Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Башҡорттар кәсепселек бәйәһен юғалтмай
Башҡорттар кәсепселек бәйәһен юғалтмай Ата-бабаларыбыҙҙың зиһененә, аҡылына иҫең китер! Тәбиғәт, Йыһан менән тығыҙ бәйләнештә донъя көткән улар. Бәпесте муйыл ағасынан яһалған сәңгелдәктә бәүеткән, малы үҙенә яҙһын өсөн уны муйыл һуйыл менән ҡыуалаған, оҙон ғүмерле булһын өсөн һайыҫҡан ите менән дә туҡланған, ҡарағас һағыҙ сәйнәгән йөҙйәшәр ҡарттарҙың тештәре лә теүәл булған, сайырлы кейеҙҙә йоҡлаған – һыҙланмаған, мендәрҙәре ҡор йөнө менән тултырылған, шуға күрә ҡоштай ирекле, ҡанатлы булған, ҡаты урындыҡта йоҡлап, умыртҡа һөйәге лә төҙ булып үҫешкән...


Әйткәндәй, Ғәйшә өләсәйем аш-һыуға оҫта булды, ул ҡойған буҙа телеңде йоторлоҡ, бөтөнләй икенсе төрлө ине. Таҙа бойҙайҙы киндер муҡсайына һалып, мейес башына шыттырырға ҡуя. Улары моронлай башлаһа, йылға буйына алып барып туңдыра ла тир­мәндә тарта. Һыйыр малының туңмайын иретеп, тартҡан һоло һәм бойҙай өҫтөнә ҡоя. Бер сәғәт үткәс, ҡаҙанда ҡайната. Икенсе көнөнә һөҙә, уныһы күп тә үтмәй, күпереп килеп тә сыға торғайны. Ун биҙрә һыймалы көбөләге шифалы эсемлек күрше-тирәлә­ге­ләргә лә, ғаиләһенә лә етә. Әлбит­тә, шыттырылған бойҙай кеше организмына көс-ҡеүәт бирә.
Өләсәйемдең атаһы – Әбйәлил районының Ишбулды ауылынан Батырша олатай данлыҡлы итексе булған. Тире иләү өсөн һәм башҡа әллә күпме ҡулайламалары була торғайны. Атаһынан күрмәксе, өләсәйем һуғыш осоронда балаларын үҙе баҫҡан быйманан өҙмәгән.
Буранғол ауылы ҡыҙы һикһән йәшлек Мәфтуха Нәбиуллина мәҙрәсәгә уҡырға төшкәндә киндерҙән үҙҙәренә кейем тегеп кейеп барғандарын беҙгә бәйән итер ине: “Көҙ орлоҡтары бешеп, ҡойолоп бөткән, йәғни кипкән киндерҙе йыйып алаһың да һыуға тиресәһе йомшарғансы һалып ҡуяһың. Алаһың да ауыр таяҡ менән ҡабығы айырылғансы туҡмайһың, йыуаһың, киптерәһең, иләйһең. Ағас туҡыу станогында кейем-һалым һуғаһың. Кесерткәнде лә шул рәүешле эшкәртәһең. Ундай кейем-һалым тәнгә шифалы ла, оҙаҡҡа ла етә. Шулай уҡ тирмән тартҡанда аҫтыңа түшәмес, урындыҡҡа ашъяулыҡ, һәр яғы бер метр ҙа унар сантиметр ҙурлығында шәл дә һуғып ябынғандар.
Иләнгән киндерҙән эшләнгән иләк музейҙа һаҡлана. “Тәүҙә квадрат формаһында арҡырыға-буйға нәҙек ептәрҙе тегәбеҙ. Аҙаҡ уны түңәрәк тирәсенә етен еп менән нығытып тегеп беркетәбеҙ”, – тип һөйләгәне иҫтә ҡалған.
Теләш ауылындағы был музейҙа етен йә сүстән арҡан ишә торған өс тишекле ҡулайлама ла бар, 1700 йылда етендән туҡылған һөлгө лә һаҡлана. Ул ошо ауылдың ҡыҙы Хөсниямал Рәхмәтуллинала әллә нисә быуын өләсәһенән ҡомартҡы булараҡ ҡалған. Тығыҙ, беше етен туҡыманың биҙәге лә бар. Уң һәм һул яғы ла төрлө биҙәкле булыуы менән серле.
Тирүгә, көрөҫ, борғоса, тараҡ, һоҫа... Һуғыу станогы үҙенсәлекле лә, ҡатмарлы ла. Уны шулай йәтеш итеп эшләүсенең ни тиклем сабыр һәм ювелир оҫталығына эйә булыуын тояһың. Хәҙер ундай станокты эшләүсе оҫталар бармы икән?
Тыуған ауылым Әхмәттә фронтовик Ғәлимйән Хәлфетдинов рамға һалынған быялаға ниндәйҙер буяу менән мәк сәскәһен төшөрөп һата ине. Ошо матурлыҡ күптәрҙең ҡунаҡ бүлмәһен йәмләгәне хәтерҙә.
Республика төбәктәрендә халыҡ кәсепселеген тергеҙеп, оҫталарҙың эштәрен һәр төрлө байрамдарҙа, һабантуйҙарҙа баһалап, ярыштарын уҙғарып, уларҙы дәртләндереп торорға ине. Дәүләт кимәлендә кәсепселекте хупларға, ярҙам күрһәтергә, күтәрергә кәрәк. Бөйөк урыҫ яҙыусыһы Лев Толстой әйткәнсә, заманалар үҙгәрһә лә, башҡорттар, ысынлап та, боронғо кәсепселек бәйәһен әле лә юғалтмай, тиһәң дә була.








Автор: Зөһрә БӘШӘРОВА. Район: Әбйәлил районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә