...Былтыр йәй ошо тирәләге дүрт ауылда көслө ел сығып, байтаҡ өйҙөң ҡыйығын емерә, ҡоймаларҙы ҡолата, ағастарҙы тамырынан йолҡоп ырғыта. Аҙнайҙа бындай ғәрәсәт ике тапҡыр була. Тәүгеһендә ел иман йортоноң айын ҡыйшайтып китһә, икенсеһендә кире төҙәтә...– Аҙнайҙағы мәсет ул ваҡытта имам-хатипһыҙ ине, – ти райондың имам-мөхтәсибе Илшат Хафизов. – Ғәрәсәттәге мөғжизәнән һуң урындағы етәкселек шылтыратып, Аллаһ йортона тиҙ арала имам тәғәйенләүебеҙҙе һораны. “Өс аҙна тирәһе көтөргә тура килер”, – тиеүемде ишетергә лә теләмәй, ҡабаландырҙылар. Бына шулай халыҡты уятып ебәрҙе, уйланырға мәжбүр итте Раббыбыҙ.
Мәсетенең тупһаһына саң ҡундырмай хәҙер аҙнайҙар. Изге эш аҡтамырҙай үрсемле була: районда иман йорттары артҡандан-арта. Күптән түгел, мәҫәлән, Ағиҙел буйын төйәк иткән Яр-Бишҡаҙаҡ халҡы ла үҙ ғибәҙәтханаһына аяҡ баҫыу бәхетен кисерҙе. Ишембай ҡалаһының “тупһаһы” булған ауылдың байрамына ошо тирәлә йәшәгән кешеләр генә түгел, ҡырҙан да ағылып килделәр.
Йылдан-йыл киңәйгән, күркәмләнгән, заманса ҡупшы йорттары менән һоҡландырған Яр-Бишҡаҙаҡ һәр кемде ҡыуанып ҡаршы алды.
Халыҡ Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллиндың, район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Рәмил Абдуллиндың, Яр-Бишҡаҙаҡ, Кинйәбулат, Этҡол, Петровский, Маҡар һәм башҡа ауылдарҙағы имам-хатиптарҙың ҡотлау сығышын ихлас ҡабул итте.
Эйе, мәсетте асыу менән эш бөттө тигән һүҙ түгел. Барыһы ла башлана ғына әле. Иман йорто буш торорға тейеш түгел, унда ғибәҙәт ҡылыу менән бер рәттән дини ғилем өйрәтеү мөһим, биләмәне тулыһынса кәртәләп алырға, уйын майҙансығы булдырырға, ял итергә теләгәндәр өсөн эскәмйәләр яһарға кәрәк... Мәсетте күмәк көс менән төҙөгән кеүек, алдағы эштәргә лә бергәләп тотонорға әҙер халыҡ. Әйткәндәй, уларҙың биләмәгә ултыртҡан ҡарағай үҫентеләре ҡояшҡа үрелеп тамыр нығыта, үткән бер кешенең күҙен иркәләй.
Сығыш яһағандар араһынан Урман-Бишҡаҙаҡ ағинәйҙәренә айырым иғтибар бүлмәү мөмкин түгел. Улар байрамға сағыу милли кейемдә килгәйне. “Барыһын да үҙебеҙ тегеп алдыҡ, – тине дәртле инәйҙәр. – Райондағы, ҡалалағы бер байрамдан да ситтә ҡалмайбыҙ. Япмалы күлдәктәребеҙҙе кейеп, сулпыларыбыҙҙы сыңлатып, гелән уртала йөрөйбөҙ”.
Ошо тирәлә йәшәгән хажи һәм хажиәләр ҙә сираттағы мәртәбә күрешеп шатланды байрамда. Салауат ҡалаһынан Зәйтүнә Күҫәпова әйтеүенсә, улар ҙа был төбәктәге бер саранан да ҡалмай, һәр изге башланғысҡа фатиха биреп йөрөй. Араларынан, мәҫәлән, оло хөрмәткә лайыҡ Гөлшат һәм Әнүр Хафизовтарҙың ҙур ғаиләһендә үҙҙәре менән бергә алты кеше хаж ғибәҙәте ҡылған. Уларҙың балалары ла, ейән-ейәнсәрҙәре лә иман юлында. Улдары Илшат хәҙрәт – райондың имам-мөхтәсибе, төбәктә хаҡ дин тәрбиәһен таратыуға күп көс һала.
Яңы мәсеттәге тәүге йәмәғәт намаҙына саҡырып аҙан тауышы яңғыраны. Тап ошо мәлдә ергә тып итеп ямғыр тамсылары төштө. Тәбиғәттең был бүләген күптән көткәйне халыҡ.