Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ананас үҫтереп, тауис үрсетеп...
“Башҡортостанстат” республика биләмәһендә Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу йомғаҡтары буйынса ҡыҙыҡлы дәлилдәрҙе килтерҙе.

Күләмле тикшеренеү барышында ха­лыҡтың төбәк өсөн экзотика булған әс­тр­хан сәтләүеге, абрикос һәм ананас, шулай уҡ һирәк осрай торған үҫемлектәрҙе, сәскәне күпләп үҫтереүе асыҡланды. Бынан тыш, хәҙер алты районда дөйәғош үр­сетәләр. 2006 йылда был ҡош бер районда ғына теркәлгәйне. Тағы ла өс районда тауис, ҡырғауыл, бүҙәнә, “рекс” тоҡомло ҡуян аҫрайҙар. Сыбар болан, марал, дөйә һәм пониҙар һаны артҡан. Хатта шиншилла үрсетә башлағандар.
Иглин районындағы крәҫтиән (фермер) хужалығында сыбар болан, тауис менән бер рәттән айыу, ҡабан, аҡҡош, өйрәк үрсетеүсе­ләр бар. Туймазы ра­йонында йәшә­гән бер кеше үҙенең ер участ­каһында вигвам ҡороп, индеец кеүек йә­шәй.
2016 йылғы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу төбәктәрҙең күпселегендә 1 июлдән 15 авгусҡа тиклем дауам итте. Сара барышында республикала 734 мең­дән ашыу объект, шул иҫәптән 1064 ауыл хужалығы ойошмаһы, 445 крәҫтиән (фермер) хужалығы һәм шәхси эшҡыуар, 694 777 шәхси ярҙамсы хужалыҡ, ком­мер­цияға ҡарамаған 2081 граждан берек­мәһе, 31480 баҡсасылыҡ участкаһы иҫәпкә алынған.
Алыҫ һәм төпкөл биләмәләрҙә иҫәп алыу 15 сентябрҙән 15 ноябргә тиклем дауам итә.


Сыр яһаусылар мәктәбе
Башҡорт дәүләт аграр уни­верситетының аҙыҡ-түлек технологиялары факультеты нигеҙендә республика Ауыл хужалығы министрлығы ярҙамы менән “Сыр яһаусылар мәктәбе” асылды.

Дәүләкән һөт компанияһы һәм Баш­ҡортостандың Һөт союзы менән берлектә университетта сеймалдың сифатын баһа­лау буйынса лаборатория, сыр етештереү цехы асылды. Бында 120 литр һөт эшкәр­теүгә иҫәпләнгән ҡорамал ҡуйылды. Ул сырҙың бер нисә төрөн етештереү мөм­кинлеген бирә.
Был мәктәптә студенттар аҙыҡты етештереү технологияһы менән таныша, лаборант, сыр яһаусы, технолог тәжрибәһен үҙләштерә. Шулай уҡ фермерҙар, һөт етештереү предприятиелары етәксе­ләре, үҙ эшен асырға теләгән кешеләр белемен камиллаштыра ала. Яңы мәктәптә университет уҡытыусылары һәм һөт заводы оҫталары белем бирәсәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә