Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Аҙан уятыр Ағиҙел буйын
Аҙан уятыр Ағиҙел буйын ...Былтыр йәй ошо тирәләге дүрт ауылда көслө ел сығып, байтаҡ өйҙөң ҡыйығын емерә, ҡоймаларҙы ҡолата, ағастарҙы тамырынан йолҡоп ырғыта. Аҙнайҙа бындай ғәрәсәт ике тапҡыр була. Тәүгеһендә ел иман йортоноң айын ҡыйшайтып китһә, икенсеһендә кире төҙәтә...


– Аҙнайҙағы мәсет ул ваҡытта имам-хатипһыҙ ине, – ти райондың имам-мөх­тәсибе Илшат Хафизов. – Ғәрәсәт­тәге мөғжизәнән һуң урындағы етәк­селек шылтыратып, Аллаһ йортона тиҙ арала имам тәғәйенләүебеҙҙе һораны. “Өс аҙна тирәһе көтөргә тура килер”, – тиеүемде ишетергә лә теләмәй, ҡабаландырҙылар. Бына шулай халыҡты уятып ебәрҙе, уйланырға мәжбүр итте Раббыбыҙ.
Мәсетенең тупһаһына саң ҡундыр­май хәҙер аҙнайҙар. Изге эш аҡта­мырҙай үрсемле була: районда иман йорттары артҡандан-арта. Күптән түгел, мәҫәлән, Ағиҙел буйын төйәк иткән Яр-Бишҡаҙаҡ халҡы ла үҙ ғибәҙәтханаһына аяҡ баҫыу бәхетен кисерҙе. Ишембай ҡалаһының “тупһа­һы” булған ауылдың байрамына ошо тирәлә йәшәгән кешеләр генә түгел, ҡырҙан да ағылып килделәр.
Аҙан уятыр Ағиҙел буйынЙылдан-йыл киңәйгән, күркәм­ләнгән, заманса ҡупшы йорттары менән һоҡлан­дырған Яр-Бишҡаҙаҡ һәр кемде ҡыуанып ҡаршы алды.
Халыҡ Башҡортостан мосолманда­рының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллиндың, район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Рәмил Абдуллиндың, Яр-Бишҡаҙаҡ, Кинйәбулат, Этҡол, Петровский, Маҡар һәм башҡа ауылдарҙағы имам-хатиптар­ҙың ҡотлау сығышын ихлас ҡабул итте.
Эйе, мәсетте асыу менән эш бөттө тигән һүҙ түгел. Барыһы ла башлана ғына әле. Иман йорто буш торорға тейеш түгел, унда ғибәҙәт ҡылыу менән бер рәттән дини ғилем өйрәтеү мөһим, биләмәне тулыһынса кәртәләп алырға, уйын майҙансығы булдырырға, ял итергә теләгәндәр өсөн эскәмйәләр яһарға кәрәк... Мәсетте күмәк көс менән төҙөгән кеүек, алдағы эштәргә лә бергәләп тотонорға әҙер халыҡ. Әйт­кәндәй, улар­ҙың биләмәгә ултыртҡан ҡарағай үҫенте­ләре ҡояшҡа үрелеп тамыр нығыта, үткән бер кешенең күҙен иркәләй.
Сығыш яһағандар араһынан Урман-Бишҡаҙаҡ ағинәйҙәренә айырым иғтибар бүлмәү мөмкин түгел. Улар байрамға сағыу милли кейемдә килгәйне. “Барыһын да үҙебеҙ тегеп алдыҡ, – тине дәртле инәйҙәр. – Райондағы, ҡалалағы бер байрамдан да ситтә ҡалмайбыҙ. Япмалы күлдәк­тәребеҙҙе кейеп, сулпыларыбыҙҙы сыңлатып, гелән уртала йөрөйбөҙ”.
Ошо тирәлә йәшәгән хажи һәм ха­жиә­ләр ҙә сираттағы мәртәбә күрешеп шатланды байрамда. Салауат ҡала­һынан Зәйтүнә Күҫәпова әйтеүенсә, улар ҙа был төбәктәге бер саранан да ҡалмай, һәр изге башланғысҡа фатиха биреп йөрөй. Араларынан, мә­ҫәлән, оло хөрмәткә лайыҡ Гөлшат һәм Әнүр Хафизовтарҙың ҙур ғаилә­һендә үҙҙәре менән бергә алты кеше хаж ғибәҙәте ҡылған. Уларҙың балалары ла, ейән-ейәнсәрҙәре лә иман юлында. Улдары Илшат хәҙрәт – ра­йондың имам-мөхтәсибе, төбәктә хаҡ дин тәрбиәһен таратыуға күп көс һала.
Яңы мәсеттәге тәүге йәмәғәт нама­ҙына саҡырып аҙан тауышы яңғыраны. Тап ошо мәлдә ергә тып итеп ямғыр тамсылары төштө. Тәбиғәттең был бүләген күптән көткәйне халыҡ.







Автор: Ишембай районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә