Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡымыҙ ...етмәй ҙә ҡала
Ҡымыҙ ...етмәй ҙә ҡала Бикеш ауылынан Хәнифә апай Ишалина оҙаҡ йылдар ауыл хужалығында зоотехник, ферма мөдире булып эшләй. Аҙаҡ, тормош иптәше Булат ағай һәм балалары менән кәңәшләшеп, үҙ эшен асырға йөрьәт итә.

Тәүҙә ул шәхси хужалыҡ ойоштора. Электән йылҡы аҫраған ғаилә ҡымыҙ етеште­реүҙе яйға һалырға уйлай. Йәмле Аласыҡ йылғаһы буйында 16 гектар ерҙе ҡуртымға алып, бәләкәй генә булһа ла йорт күтәреп, ялан кәртә булдырып, йылҡыны шунда тота башлайҙар.
– Ауылдаштарымдың “Хәни­фә­нең ҡулынан килгән эш, бирешмәҫ, алдына алған маҡ­сатын тормошҡа ашырыр әле”, тип хуплауҙарын ишетеп, дәрт­ләнеп эшкә тотондом, – ти Хәни­фә Азамат ҡыҙы. – Шөкөр, башланғысымды район хаки­миәте лә яҡлап сыҡты, ярҙам­дарынан өҙмәйҙәр, бер генә үтенесем дә яуапһыҙ ҡалмай.
Бөгөн Хәнифә апай – крәҫ­тиән (фермер) хужалығы етәк­сеһе. Әле көтөүҙә 30-ға яҡын йылҡы малы аҫрала, шуның 10-ы – һауын бейәһе.
Бынан тыш, һыйыр малы, ҡош-ҡорт тәрбиәләйҙәр. Ошонда уҡ баҡса ла үҫтерәләр. Ки­лә­сәктә Ишалиндар ер майҙа­нын арттырып, игенселек ме­нән дә шөғөлләнергә иҫәп тота.
Ҡымыҙ ...етмәй ҙә ҡалаБейәләр көнөнә өс тапҡыр һауыла. Әҙер продукция заказ буйынса төрлө туй, юбилей кисәләренә оҙатыла икән. Артып ҡалған аҡты хужабикә баҙарға сығара. “Беҙҙең ҡы­мыҙҙы һәр ерҙә яратып һатып алалар, шуға ла ҡайһы саҡ етмәй ҙә ҡала”, – ти ул.



Автор: Самат ҒӘЛИН. Район: Баймаҡ районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә