Ананас үҫтереп, тауис үрсетеп...07.09.2016
“Башҡортостанстат” республика биләмәһендә Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу йомғаҡтары буйынса ҡыҙыҡлы дәлилдәрҙе килтерҙе.
Күләмле тикшеренеү барышында халыҡтың төбәк өсөн экзотика булған әстрхан сәтләүеге, абрикос һәм ананас, шулай уҡ һирәк осрай торған үҫемлектәрҙе, сәскәне күпләп үҫтереүе асыҡланды. Бынан тыш, хәҙер алты районда дөйәғош үрсетәләр. 2006 йылда был ҡош бер районда ғына теркәлгәйне. Тағы ла өс районда тауис, ҡырғауыл, бүҙәнә, “рекс” тоҡомло ҡуян аҫрайҙар. Сыбар болан, марал, дөйә һәм пониҙар һаны артҡан. Хатта шиншилла үрсетә башлағандар.
Иглин районындағы крәҫтиән (фермер) хужалығында сыбар болан, тауис менән бер рәттән айыу, ҡабан, аҡҡош, өйрәк үрсетеүселәр бар. Туймазы районында йәшәгән бер кеше үҙенең ер участкаһында вигвам ҡороп, индеец кеүек йәшәй.
2016 йылғы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу төбәктәрҙең күпселегендә 1 июлдән 15 авгусҡа тиклем дауам итте. Сара барышында республикала 734 меңдән ашыу объект, шул иҫәптән 1064 ауыл хужалығы ойошмаһы, 445 крәҫтиән (фермер) хужалығы һәм шәхси эшҡыуар, 694 777 шәхси ярҙамсы хужалыҡ, коммерцияға ҡарамаған 2081 граждан берекмәһе, 31480 баҡсасылыҡ участкаһы иҫәпкә алынған.
Алыҫ һәм төпкөл биләмәләрҙә иҫәп алыу 15 сентябрҙән 15 ноябргә тиклем дауам итә.
Сыр яһаусылар мәктәбе
Башҡорт дәүләт аграр университетының аҙыҡ-түлек технологиялары факультеты нигеҙендә республика Ауыл хужалығы министрлығы ярҙамы менән “Сыр яһаусылар мәктәбе” асылды.
Дәүләкән һөт компанияһы һәм Башҡортостандың Һөт союзы менән берлектә университетта сеймалдың сифатын баһалау буйынса лаборатория, сыр етештереү цехы асылды. Бында 120 литр һөт эшкәртеүгә иҫәпләнгән ҡорамал ҡуйылды. Ул сырҙың бер нисә төрөн етештереү мөмкинлеген бирә.
Был мәктәптә студенттар аҙыҡты етештереү технологияһы менән таныша, лаборант, сыр яһаусы, технолог тәжрибәһен үҙләштерә. Шулай уҡ фермерҙар, һөт етештереү предприятиелары етәкселәре, үҙ эшен асырға теләгән кешеләр белемен камиллаштыра ала. Яңы мәктәптә университет уҡытыусылары һәм һөт заводы оҫталары белем бирәсәк.