Теләгән йүнен таба30.08.2016
Интернет селтәренең кеше һаулығы өсөн зарарлы булыуына ҡарамаҫтан, уның ыңғай яҡтары ла бихисап. Кешеләргә яңы офоҡтар аса, үҙ һәләтеңде үҫтереп, аҡса эшләү мөмкинлеген бирә.
Элегерәк, мәҫәлән, декрет ялында әсәләр йүргәккә күмелеп, кер йыуыу, ғөмүмән, өй эштәренән бушамаған ваҡыт тип ҡабул итһә, хәҙер ҡатын-ҡыҙҙар Интернет аша яңы һөнәрҙәргә өйрәнә, төрлө юлдар менән аҡса эшләй, сит телдәр үҙләштерә. Көнө буйы ирҙәре эштә булған ҡатындар яңғыҙлыҡтан ҡурҡмай. Сөнки Интернет әсәләрҙең тормошон төрләндерә, ғаилә бюджетын тулыландырыуға ла юл аса.
Янғантау ауылында тыуып үҫеп, бөгөн Арҡауылда йәшәгән Юлизә Әхәтова – тап шундай тәүәккәл ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе. Һөнәре буйынса Юлизә 5-се разрядлы ашнаҡсы һәм 4-се разрядлы кондитер. Ул бәләкәйҙән аш-һыу бешереү серенә төшөнөп үҫә. Ни бары алты йәш булғанда тырыш ҡыҙ беренсе тортын бешерә. Һөнәрле булғас, Юлизә “Янғантау” шифаханаһында, Өфөлә төрлө кафеларҙа эшләп, тәжрибә туплай.
Ҡыҙы тыуғас та, тәүәккәл ҡатын декрет ваҡытынан файҙаланып, бер аҙ аҡса эшләргә мөмкинлек таба. Тәүҙә ул дуҫтарына, туғандарына барғанда телеңде йоторлоҡ торттар эшләһә, тора-бара сит кешеләр Юлизәнән төрлө байрамдарға торттар бешереүен һорай.
– Ваҡытында тормош иптәшем, әсәйем, апайым эште алып китергә ярҙам итте. Өфөлә эшләгән саҡта тормош иптәшем тортҡа тәғәйенләнгән төрлө биҙәүестәр, мастикалар алып ҡайтты. Мине был эшкә дәртләндергән, илһам ҡанаттарын үҫтергән дә тап ул булды, – ти оҫта хужабикә.
Юлизә торттарын төрлө рецепттар менән бешерә лә уны мастика менән матурлай. Ул бешергән торттар – үҙе бер ижад өлгөһө. Сөнки торт өҫтөндә нимәләр генә юҡ: сәскәләр, төрлө хайуандар, ағастар, машиналар. Шуныһы ҡыҙыҡ: уларҙың барыһын да тәмләп ҡарарға була.
– Заказдар етерлек. Халыҡ туйға, никахҡа, юбилейҙарға, тыуған көндәргә, төрлө байрамдарға торттарҙы теләп ала. Клиенттарҙың эскизы буйынса ла бешерәм, – ти Юлизә.
Торттарҙың хаҡтары ла бик үтемле. Тәмлекәстең ауырлығына, рецептына ҡарап, үҙеңдең теләгең һәм кеҫәңдең ҡалынлығы буйынса һайлап алырға була.
Шулай уҡ уңған хужабикә ҡул эштәренә лә бик оҫта. Ул заказға төрлө кейемдәр тегә, шапкалар, ойоҡбаштар һәм башҡа күҙҙең яуын алырлыҡ әйберҙәр бәйләй.
Теләгән йүнен таба, тиҙәр. Тәжрибә тупларға ынтылған, ваҡытын әрәм-шәрәм итмәй, файҙалы эш менән булған, оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ күп ул беҙҙә.