Алты йыл элек Сибайҙа Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарын үҫтереүҙең махсус программаһын тормошҡа ашырыу тураһында ҡарар ҡабул ителгәйне. Шул осорҙан инвестициялар күләме 70,8 миллиард һумдан артты. Уртаса хеҙмәт хаҡы икеләтә тиерлек (12,3 меңдән 23,7 мең һумға тиклем) үҫте. Ун меңгә яҡын эш урыны булдырылды. Урындағы бюджеттарға һалым һәм һалым булмаған килемдәр 1,5 тапҡырға күбәйҙе.Ауыл хужалығы етештереүе 1,7 тапҡырға артып, 2015 йылда 17,6 миллиард һум тәшкил итте. Быйыл иһә уңайлы һауа шарттары һөҙөмтәһендә иген уңышы тағы ла мулыраҡ булыр тип күҙаллана. Көньяҡ-көнсығыш райондарҙан 400 мең тонна иген һуғып алынды, былтырғы кимәлгә ҡарағанда 3,1 өлөшкә күберәк. Өҫтәүенә уның 35 мең тонна самаһын ҡаты сортлы бойҙай тәшкил итә.
Юлдарҙың сифаты ярайһы уҡ яҡшырҙы. Тармаҡҡа йүнәлтелгән бюджет инвестицияһы 4,8 миллиард һумға етте. Дөйөм алғанда, республиканың был төбәгендә 500 километр самаһы автомобиль юлы, 17 күпер һәм күпер үткәүеле төҙөлдө, төҙөкләндерелде.
“Стәрлетамаҡ — Ҡағы — Магнитогорск” автомобиль юлы көньяҡ-көнсығыш райондарҙың иҡтисади үҫешенә яҡшы этәргес бирәсәк. Ул республиканың көньяғын Силәбе өлкәһе менән бәйләп, төбәк-ара тауар әйләнешен киңәйтәсәк. Был тормошсан мөһим проект арзан түгел, 13 миллиард һумға төшә.
Көньяҡ-көнсығыш райондарҙа бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереү — мөһим ҡаҙаныш. Әле бында 10 меңдән ашыу эшҡыуарлыҡ субъекты эшләй. Улар халыҡтың 35 процентының мәшғүллеген тәьмин итә. Республика буйынса уртаса алғанда был күрһәткес түбәнерәк — 30 процент самаһы. Дәүләт ярҙамы сараларын көсәйтеү өлкәлә 5300-ҙән ашыу эш урыны булдырыу, бәләкәй бизнестан урындағы ҡаҙнаға килгән килемдәрҙе икеләтә арттырыу мөмкинлеген бирҙе.
Микрофинанслау ғәмәлдәренең һөҙөмтәлелеге юғары. Был ярҙам төрө 2010 йылдан ике тапҡырға артҡан. Республиканың көньяҡ-көнсығышындағы йүнселдәр 345 миллион һумдан ашыу 580 микрозайм алған — был дөйөм республика күләменән өстән бер өлөшкә тиерлек күберәк. Быйыл төбәктә пилот проекты рәүешендә Инвестиция башланғыстарына булышлыҡ итеү фонды эшләй башланы. Конкурс йомғаҡтары буйынса һайлап алынған 14 бизнес-проектты тормошҡа ашырыуға льготалы шарттарҙа 7 миллион һумлыҡ заем бирелде.
Көньяҡ-көнсығыш райондарҙа сәнәғәтте үҫтереүҙең төп локомотивы – тау-руда тармағы. Программаға ярашлы, “Юбилей” ятҡылығында ер аҫты руднигын төҙөү күҙаллана. Ул — Урал тау-металлургия комбинатының иң ҙур инвестиция проекттарының береһе. Проектҡа ярашлы 1900-гә яҡын эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Планға шулай уҡ Вишневский, Көнсығыш Семеновка ятҡылыҡтарын эшкәртеү буйынса күләмле саралар индерелде.
Сибайҙа ҡеүәте 600 мең кубометр самаһы тәшкил иткән ОСП-плитәләр заводы һалынасаҡ. Был проект төп предприятиела 1100-ҙән ашыу эш урыны булдырыу һәм байтаҡ эйәрсән йүнәлештәр буйынса үҫеште тәьмин итеү мөмкинлеген бирәсәк.
Ейәнсура районындағы “Маяҡ” предприятиеһы нигеҙендә һарыҡ үрсетеү кластеры төҙөлә. Ҙур агрохолдингтар ойоштороу, мәҫәлән, Сибай элеваторы нигеҙендә, Темәс һөт эшкәртеү заводы төҙөлөшөн тамамлау, “Башҡортостан деликатестары” ит эшкәртеү предприятиеһын, “Красная Башкирия” ауыл хужалығы кооперативында, “Байрамғол” агрофирмаһында һөтсөлөк фермаларын реконструкциялау һәм башҡалар күҙаллана. Көнбағыш эшкәртеү, өҙөлмәй торған базальт сүс һәм композиция материалдары, ҡатнаш аҙыҡ, төҙөлөш материалдары етештереү йәһәтенән ғәмәлдәге ҡеүәттәрҙе тергеҙеү, яңыларын сафҡа индереү планлаштырыла.
Л. ДӘҮЛИЕВА әҙерләне.