Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күҙгә күренерлек матур уңыштар бар
Алты йыл элек Сибайҙа Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарын үҫтереүҙең махсус программаһын тормошҡа ашырыу тураһында ҡарар ҡабул ителгәйне. Шул осорҙан инвестициялар күләме 70,8 миллиард һумдан артты. Уртаса хеҙмәт хаҡы икеләтә тиерлек (12,3 меңдән 23,7 мең һумға тиклем) үҫте. Ун меңгә яҡын эш урыны булдырылды. Урындағы бюджеттарға һалым һәм һалым булмаған килемдәр 1,5 тапҡырға күбәйҙе.

Ауыл хужалығы етештереүе 1,7 тап­ҡырға артып, 2015 йылда 17,6 миллиард һум тәшкил итте. Быйыл иһә уңайлы һауа шарттары һөҙөмтәһендә иген уңышы тағы ла мулыраҡ булыр тип күҙаллана. Көньяҡ-көнсығыш райондарҙан 400 мең тонна иген һуғып алынды, былтырғы кимәлгә ҡарағанда 3,1 өлөшкә күберәк. Өҫтәүенә уның 35 мең тонна самаһын ҡаты сортлы бойҙай тәшкил итә.
Юлдарҙың сифаты ярайһы уҡ яҡшырҙы. Тармаҡҡа йүнәлтелгән бюджет инвес­тицияһы 4,8 миллиард һумға етте. Дөйөм алғанда, республиканың был төбәгендә 500 километр самаһы автомобиль юлы, 17 күпер һәм күпер үткәүеле төҙөлдө, төҙөкләндерелде.
“Стәрлетамаҡ — Ҡағы — Магнитогорск” автомобиль юлы көньяҡ-көнсығыш райондарҙың иҡтисади үҫешенә яҡшы этәргес бирәсәк. Ул республиканың көньяғын Силәбе өлкәһе менән бәйләп, төбәк-ара тауар әйләнешен киңәйтәсәк. Был тормошсан мөһим проект арзан түгел, 13 миллиард һумға төшә.
Көньяҡ-көнсығыш райондарҙа бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереү — мөһим ҡаҙаныш. Әле бында 10 меңдән ашыу эшҡыуарлыҡ субъекты эшләй. Улар халыҡтың 35 процентының мәшғүллеген тәьмин итә. Республика буйынса уртаса алғанда был күрһәткес түбәнерәк — 30 процент самаһы. Дәүләт ярҙамы сараларын көсәйтеү өлкәлә 5300-ҙән ашыу эш урыны булдырыу, бәләкәй бизнестан урындағы ҡаҙнаға килгән килемдәрҙе икеләтә арттырыу мөмкинлеген бирҙе.
Микрофинанслау ғәмәлдәренең һөҙөм­тәле­леге юғары. Был ярҙам төрө 2010 йылдан ике тапҡырға артҡан. Республиканың көньяҡ-көнсығышындағы йүнселдәр 345 миллион һумдан ашыу 580 микрозайм алған — был дөйөм республика күләменән өстән бер өлөшкә тиерлек күберәк. Быйыл төбәктә пилот проекты рәүешендә Инвестиция башлан­ғыстарына булышлыҡ итеү фонды эшләй башланы. Конкурс йомғаҡтары буйынса һайлап алынған 14 бизнес-проектты тормошҡа ашырыуға льготалы шарттарҙа 7 миллион һумлыҡ заем бирелде.
Көньяҡ-көнсығыш райондарҙа сәнәғәтте үҫтереүҙең төп локомотивы – тау-руда тармағы. Программаға ярашлы, “Юбилей” ятҡылығында ер аҫты руднигын төҙөү күҙаллана. Ул — Урал тау-металлургия комбинатының иң ҙур инвестиция проект­тарының береһе. Проектҡа ярашлы 1900-гә яҡын эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Планға шулай уҡ Вишневский, Көнсығыш Семеновка ятҡылыҡтарын эшкәртеү буйынса күләмле саралар индерелде.
Сибайҙа ҡеүәте 600 мең кубометр самаһы тәшкил иткән ОСП-плитәләр заводы һалынасаҡ. Был проект төп предприятиела 1100-ҙән ашыу эш урыны булдырыу һәм байтаҡ эйәрсән йүнәлештәр буйынса үҫеште тәьмин итеү мөмкинлеген бирәсәк.
Ейәнсура районындағы “Маяҡ” пред­приятиеһы нигеҙендә һарыҡ үрсетеү кластеры төҙөлә. Ҙур агрохолдингтар ойоштороу, мәҫәлән, Сибай элеваторы нигеҙендә, Темәс һөт эшкәртеү заводы төҙөлөшөн тамамлау, “Башҡортостан деликатестары” ит эшкәртеү предприятиеһын, “Красная Башкирия” ауыл хужалығы кооперативында, “Байрамғол” агрофирма­һында һөтсөлөк фермаларын реконструкциялау һәм башҡалар күҙаллана. Көнбағыш эшкәртеү, өҙөлмәй торған базальт сүс һәм композиция материалдары, ҡатнаш аҙыҡ, төҙөлөш материалдары етештереү йәһәтенән ғәмәлдәге ҡеүәттәрҙе тергеҙеү, яңыларын сафҡа индереү планлаштырыла.
Л. ДӘҮЛИЕВА әҙерләне.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә