No-till технологияһы – ул баҫыусылыҡтың бер ҙур системаһы. No-till һүҙен тәржемә иткәндә, “һабан юҡ” тигәнде аңлата. Төп асылы уның тупраҡтың өҫтөндәге ел һәм һыу эрозияһын кәметеүгә булышлыҡ иткән үҫемлек ҡалдығын һаҡлау, байытыуға ҡайтып ҡала. Ер көҙ ҙә, яҙ ҙа һөрөлмәй, тырматылмай, культивация үткәрелмәй. Шуның һөҙөмтәһендә уның төҙөлөшө боҙолмай, ер кипмәй, дым һаҡлана, ә һабан менән эш иткәндә тупраҡҡа ҙур зыян килә.Донъя тәжрибәһен өйрәнеп, ер эшкәртеүҙең классик, минималь алымдарына ҡарағанда, No-till технологияһының өҫтөнлөктәре күп. Беренсенән, тупраҡтың ел һәм һыу тәьҫиренән боҙолоуы ҡырҡа кәмей. Юғиһә республикала 5,6 миллион гектар ер эрозияға дусар ителеп, йылына 3 миллион тонна cамаһы гумус юғала. Икенсенән, тупраҡтың уңдырышлылығы яҡшыра. Өсөнсөнән, һөрөүгә нигеҙләнгән ысулдар менән сағыштырғанда, яғыулыҡ-майлау материалдарына сығым 50-70 процентҡа кәмей. Әйтәйек, традицион технология буйынса 1 гектарҙы эшкәртеү өсөн 55-70 литр, минималь технология ҡулланғанда 30-40 литр яғыулыҡ тотонолһа, No-till ысулы менән эш иткәндә 20-25 литр самаһы сарыф ителә. Дүртенсенән, баҫыу эштәренә йәлеп ителгән трактор һәм ауыл хужалығы машиналарының һаны ике тапҡырға кәмей. Бишенсенән, өс йылдан һуң үҫемлекте һаҡлау саралары, минераль ашлама һәм гербицид һатып алыуға киткән сығымдар 20-30 процентҡа аҙая. Иң мөһиме — продукцияның үҙҡиммәте кәмей һәм үҫемлекселектең рентабеллелеге арта.
Уңыш нимә һөҙөмтәһендә күтәрелә һуң? Урып-йыйыу ваҡытында һабаҡ өҫтәнерәк сабыла, комбайн артынан һалам шунда уҡ тирә-яҡҡа сәселеп бара. Һаламды ҡалдырыу һөҙөмтәһендә тупраҡта микроорганизмдар, органик матдәләр арта. Йылдар буйына ярлыланған тупраҡ микроорганизмдарға байый һәм уның уңдырышлылығы бермә-бер яҡшыра. Артабан беҙгә минераль ашлама әҙерәк кәрәк буласаҡ. Әйткәндәй, Ҡаҙағстандың Ҡустанай ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының баҫыуҙарында бөтөнләй минераль ашлама индермәйҙәр тип әйтергә мөмкин. Унда юғары уңышты микроорганизмдар ярҙамында алалар.
Традицион ысулды ҡулланғанда иген уңышының 80 проценты – тәбиғәткә, йәғни уңайлы һауа шарттарына, ә 20 проценты ғына кешегә бәйле. No-till технологияһын файҙаланғанда, киреһенсә, уңыштың 20 проценты – тәбиғәттән, ә 80 проценты кешенән тора. Һуңғыһы буйынса бөтә операциялар бер юлы эшләнә: сәсеү, тапатыу һәм ашлама индереү.
Бөгөн Ер шарында 120 миллион гектар ерҙә ошо алым ҡулланыла. Ул Америка Ҡушма Штаттарында барлыҡҡа килгән һәм “һыҙатлы тупраҡ эшкәртеү” тип тәржемә ителә, йәғни баҫыу тулыһынса түгел, ә һыҙат-һыҙат эшкәртелә. Артабан орлоҡ эшкәртелгән тупраҡҡа ғына һалына, икенсеһе — эшкәртелмәгәне — файҙалы матдәләр йыя. Икенсе йыл сәсеү эштәре “ял итеп” алған тупраҡта башҡарыла. Шулай итеп, биш-алты йыл эсендә баҫыуҙа сәсеү әйләнеше тулыһынса файҙаланыла һәм уңдырышлы ҡатламға артыҡ зыян килмәй. Һыҙат 25-30 сантиметр тәрәнлектә эшкәртелә, киңлеге лә 25-30 сантиметр тәшкил итә. Эшкәртеү көҙ үткәрелә, бер юлы ашламалар индерелә. Ашлама сәселгән культураға ҡарап, шыйыҡ көйө йәки гранулала ҡулланыла. Технология буйынса орлоҡ тап ашлама һалынған урынға төшөргә тейеш. Бының өсөн техникаға навигация ҡорола. Тағы бер шарт: культиватор һәм сәскестең алым киңлеге бер иш булырға тейеш. Strip-till культураларҙы аралаштырып сәсергә мөмкинлек бирә: бер һыҙат эшкәртелә һәм уға үлән сәселә. Һөҙөмтәлә хужалыҡ юғары аҡһымлы аҙыҡ, мәҫәлән, кәрешкә менән кукуруз ҡатнашмаһы аласаҡ. Башҡортостанда Әбйәлил, Мәләүез, Балтас, Миәкә, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Стәрлетамаҡ, Ауырғазы, Саҡмағош райондарында уңышлы тормошҡа ашырыла. Был ысулды тәүгеләрҙән булып Әбйәлил районының “Красная Башкирия” ауыл хужалығы кооперативы индерҙе. Бында бер нисә йыл инде No-till һәм Strip-till технологияларын ҡулланып эш итәләр. Шуға ла ошо заманса ер эшкәртеү системаларын өйрәнергә тип республиканың күп кенә төбәктәренән тәжрибә уртаҡлашырға киләләр, йыш ҡына фәнни-ғәмәли семинар-кәңәшмәләр үткәрелә.
Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарында ер игенселек өсөн уңдырышлы, етмәһә, иркен булыуы малсылыҡ менән шөғөлләнергә киң мөмкинлек бирә. Әммә Көньяҡ Уралдың тәбиғәте һауа шарттарына ныҡ бәйле. Бигерәк тә далалағы сәсеүлектәр ҡоролоҡтан ныҡ зыян күрә. Йыл да ҡабатланып килгән аяуһыҙ эҫелек райондарҙың ҡеүәтле ауыл хужалығы предприятиеларына ла йоғонто яһамай ҡалмай. Әбйәлил районы ла йыл аша тигәндәй ҡоролоҡҡа дусар була. Әммә хужалыҡтар элеккесә иҫке технологияларға йәбешеп ятмай, ә төбәк өсөн, ер өсөн уңышлы булған яңы алымдар ҡулланырға тырыша.
Ер эшкәртеүҙә заманса технологияларҙы ҡулланыу ниндәй һөҙөмтә биреүе, ғөмүмән, яңы алымдарҙың Әбйәлил ерендә нисек тормошҡа ашырылыуы хаҡында С. Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, “Красная Башкирия” ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе Р. С. Фәхрисламов һөйләй.
– Нуль технологияһына күсеү өсөн беҙ иң тәүҙә уны теоретик һәм ғәмәли яҡтан өйрәндек. Тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында оҙаҡ йылдар ошо технология буйынса ерҙе эшкәрткән хужалыҡтарға барып ҡайттыҡ. Был алымға күсер алдынан күп кенә эш башҡарырға тура килде. Ерҙе химик эшкәртеп төрлө сүп үләндәренән ҡотолдоҡ, ҡоротҡостарҙан һәм ауырыуҙарҙан һаҡланыҡ. Бының өсөн юғары сифатлы, заманса навигациялы һәм тәүлек әйләнәһенә эшләрлек техника һатып алдыҡ, – ти етәксе.
Эйе, “Красная Башкирия” хужалығы үҫемлекселек һәм малсылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнгән, ерҙең уңдырышлылығын күтәреү буйынса сит илдәрҙең тәжрибәһен өйрәнеп, үҙ баҫыуҙарында иген һәм мал аҙығы культураларының уңышын арттырыу маҡсатында төрлө ысул ҡулланып эш итеүе менән республикала ғына түгел, хатта бөтә донъяға билдәле. Бөгөн хужалыҡ баҫыуҙарында, малсылыҡта тиҫтәләгән яңы сит ил техникаһы эшләй — Аргентинала етештерелгән сәскестәр, комбайндар, лизинг килешеүе нигеҙендә һатып алынған махсус сапҡыстар, Англияның “Alvan Blanch” фирмаһы лицензияһы буйынса Новосибирск ҡалаһында етештерелгән заманса иген киптергес, башҡа өр-яңы агрегаттар үҙ һөҙөмтәһен бирә.
Әлегә Башҡортостанда был технологияға яй күсәләр. Иҫкенән, өйрәнелгән ҡалыптан баш тарта алмайҙар. Ҡартатайым һөргән, атайым һөргән, мин дә һөрәм, тип эш итә күптәр. Тағы белем һәм техника етмәй, был технологияға күсеү өсөн махсуслаштырылған сәскес булыуы мотлаҡ. Үкенескә ҡаршы, белгестәр ҙә етмәй. Әммә ынтылыш көслө. Был йәһәттән Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты ла эш алып бара.
No-till технологияһын индереү өсөн төп шарт – ябай булмаған сәсеү агрегатының булыуы. Бөгөн баҙарҙа уларҙы табырға мөмкин, ләкин сит илдә етештерелгәне күберәк, ә улар арзан түгел. Өфө “ПодшипникМаш” сауҙа йорто яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сығарған “Берегиня” сәсеү комплексы хаҡы, сифаты йәһәтенән һатып алыусылар өсөн хәҙерге көндө иң уңайлыһы һанала.
Сауҙа йорто 2011 йылға тиклем ауыл хужалығы продукцияһы һатыу менән шөғөлләнә. No-till технологияһына йәлеп ителгән техникаға ихтыяжды өйрәнеп, улар сәскесте үҙҙәрендә етештерергә тигән һығымтаға килеп, күп яҡтан отошло икәнен иҫәпләп сығаралар. Бында етештерелгән сәскестең хаҡы сит илдекенә ҡарағанда күпкә арзан. Сәсеү агрегаты менән эшләр өсөн агрономдарҙы, механизаторҙарҙы уҡыталар. Улар ҡорамалдың төҙөлөшөн, көйләү, файҙаланыу ҡағиҙәләрен өйрәнә.
Предприятие Өфөнөң Дим биҫтәһендә урынлашҡан. Штат 12 кешенән тора, шуларҙың 9-ы юғары техник белемле. Барыһы ла агрегатты төплө өйрәнеп, әле һүҙ алып барған технологияның нескәлектәрен белә. Ойошма бөгөн – республикала шундай штаты булған берҙән-бер предприятие. Әле предприятиела конструктор бүлеге бар, сәсеү комплексын камиллаштырыу өҫтөндә даими эш алып баралар. Агрессив средаға (минераль ашлама, ағыулы химикат) бирешеп бармаһын өсөн юғары технологик сифатҡа эйә булған буяу ҡулланып эш итәләр. Бында 2-се, 3-сө, 5-се класлы тракторҙар, комбайндар, мал аҙығы әҙерләү техникаһы, ҡорамалдар ҙа тәҡдим итәләр. Уларҙы техник хеҙмәтләндерәләр.
No-till технологияһы – заман талабы. Ул ҡоролоҡ йылдарында уңыш юғалтыуға юл ҡуймаҫка, аҙ сығымдар менән килем алырға ярҙам итә. Сит ил компанияларына булышлыҡ итергә кәрәкмәй – улар былай ҙа насар йәшәмәй, үҙебеҙҙең тауар етештереүселәребеҙгә ярҙам кәрәк. Шул саҡта ватан продукцияһы сит илдекенән бер ҙә ҡайтыш булмаҫ.