Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Теләгән йүнен таба
Интернет селтәренең кеше һаулығы өсөн зарарлы булыуына ҡарамаҫтан, уның ыңғай яҡтары ла бихисап. Кешеләргә яңы офоҡтар аса, үҙ һәләтеңде үҫтереп, аҡса эшләү мөмкинлеген бирә.


Элегерәк, мәҫәлән, декрет ялында әсәләр йүргәккә күмелеп, кер йыуыу, ғөмүмән, өй эштәренән бушамаған ва­ҡыт тип ҡабул итһә, хәҙер ҡатын-ҡыҙ­ҙар Интернет аша яңы һөнәрҙәргә өйрә­нә, төрлө юлдар менән аҡса эшләй, сит телдәр үҙләштерә. Көнө бу­йы ирҙәре эштә булған ҡатындар яңғыҙлыҡтан ҡурҡмай. Сөнки Интернет әсәләрҙең тормошон төрләндерә, ғаилә бюджетын тулыландырыуға ла юл аса.
Янғантау ауылында тыуып үҫеп, бөгөн Арҡауылда йәшәгән Юлизә Әхәтова – тап шундай тәүәккәл ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе. Һөнәре буйынса Юлизә 5-се разрядлы ашнаҡсы һәм 4-се разрядлы кондитер. Ул бәләкәйҙән аш-һыу бешереү серенә төшөнөп үҫә. Ни бары алты йәш булғанда тырыш ҡыҙ беренсе тортын бешерә. Һөнәрле булғас, Юлизә “Янғантау” шифаханаһында, Өфөлә төрлө кафеларҙа эшләп, тәжрибә туплай.
Ҡыҙы тыуғас та, тәүәккәл ҡатын декрет ваҡытынан файҙаланып, бер аҙ аҡса эшләргә мөмкинлек таба. Тәүҙә ул дуҫтарына, туғандарына барғанда телеңде йоторлоҡ торттар эшләһә, тора-бара сит кешеләр Юлизәнән төрлө байрамдарға торттар бешереүен һорай.
– Ваҡытында тормош иптәшем, әсәйем, апайым эште алып китергә ярҙам итте. Өфөлә эшләгән саҡта тормош иптәшем тортҡа тәғәйенләнгән төрлө биҙәүестәр, мастикалар алып ҡайтты. Мине был эшкә дәртләндергән, илһам ҡанаттарын үҫтергән дә тап ул булды, – ти оҫта хужабикә.
Юлизә торттарын төрлө рецепттар менән бешерә лә уны мастика менән матурлай. Ул бешергән торттар – үҙе бер ижад өлгөһө. Сөнки торт өҫтөндә нимәләр генә юҡ: сәскәләр, төрлө хай­уандар, ағастар, машиналар. Шуныһы ҡыҙыҡ: уларҙың барыһын да тәмләп ҡарарға була.
– Заказдар етерлек. Халыҡ туйға, никахҡа, юбилейҙарға, тыуған көндәргә, төрлө байрамдарға торттарҙы теләп ала. Клиенттарҙың эскизы буйынса ла бешерәм, – ти Юлизә.
Торттарҙың хаҡтары ла бик үтемле. Тәмлекәстең ауырлығына, рецептына ҡарап, үҙеңдең теләгең һәм кеҫәңдең ҡалынлығы буйынса һайлап алырға була.
Шулай уҡ уңған хужабикә ҡул эштәренә лә бик оҫта. Ул заказға төрлө кейемдәр тегә, шапкалар, ойоҡбаштар һәм башҡа күҙҙең яуын алырлыҡ әйберҙәр бәйләй.
Теләгән йүнен таба, тиҙәр. Тәжрибә тупларға ынтылған, ваҡытын әрәм-шәрәм итмәй, файҙалы эш менән булған, оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ күп ул беҙҙә.






Автор: Лиана ВӘЛИУЛЛИНА. Район: Салауат районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә