡаласағын аңғарттылар. Электрон почта, факс һәм сканерҙы тоҡандыра белә, тағы ни кәрәк... Заводҡа барырға һис теләмәй – унда компьютер эргәһендә сәй эсеп ултырыу һәм көнөнә әллә нисә тапҡыр социаль селтәргә инеп сығыу мөмкинлеге юҡ, эшсе һөнәренә лә эйә түгел. Әммә яҡын киләсәктә уның кеүектәрҙең дә дәүләт власы органдарына үрләйәсәгенә шик юҡ.
Күреп торабыҙ: бер-бер артлы ҡалҡып сығыусы сауҙа үҙәктәренә хәтлем сит илдеке. Уларҙа һатылған пепси менән көнкүреш техникаһы ла импорт әйберҙәр, яңғыраған музыкаһы ла беҙҙеке түгел. Былар барыһы ла, әлбиттә, Рәсәйҙең тәбиғи ресурстарын һатыу иҫәбенә төҙөлгән һәм килтерелгән.
Яңы уҡыу йылы башланды. Ул киләсәк быуындағы илһөйәрлек рухын арттырырмы, Рәсәйҙең донъяла тотҡан урынын аҡыл хеҙмәтенә ысынлап та һәләтле булған һәм уның менән тейешле кимәлдә шөғөлләнә белгән кешеләр генә билдәләй аласағына ышандыра аласаҡмы, әллә барыһы ла элеккесә ҡалырмы? Был эш, тәбиғи, уҡытыусыларға ғына ҡайтып ҡалырға тейеш түгел.