Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шишмә башы — моң башы
Шишмә башы — моң башы Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Суфиян Поварисов гәзитебеҙҙең яҡын дуҫы булды, уның әҫәрҙәрен, мәҡәләләрен уҡыусыларыбыҙ яратып ҡабул итте. Ғүмеренең һуңғы көндәрендә редакцияға шылтыратып, милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың ижадына ҡағылышлы фекерҙәрен яҙыуы тураһында әйткәйне. Бөгөн һеҙҙең иғтибарығыҙға әҙиптең аманаты булып ҡалған ошо мәҡәләне тәҡдим итәбеҙ.

Шишмә! Был һүҙҙең эске мәғәнәһенә поэтик ынйы, тәбиғәт гәүһәре, матурлыҡ мәрйене һалынған. Шуға күрә халыҡ “Шишмә башы — моң башы” тип әйтәлер. Уға бәйле рәүештә ижад ителгән лирик йыр, поэтик биҙәк, ғибәрә (афоризм), һүрәтләү-тасуирлау сараһы һанап бөткөһөҙ. Ул шулай уҡ элек-электән йәштәрҙе ҡауыштырыу, вәғәҙә бирешеү, мөхәббәт хистәрен уртаҡлашыу урыны булған. Шишмә һыуы — кеше тәненә матурлыҡ, байлыҡ-муллыҡ, рухи хәжәтлелек символы ла.
Шишмә аға-аға инеш һәм йылғаға әүерелә. Йылға иһә диңгеҙгә ҡоя. Тимәк, бәләкәй генә шишмә ифрат киң донъяға сәйәхәт итә. Поэзия ла шулай. Тау күкрәген бәреп сыҡҡан кеүек, шағир йөрәгенән урғылып поэтик моң меңдәр, миллиондар күңеленә рухи илаһилыҡ, йән аҙығы, йәшәү ҡөҙрәте ялҡыны булып ята.
Башҡорт поэзияһының шишмә башы шаҡтай йыраҡта — быуаттар төпкөлөндә: халыҡ йыры гәүһәрҙәрендә, ҡобайырҙарҙа, “Урал батыр” дастанында һ.б. Салауат Юлаев ул гәүһәрҙәргә яңы ынйы бөртөктәре һала, поэтик офоҡтарҙы бермә-бер киңәйтеп ебәрә, халыҡ телен сәнғәтсә эшкәртеүҙә шаҡтай ҙур маһирлыҡ күрһәтә. Бәләкәй генә гөлләмә бәйләмендә лә ҙур поэтик көскә эйә булған ҡанатлы юлдар, мәҡәл-әйтемдәр йәнле картина тыуҙырыуға, образлылыҡҡа өлгәшеүгә ярҙам итә. Улар тыуған ил, халыҡ яҙмышы, шағирҙың эстетик идеалы менән бәйле. “Бүгәсәүгә ҡушылып, ир-батырға ҡуш булып” тигән шиғырында ул халыҡтағы “Батырмын тип кем әйтмәй, — яу килгәндә йүне юҡ...” тигән әйтемде батырлыҡ һәм ҡурҡаҡлыҡ төшөнсәләрен тәғбир итеү өсөн ҡуллана.
“Ил намыҫы — ир муйынында”, — тигән боронғо ата-бабалар. Халыҡ ғүмер баҡый үҙ улдарының ил мәнфәғәте, Ватан яҙмышы менән йәшәп, батыр йөрәкле, күркәм сифатлы булыуын, ауыр мәлдә ҡурҡып-ҡаушап ҡалмауьн теләгән. Салауат Юлаев иһә батырлыҡ өлгөһөн ҡылысы менән дә, ҡәләме ярҙамында ла күрһәтте. Бик күп көрәштәрҙә дан ҡаҙанған башҡорт халҡы батырлығының йөҙөк ҡашы булған шағир яу килгәндә әсәһенең итәк аҫтында йәшеренеп ҡалған ҡурҡаҡ йәнле тилеләр өсөн дә асына. Был — тәбиғи хәл. Батыр йөрәкле ир-егеттәр ил яҙмышы өсөн һуңғы тамсы ҡандары тамғансы көрәшергә әҙер торһа, ундайҙарҙы ғүмер буйы данлайҙар, улар шул юғарылыҡта тормаусы ҡурҡаҡтар өсөн һыҙланьп йәшәй. Ә бит тыныс тормошта үҙен Алып батыр дәрәжәһендә тотоусылар донъя тулы. Яу килгәндә улар ҡая таш артына йәшеренә. Бындайҙар 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр ихтилалы, 1812 йылғы Ватан һуғышы, 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ла булды.
Салауат Юлаевтың: “Батырмын тип кем әйтмәй, яу килгәндә йүне юҡ...” — тиеүе, шулай итеп, тыуған илде, күҙ ҡараһылай ғәзиз ерҙе, ата-бабалар аманат итеп ҡалдырған тупраҡты һаҡлау барлыҡ халыҡ эше булырға тейешлекте иҫкәртә.
Билдәле, был әйтем халыҡ телендә Салауат Юлаевҡа саҡлы ла ҡулланылған. Әммә ил яҙмышын иман итеп йәшәгән ҡаһарман шағир уны үҙ осороноң һулышын тәрәнерәк асыҡлау йәһәтенән файҙалана. Ул бөгөнгө көндә лә бик урынлы яңғырай.
Халыҡ теле гәүһәрҙәрен иренмәйенсә ентекләп йыйыу менән һәр шағир шөғөлләнә. Был — етди һәм мөһим эш. Ләкин һәр ваҡыт ижад иткән мәҡәл-әйтем, поэтик биҙәк, төрлө тасуирлау сараларын әҙер килеш, үҙгәртмәйенсә ҡулланыу һөҙөмтәһендә бер генә шағир ҙа һүҙ сәнғәте оҫтаһы булыу дәрәжәһенә күтәрелә алмаған. Салауат Юлаев был хаҡта, бәлки, уйланмағандыр ҙа. Шиғри талант, поэтик туҡыманы үҙенсә “сигергә” тырышыу, һүҙгә артыҡ талапсан булыу, әҫәрҙең идея-эстәлеге, сәнғәтлелек дәрәжәһе халыҡтағын үҙгәртеп алыуҙы талап итҡән. Шағир ваҡыт-ваҡыт строфаны мәҡәл-әйтемдәр менән төҙөй:
Күк ыласындың балаһы
Бауҙа үлә талпынып,
Яҡшы атаның балаһы
Шаһит үлә яу йөрөп.
Ҡарсыға үтмәҫ урмандан
Ыласын үтә таң менән.
Михнәт менән көн күргәнсе,
Яуҙа үләйек дан менән!
Халыҡта “Батырлыҡ яуҙа беленер”, “Егет үҙе өсөн тыуыр, иле өсөн үлер”, “Батырҙың үҙе үлһә лә, даны үлмәй” кеүек мәҡәл-әйтемдәр бар.
Салауат Юлаевтың ҡанатлы юлдары (афоризмдары) ана шуларға тап килә. Шағир, әҫәрҙең идея-эстәлеге һәм стиле талап итҡәнсә, уларҙы үҙгәртеп кенә ҡалмай, бәлки яңы поэтик биҙәктәр өҫтәп, тәңгәл килә торған мәғәнәләр менән ҡуйыртып, шиғри хис-тойғоно күпкә арттырып ебәрә.
Яу йөрөп шаһит үлеү бик боронғонан килә. Был сифат киләсәк быуын ир-егеттәргә мираҫ итеп ҡалдырыла. Быны ил яҙмышы өсөн янып йәшәгән яҡшы атай балалары эшләй. Шуның кеүек, ауыр хәлгә дусар булһа, күк ыласындың балаһы ла, дошманына бирелмәйсә, бауҙа талпынып үлә.
Ыласын — халыҡ телендә батырлыҡ символы. Шуға күрә ҡурҡыу белмәҫ ҡорос йөрәкле кешеләрҙе ошо ҡош менән сағыштыралар. Бында яу йөрөп шаһит булған яҡшы атай балаһының бауҙа талпынып үлгән ыласын балаһына оҡшатылыуы әлеге халыҡ мәҡәлдәре нигеҙендә әйтергә теләгән фекерҙең поэтик көс-ҡеүәтен күпкә арттырып ебәрә. Халыҡ йырҙарында ла өсөнсө, дүртенсе юлдарҙағы мәғәнә беренсе, икенсе юлдарҙа бирелгән йә тәбиғәт, йә тормош-көнкүреш хәлдәре менән тәңгәл ҡуйып һүрәтләнеүсән. Был мәғәнәне көсәйтеп кенә ҡалмай, эстетик тәьҫирлелекте лә бермә-бер арттыра.
“Михнәт менән көн күргәнсе, яуҙа үләйек дан менән” тигән юлдарҙың мәғәнәһе көслө булһа ла, эстетик йоғонтоһо ул ҡәҙәр түгел кеүек. Ә инде “Ҡарсыға үтмәҫ урмандан ыласын үтә таң менән” тигән юлдар иһә ул мәғәнәгә эстетик сифат өстәй. Ҡарсыға үтә алмаҫлыҡ ҡалын, ҡара урманды таңғы мәлдә үк ыласын үтә аласаҡ. Был ҡоштар ҙа кешеләргә ишара итеү йәһәтенән һайланған. Ҡарсыға ла яман ҡош түгел. Шулай ҙа дәрәжәһе ыласындыҡынан түбәнерәҡ. Ыласын, әлеге лә баяғы, яҡшы атай балаларын да символлаштыра.
Бында “Яҡшы атайҙың балаһы шаһит үлә яу йөрөп”, “Михнәт менән көн күргәнсе, яуҙа үләйек дан менән” тигән юлдар билдәле мәҡәл-әйтемдәр нигеҙендә яҙылһа, “Күк ыласындың балаһы яуҙа үлә таң менән” тигәндәре — шағирҙың үҙ табыштары. Улар ҙа мәҡәл-әйтем формаһында ижад ителгән.
Халыҡта “Ил яҙмышы — ир иңендә, ир яҙмышы — ил иңендә” тигән мәҡәл бар. Ил һәм ир бер-береһенән айырылғыһыҙ. Уларҙың, күсмә мәғәнәлә әйтһәк, йөрәк тамырҙары бер-береһенә яҙмыш ептәре менән бәйләнгән. Боронғо башҡорт ҡобайырҙарында, халыҡ йырҙарында, “Урал батыр” поэмаһында был хаҡта ғәжәп күп мәҡәл-әйтемдәр ҡулланыла. Уларҙа батырлыҡ һәм ҡурҡаҡлыҡ төшөнсәләре ҡапма-ҡаршы (антитеза) фекерҙәр аша тасуирланыусан. Тыуған ерҙе һаҡлау — ир-егеттең иң изге мөҡәддәс бурысы, күркәм сифаты. “Бейек тауҙың үлгәне” тигән ҡобайырҙан бер өҙөк:
Ирмен тигән ир кеше
Бурһыҡтай боҫоп ятмаҫ ул,
Көнгә күҙе сағылған
Ябалаҡтай ҡасмаҫ ул.
Яу килгәнен күргәндә,
Бәпкә йөнөн ҡалҡытып,
Еләҫ иҫкән елдә лә
Шаулап торған усаҡтай,
Йөрәктәре ҡалтырап,
Нишләргә лә аптырап,
Яуҙан тороп ҡалмаҫ ул,
Яуҙан ситтә ҡалмаҫ ул.
Шулай итеп, халыҡ элек-электән үҙ улдарының батыр йөрәкле, көслө беләкле булыуын, ил яҙмышы өсөн янып йәшәүен теләгән. Ҡурҡыу, ҡалтыраныу, үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртыу хурлыҡ һаналған. Ул хаҡта ифрат күп мәҡәл-әйтемдәр ижад ителгән. Был строфала ла шуларҙың эстәлектәре синтезлап бирелгән.
Тимәк, был идея Салауат Юлаев поэзияһында сал тарихтан, быуаттар төпкөлөнән, ҡәҙимге халыҡтарҙың йөрәк һулышынан эркелеп килеп керә. Ил-Ер яҙмышы өсөн йәнен, ҡанын, барлыҡ ҡөҙрәтен биргән шағир әҫәрҙәренең һәр юлында тиерлек халыҡ ижад иткән мәҡәл-әйтемдәрҙең эстәлеге барлығы һиҙелә. Әлбиттә, ҡабатлап булһа ла әйтәйек, йөкмәткеһе һаҡланған хәлдә, улар төҙөлөштәре яғынан үҙгәртелеп, башҡа лексик-грамматиҡ саралар ярҙамында тәғбир ителә. Йәнә бер миҫал:
Туй барғанда, түш киреп,
Көрәшкә сыҡҡан — батырмы?
Икәүҙән-икәү алышып,
Ҡорҙашын йыҡҡан — батырмы?
Халыҡҡа яңы ҡушылған,
Дошмандан илен ҡурсыған,
Эйәрләп атҡа атланған,
Ажғыртып яуға ташланған, —
Илдең батыры шул булыр,
Илдең күрке шул булыр.
Атҡа менегеҙ, ирҙәр, ағалар,
Асылһын әйҙә иҫке яралар!
Яраларҙы ирек уңалтыр,
Яуыз дошман башын юғалтыр!
Ҡурҡмаҫ булһа ирҙәр яранан,
Уҡ та үтмәҫ беҙҙең аранан.
Халыҡта “Ат дағаһыҙ, батыр яраһыҙ булмай”, “Атланған батыр аттан төшмәҫ” кеүек мәҡәл-әйтемдәр бар. Был строфала ошолар һәм уларға оҡшаш бик күп мәҡәл-әйтемдәрҙең эстәлеге һалынған. Беҙ әле лә батырлыҡ һәм матурлыҡ, кешелеклелек ниҙә икәнен аңлап бөтөрә алмайбыҙ. Был яҡшы сифаттарҙы бәғзе берәүҙең теленә ҡарап ҡына самалай торған ғәҙәтебеҙ ҙә бар. Йәки түш киреп әтәсләнгән ахмаҡты ла батырҙар сафына баҫтырырға ашығабыҙ. Туй барғанда түш киреп майҙанға сыҡҡан, ҡорҙашын йыҡҡан батыр буламы? Шағир әйткәнсә, халҡына яңы ҡушылған, атҡа атланған, ажғырып дошманға ташланғандар ғына ил батыры, ил күрке була ала. Дошман яуы, йот, ҡан ҡойош Салауат Юлаевҡа саҡлы ла була. Ер-әсәне даими рәүештә йәрәхәтләп, яфалап торғандар. Әммә ул яраларҙы бер ҡасан да ирек яуламай уңалтып булмаясаҡ. Иҫке яраларҙың асылыуынан ҡурҡып, ирек яулауҙан бер ҡасан да сигенмәҫкә кәрәҡ.
Шағирҙың был ҡиммәтле һүҙҙәре бөгөн айырата көслө яңғырай. Шулай итеп, Салауат Юлаев шағир-көрәшсе генә түгел, нәфис һүҙ сәнғәте оҫтаһы ла. Ул халыҡ ижад иткән мәҡәл-әйтемдәрҙе шул килеш тә, үҙгәртеп тә ҡуллана, үҙе лә яңыларын уйлап таба. Был уның тел диңгеҙендә бер арҡыры, бер буй иренмәйенсә йөҙөүен, уның төбөндәге ынйы-мәрйендәрҙе арымай-талмай йыйыуын раҫлай.
Бәләкәй бер мәҡәләлә барыһын да сағылдырыу мөмкинлеге юҡ. Бында шағирҙың мәҡәл-әйтемдәр менән нисек оҫта, ижади эш итеүен генә яҡтыртырға тырыштыҡ. Ләкин Салауат Юлаев образлылыҡҡа шулар аша ғына өлгәшә икән тигән төшөнсә ҡалмаһын. Уның поэзия туҡымаһындағы сағыштырыу, метафора, эпитет һ.б. тел-һүрәтләү саралары ҙур эстетик көскә эйә.
Шағирҙың поэтик мираҫы ҙур түгел. Шулай ҙа булған ҡәҙәренсә генә лә беҙҙең өсөн ҡиммәтле хазина булып иҫәпләнә.
Фәлсәфәүи фекер тәрәнлеге, уйлау офоҡтарының киңлеге, әҫәрҙәрҙең сәнғәтсә эшләнеш дәрәжәһе бөгөнгө ҡәләм оҫталарына ла өлгө-үрнәк булып торорлоҡ. Был поэтик сиҙәмде ныҡлап күтәреү өсөн, беҙҙеңсә, уның шиғырҙарына төплө лингвистик анализ яһарға кәрәк. Бының өсөн айырым мәҡәлә генә түгел, ҙурыраҡ хеҙмәт яҙыу талап ителә. Мәҡәлә ҡайнар, шәфҡәт, шәфәғәт ҡанлы, илһөйәр йәнле, батыр һәм матур, тәҡүә йөрәкле, башҡорт балылай тәмле телле, Урал тауҙарылай мәғрур күңелле, ҡурай моңолай шиғриәт сәнғәте тәңреһе булған Салауат Юлаевтың 260 йыллыҡ тәҡдирен хөрмәт итеү, әҙәбиәт йылы нурланышын ғиззәтләү тәкәллефе ҡушҡанса хозурланды.

Суфиян Поварисов, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 156

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 507

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 245

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 948

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 730

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 392

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 711

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 976

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 466

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 540

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 370

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 546