Бикеш ауылынан Хәнифә апай Ишалина оҙаҡ йылдар ауыл хужалығында зоотехник, ферма мөдире булып эшләй. Аҙаҡ, тормош иптәше Булат ағай һәм балалары менән кәңәшләшеп, үҙ эшен асырға йөрьәт итә. Тәүҙә ул шәхси хужалыҡ ойоштора. Электән йылҡы аҫраған ғаилә ҡымыҙ етештереүҙе яйға һалырға уйлай. Йәмле Аласыҡ йылғаһы буйында 16 гектар ерҙе ҡуртымға алып, бәләкәй генә булһа ла йорт күтәреп, ялан кәртә булдырып, йылҡыны шунда тота башлайҙар.
– Ауылдаштарымдың “Хәнифәнең ҡулынан килгән эш, бирешмәҫ, алдына алған маҡсатын тормошҡа ашырыр әле”, тип хуплауҙарын ишетеп, дәртләнеп эшкә тотондом, – ти Хәнифә Азамат ҡыҙы. – Шөкөр, башланғысымды район хакимиәте лә яҡлап сыҡты, ярҙамдарынан өҙмәйҙәр, бер генә үтенесем дә яуапһыҙ ҡалмай.
Бөгөн Хәнифә апай – крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе. Әле көтөүҙә 30-ға яҡын йылҡы малы аҫрала, шуның 10-ы – һауын бейәһе.
Бынан тыш, һыйыр малы, ҡош-ҡорт тәрбиәләйҙәр. Ошонда уҡ баҡса ла үҫтерәләр. Киләсәктә Ишалиндар ер майҙанын арттырып, игенселек менән дә шөғөлләнергә иҫәп тота.
Бейәләр көнөнә өс тапҡыр һауыла. Әҙер продукция заказ буйынса төрлө туй, юбилей кисәләренә оҙатыла икән. Артып ҡалған аҡты хужабикә баҙарға сығара. “Беҙҙең ҡымыҙҙы һәр ерҙә яратып һатып алалар, шуға ла ҡайһы саҡ етмәй ҙә ҡала”, – ти ул.