Һәр мөрәжәғәт – иғтибар үҙәгендә30.08.2016
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратында халыҡтың мөрәжәғәттәре менән эшләү “Рәсәй Федерацияһы граждандарының мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибе тураһында”ғы Федераль законға, “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың мөрәжәғәттәре тураһында”ғы республика Законына, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Регламентына, Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратында Эш башҡарыу инструкцияһына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Статистика
2016 йылдың тәүге яртыһында Башҡортостан Хөкүмәтенә 7 835 мөрәжәғәт килгән. Шуларҙың 881-е мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн компетенция буйынса республика Башлығы Хакимиәтенә, 3 539-ы – Рәсәй Президенты Хакимиәтенә, 55-е – Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһына, 283-ө Рәсәй Хөкүмәте Аппаратына ебәрелгән. Граждандарҙан һәм ойошмаларҙан (почта, электрон почта аша һәм туранан-тура) – 3 077, юғары дәүләт власы органдарынан 278 мөрәжәғәт килгән.
Төп темалар
Быйыл түәге ярты йыллыҡта килгән хат авторҙары 8 210 мәсьәләне күтәргән. Шуларҙың 3 254-е (39,6 %) – торлаҡ-коммуналь өлкәгә, 2 044-е (24,9 %) – иҡтисадҡа, 1 558-е (19 %) – социаль өлкәгә, 1 175-е (14,3 %) – дәүләт, йәмғиәт һәм сәйәсәт мәсьәләләренә, 180-е (2,2 %), оборонаға, хәүефһеҙлеккә һәм законлылыҡҡа ҡағыла. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, һаулыҡ һаҡлау, төҙөлөш, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау өлкәһе менән бәйле мөрәжәғәттәр бик күп. Һуңғы йылдарҙа хаттарҙың үҙенсәлектәрендә әллә ни үҙгәреш юҡ. Граждандарҙы торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙең эше, социаль тәьминәт, медицина ярҙамы күрһәтеү, транспорт хеҙмәте, автомобиль юлдарының торошо ҡыҙыҡһындыра.
Мөрәжәғәттәр менән эшләү буйынса мәғлүмәтте республика Хөкүмәтенең Интернет селтәрендәге (http:/www.pravitelstvorb.ru) рәсми порталында табырға мөмкин. Граждандар республика башҡарма власть органдары етәкселәренең күсмә ҡабул итеү графигы, Хөкүмәт регламенты, килгән мөрәжәғәттәргә анализ, бәйләнеш мәғлүмәттәре, шулай уҡ Интернет аша Хөкүмәткә мөрәжәғәт итеү алымы менән таныша ала.
Халыҡтан Хөкүмәткә килгән хаттарҙы ҡарау тураһындағы мәғлүмәт ярты йыллыҡ йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрына ебәрелә, Хөкүмәттең рәсми сайтында, “Республика Башкортостан”, “Башҡортостан” һәм “Кызыл таң” ваҡытлы матбуғат баҫмаларында урынлаштырыла. Башҡортостан Республикаһында кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилгә мәғлүмәт уҙған йыл йомғаҡтары буйынса ебәрелә.
Ҡабул итеүҙе
ойоштороу
Халыҡтың телдән һәм яҙма мөрәжәғәттәре менән эште тейешенсә ойоштороу маҡсатында республика Хөкүмәте бойороғо менән Премьер-министр урынбаҫарҙары, республика башҡарма власть органдары етәкселәре тарафынан алдағы кварталға граждандарҙы күсмә ҡабул итеү графигы раҫлана. Муниципаль райондарҙа һәм ҡала округтарында бындай сараларҙы үткәреү датаһы хаҡында киң мәғлүмәт саралары аша алдан хәбәр ителә.
Граждандарҙы йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә (Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46, Республика йорто) Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры һәм уның урынбаҫарҙары ҡабул итә.
Әйткәндәй, 2016 йылдың тәүге яртыһында Премьер-министр урынбаҫарҙары 15 ҡабул итеү сараһы үткәргән. Уларҙа 68 кешенең мөрәжәғәте ҡаралған. 11 күсмә ҡабул итеү барышында 89 кеше үтенес менән килгән.
Республика башҡарма власть органдары етәкселәре ойошторған 100 күсмә ҡабул итеү сараһы барышында 589 кешенең ялыуы тикшерелгән.