Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һәр мөрәжәғәт – иғтибар үҙәгендә
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратында халыҡтың мөрәжәғәттәре менән эшләү “Рәсәй Федерацияһы граждандарының мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибе тураһында”ғы Федераль законға, “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың мөрәжәғәттәре тураһында”ғы республика Законына, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Регламентына, Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратында Эш башҡарыу инструкцияһына ярашлы тормошҡа ашырыла.


Статистика

2016 йылдың тәүге яртыһында Башҡортостан Хөкүмәтенә 7 835 мөрә­жәғәт килгән. Шуларҙың 881-е мәсьә­ләләрҙе хәл итеү өсөн компетенция буйынса республика Башлығы Хаки­миәтенә, 3 539-ы – Рәсәй Президенты Хакимиәтенә, 55-е – Рәсәй Феде­рацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһына, 283-ө Рәсәй Хөкүмәте Аппаратына ебәрелгән. Граждандарҙан һәм ойошмаларҙан (почта, электрон почта аша һәм туранан-тура) – 3 077, юғары дәүләт власы органдарынан 278 мөрәжәғәт килгән.

Төп темалар

Быйыл түәге ярты йыллыҡта килгән хат авторҙары 8 210 мәсьәләне күтәргән. Шуларҙың 3 254-е (39,6 %) – торлаҡ-коммуналь өлкәгә, 2 044-е (24,9 %) – иҡтисадҡа, 1 558-е (19 %) – социаль өлкәгә, 1 175-е (14,3 %) – дәүләт, йәмғиәт һәм сәйәсәт мәсьә­ләләренә, 180-е (2,2 %), оборонаға, хәүефһеҙлеккә һәм законлылыҡҡа ҡағыла. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, һаулыҡ һаҡлау, төҙөлөш, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау өлкәһе менән бәйле мөрәжәғәттәр бик күп. Һуңғы йылдарҙа хаттарҙың үҙенсәлек­тәрендә әллә ни үҙгәреш юҡ. Граж­дандарҙы торлаҡ шарттарын яҡшыр­тыу, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙең эше, социаль тәьминәт, медицина ярҙамы күрһәтеү, транспорт хеҙмәте, автомобиль юлдарының торошо ҡыҙыҡһындыра.
Мөрәжәғәттәр менән эшләү буйынса мәғлүмәтте республика Хөкүмәте­нең Интернет селтәрендәге (http:/www.pravitelstvorb.ru) рәсми порталында табырға мөмкин. Граждандар республика башҡарма власть органдары етәкселәренең күсмә ҡабул итеү графигы, Хөкүмәт регламенты, килгән мөрәжәғәттәргә анализ, бәйләнеш мәғлүмәттәре, шулай уҡ Интернет аша Хөкүмәткә мөрәжәғәт итеү алымы менән таныша ала.
Халыҡтан Хөкүмәткә килгән хат­тарҙы ҡарау тураһындағы мәғлүмәт ярты йыллыҡ йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрына ебәрелә, Хөкүмәттең рәсми сайтында, “Республика Башкорт­остан”, “Башҡортостан” һәм “Кызыл таң” ваҡытлы матбуғат баҫмаларында урынлаштырыла. Башҡортостан Республикаһында кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилгә мәғлүмәт уҙған йыл йомғаҡтары буйынса ебәрелә.

Ҡабул итеүҙе
ойоштороу


Халыҡтың телдән һәм яҙма мөрәжәғәттәре менән эште тейешенсә ойоштороу маҡсатында республика Хөкүмәте бойороғо менән Премьер-министр урынбаҫарҙары, республика башҡарма власть органдары етәксе­ләре тарафынан алдағы кварталға граждандарҙы күсмә ҡабул итеү графигы раҫлана. Муниципаль район­дарҙа һәм ҡала округтарында бындай сараларҙы үткәреү датаһы хаҡында киң мәғлүмәт саралары аша алдан хәбәр ителә.
Граждандарҙы йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә (Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46, Республика йорто) Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры һәм уның урынбаҫарҙары ҡабул итә.
Әйткәндәй, 2016 йылдың тәүге яртыһында Премьер-министр урын­баҫарҙары 15 ҡабул итеү сараһы үткәргән. Уларҙа 68 кешенең мөрә­жәғәте ҡаралған. 11 күсмә ҡабул итеү барышында 89 кеше үтенес менән килгән.
Республика башҡарма власть орган­дары етәкселәре ойошторған 100 күсмә ҡабул итеү сараһы барышында 589 кешенең ялыуы тикшерелгән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә