Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йыр йылыһын тойоп
Ошо көндәрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың яңы ғына нәшер ителгән “Йыр йылыһы” тигән китабын уҡып сыҡтым. Йөкмәткеһе күңелемә ятты, үҙемдең тәьҫораттарым менән гәзит уҡыусыларҙы таныштырыу теләге тыуҙы.

Шағир Ҡәҙим Аралбай кеүек мин дә – “һуғыштың тере хәтере”, минең атайым да һуғыштың беренсе йылында уҡ хәбәрһеҙ юғалған. “Еңеү икмәге” тәме һуғыш балалары телендә бөгөн дә һаҡлана. Ул ваҡиғаларға 70 йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, атайҙар тураһында һағыш йөрәктән китмәй, “ҡайҙарҙа ҡалдығыҙ, ҡайҙарҙа?” тигән һорау-хис мейегә һеңгән.
Ҡанлы һуғыштан әйләнеп ҡайтмаған яугирҙәрҙең иҫтәлеген бөгөнгө кеше Еңеү таҫмаһы аша хис итә. Ләкин ул таҫма “ерҙе ҡат-ҡат урар” оҙонлоҡҡа етһә лә, “йөрәк әрнеүҙәрен баҫырмы” икән?! Беҙҙең менән бергә был турала уйланған кешеләр һанын арттырырмы, тигән шомло уйҙар ҙа баштан китмәй. Шулай ҙа “еңеү таҫмаларын йәш быуындар йыл да оҙайтырына” ышана шағир.
Был уйланыуҙар китаптың тәүге биттәрен уҡығас та тыуа. Артабан уның эстәлегенә сума бара шағирҙың эске донъяһын асаһың кеүек. Уның тыуған еренә, тәбиғәтенә, иленә, халҡына һөйөү, тарихи ысынбарлыҡты йәш быуынға еткереү, башҡорт халҡының бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында уйланыу китаптың үҙәген тәшкил итә.
Йыйынтыҡҡа авторҙың һуңғы йылдарҙа яҙылған алты поэмаһы ингән. Улар араһында “Атлы башҡорт” тигәне айырым урын алып тора. Минең уйымса, әҫәрҙә беренсе тапҡыр башҡорттарҙың 1812 йылғы Ватан һуғышындағы роле йөрәкте һыҙлатырлыҡ, тулҡынландырырлыҡ, ғорурланырлыҡ шиғри юлдар аша уҡыусыға еткерелгән, уны битараф ҡалдырмаған. Поэма ысынбарлыҡҡа тура килгән мәғлүмәткә бай. Мәҫәлән, “Бородино” яланындағы алышта ҡатнашҡан шағирҙың яҡташтары һәм уларҙың ҡаһарманлығы.
Поэманың һәр бер бүлеге алдынан башҡорт-халыҡ йырҙарынан эпиграф килтерелә. Уларҙың һүҙҙәрен уҡығанда көйҙәре ҡолаҡ төбөндә сыңлай кеүек, күҙҙәр еүешләнә, улар һине осһоҙ-ҡырыйһыҙ башҡорт далаларына алып китә, халҡыбыҙҙың ауыр ҙа, ҡаһарман да тормошон күҙ алдына баҫтыра, иң тоғро яуҙашы – атын данлай, саф мөхәббәткә ҡаршы торорлоҡ әмәлдең булмауын раҫлай. Поэманың аҙағында бирелгән йөрәктән сыҡҡан шиғри юлдарын ҡеүәтләге килә: “Алыҫ киләсәктә, яу тынһа ла, халҡым хәтерендә һүнмәһен: ата-бабаларҙың яугирлеге балаларға күсһен – үлмәһен”. Был поэманы башҡорт яугиренә һәйкәл тип ҡабул итергә булалыр.
Китаптағы “Ут эсенән сәләм” тигән икенсе поэма шағирҙың хәбәрһеҙ юғалған атаһына бағышланған. Был әҫәр менән автор атайһыҙ ҡалған бөтә һуғыш балалары бурысын үтәгән, рәхмәт уға.
“Фатиха” поэмаһы үҙенең яратҡан балаларына, ейәненә арналған. Бында шағир юҡҡа ғына эпиграф итеп “Улым, һиңә әйтәм, киленем, һин тыңла” тигән башҡорт мәҡәлен алмаған. Бик нескә итеп, тарихи мәғлүмәттәргә таянып, “ата-бабаның рухын рәнйетмәү… зат ырыуҙың данын кәметмәү” темаһын күтәрә.
“Һабаҡ” поэмаһы шағирҙың уҡытыу­сыларын данлай. Әҫәрҙең инеш һүҙендә үк автор бөтәбеҙ өсөн дә онотолмаҫлыҡ беренсе белем усағы булған мәктәбебеҙ тураһында йөрәк елкендергес шиғри юлдар килтерә: “Күңелдәрҙе тартып, саҡырып тора ябай ғына ауыл мәктәбе. Фатихаһын бирҙе ҙур тормошҡа, беҙгә булды белем мәккәһе”. Артабан поэмала мөғәллимле кисергән тарихи ваҡиғалар һүрәтләнә, мәғарифтың бөгөнгө ҡулай­лаштырыу менән бәйле халыҡҡа аңлашылмаған һәм уға хуш булмаған аҙымдары килтерелә. Поэманың исеме бик отошло, ирекһеҙҙән революцион реформаларҙың һөҙөмтәһенән ҡасан һабаҡ алырға өйрәнербеҙ тигән һорау тыуа.
“Аҡһаҡал” поэмаһында шағир үҙенең ырыу шәжәрәһен төҙөгән яҡташы, запас­тағы подполковник Билал Заһит улы образында аҡһаҡалдарҙы дөйөмләштерә. Бында ул тарихи мәғлүмәттәрҙе бик урынлы файҙалана. Билаловтарҙың шиғри шәжәрәһен тыуҙыра. Шуны айырып әйтке килә – һәр әҫәрҙә автор бик төплө тикше­ренеүсе, ғилми һәләтен асып һала. Шул уҡ ваҡытта ул бер ниндәй ғилми дәрәжәгә эйә түгел.
“Ожмах ҡапҡаһы” поэмаһында ҡапҡа һүҙе, яңылышмаһам, аллегория форма­һында ҡулланыла. Ҡапҡаны аса ла, яба ла белергә кәрәк. Уны асыу өсөн һәр кешенең физик көсө лә, әхлаҡи хәле лә етмәүе мөмкин. Ҡапҡаның эсендә һәм тышында тормош төрлөсә ҡайнауы ихтимал. Ҡайһы бер әҙәм ҡапҡаны ожмах ҡапҡаһы менән сағыштыра, нисек булһа ла уны үтеп, эскә эләгергә теләй. Авторҙың шиғри юлдарында бына нимә ул ожмах ҡапҡаһы: “Бер кемгә лә зыян эшләмәгән күңелебеҙ – ожмах ҡапҡаһы! Сыҡһын унан бары яҡтылыҡтар – башҡортомдоң тоғро ҡалҡаны!”
Бына ошондай тәьҫораттар тыуҙырҙы миндә шағир Ҡәҙим Аралбайҙың “Йыр йылыһы” китабы.
Ҙур кинәнес менән шағирҙың ҡәләмдәш­тәренә бағышланған шиғырҙарын да уҡып сыҡтым. Уларҙан йылылыҡ, ихтирамлыҡ бөркөлөп тора, ҡыҫҡа, ләкин тос итеп ҡәләмдәштәре ижадының үҙенсәлеге асыла, баҡыйлыҡҡа күскәндәр тураһында һағыш хистәре ишетелә.
Китапта шулай уҡ урыҫ, украин, әрмән, удмурт шағирҙарының автор тәржемә­һендәге шиғырҙары урын алған. Улар барыһы ла шағир Ҡәҙим Аралбайҙың кешелек булмышына ауаздаш. Мәҫәлән, удмурт шағиры Михаил Покчи-Петровтың “Ҡурай” шиғырында һәр бер башҡорттоң күңеленә ятырлыҡ шиғыр юлдары бар: “Башҡорт Заһир, уйна ҡурайыңды, донъя үҙе һиңә ҡараһын, һабантурғай һымаҡ түгелеп сырлап, дәртле моңдо алыҫ таратһын. Тарт һин шулай: күҙ алдына килһен башҡорт далалары киңлеге, башҡорт урманының йәннәтлеге, Сал Уралдың мәғрур хөрлөгө…”
Китаптың аҙағында шағирҙың робағиҙары урын алған. Уларҙың һәр береһе ысынбарлыҡҡа тура килә һәм образлы әйтем кеүек яңғырай: “Ҡайһы саҡ юҡтан ғына күңел күшегә, бер яман һүҙ йәнде боҙҙай өшөтә. Ҡайһы саҡ йылы бер һүҙ йәнде иретә, йәлләмәһәң һүҙеңде кешенән”.
Әҫәрҙәрҙе уҡып сыҡҡас, көрһөнөп үҙ-үҙемә бышылданым: “Ни өсөн Хоҙай миңә ошондай таланттың бер “семтемен” бирмәгән икән?” Шағирҙы “Йыр йылыһы” китабы нәшер ителеүе менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Уны Ҡәҙим Аралбай үҙенең 75 йәшлек юбилейына арнаған ҙур күләмле һәм уҡыусы күңелен битараф ҡалдырмаҫлыҡ отчет итеп ҡабул итергә була. Шағирға алдағы дәүерҙә һаулыҡ һәм ижади уңыштар теләйем.









Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте 14.08.2025 // Йәмғиәт

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте...

Тотош уҡырға 0

Ғафуриҙа Еҙем йылғаһы аша йәйәүлеләр күпере төҙөкләндерелә
Башҡортостанда ҡорот байрамы ойошторола

Башҡортостанда ҡорот байрамы ойошторола 14.08.2025 // Йәмғиәт

16 августа Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында «Хәйбулла ҡорото» төбәк-ара этно-фестивале уҙғарыла....

Тотош уҡырға 4

Республикала табиптарға остазлыҡ өсөн өҫтәмә аҡса түләнә
Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған

Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған 13.08.2025 // Йәмғиәт

Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған...

Тотош уҡырға 13

Башҡортостанда 31 меңдән ашыу кешегә «декрет пособиеһы» түләнә

Башҡортостанда 31 меңдән ашыу кешегә «декрет пособиеһы» түләнә 13.08.2025 // Йәмғиәт

Рәсәй Социаль фондының республика бүлексәһе эшләп йөрөгән әсәйҙәргә, ҡайһы бер осраҡтарҙа атайҙарға...

Тотош уҡырға 14

Өфө мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе

Өфө мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе 13.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң 58-се лицейын тамамлаған Тимур Ғарифуллин 2-8 августа Ҡытайҙа үткән яһалма интеллект буйынса...

Тотош уҡырға 11

Өөф мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе

Өөф мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе 13.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң 58-се лицейын тамамлаған Тимур Ғарифуллин 2-8 августа Ҡытайҙа үткән яһалма интеллект буйынса...

Тотош уҡырға 12

Республикала тағы бер ир-егет чача эсеп ағыуланған
ХМАО йәштәре Башҡортостанда милли кейемдә туй үткәргән

ХМАО йәштәре Башҡортостанда милли кейемдә туй үткәргән 13.08.2025 // Йәмғиәт

ХМАО йәштәре Башҡортостанда милли кейемдә туй үткәргән...

Тотош уҡырға 12

Шәйехзада Бабич исемендәге премияға ғаризалар ҡабул итеү ваҡыты оҙайтылды
Благоварҙа 99 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны донъя ҡуйған

Благоварҙа 99 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны донъя ҡуйған 12.08.2025 // Йәмғиәт

Благоварҙа 99 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны донъя ҡуйған...

Тотош уҡырға 15