Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Биҙәүестәрҙә халҡыбыҙ тарихы сағыла
Биҙәүестәрҙә халҡыбыҙ тарихы сағыла Быуаттар төпкөлөндә яралып, беҙҙең көндәргәсә тарихи осорҙарҙың һыҙаттарын һаҡлап килгән йолаларҙы тергеҙеп дауам итеүсе кешеләр бар. Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылынан Светлана Ибраһимованы үҙ ҡулдары менән боронғо башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемдәрен, биҙәүестәрен халҡыбыҙға кире ҡайтарыусы, тип әйтһәк һис яңылышмабыҙ.

– Эштән ҡайтып, буш ваҡытым ҡалһа, тәңкәләр теҙергә тотонам. Әсәйем үҙенә милли башҡорт кейеме тегеп кейергә хыяллана ине, әсәйемә тип кенә эшләй башлағай­ным, оҡшап ҡалды. Башта башҡорт милли кейемдәренең тарихын ентекләп өйрәндем, ҡайһы элемент нимәне аңлатыуын төшөнгәс кенә башлап ебәрҙем. Сәсәниәбеҙ Әсмә Усманованың “Башҡортостан ҡыҙы” журналында сыҡҡан мәҡәләләрен табып уҡыным, китапханаларҙа эҙләнеп ултырырға тура килде. Тарихын белмәйенсә тороп, деталдә­рен, семәрҙәрен эшләп булмай. Һаҡал, ҡашмау, алҡалар, сәс үр­гестәр яһайым. Ҡулдан килгәс, был шөғөлөмдө туҡтатманым. Заказдар ҙа булып ҡына тора. Көнө-төнө үҙеңде ошо эшкә генә бағышлаһаң, бер ҡашмауҙы ай ярым ваҡыт эсендә тамамларға була. Күбеһенсә Өфө, Ҡазан ҡалаларынан, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренән айырым кешеләр заказ бирә. Башҡа яҡтарҙан да алалар, – ти Светлана.
Биҙәүестәрҙә халҡыбыҙ тарихы сағылаБиҙәүестәргә тәңкәләрҙе интернеттан яҙҙырып ала, ә таштарға килгәндә, нефрит, малахит, мәрйен һәм башҡа төрлө затлы таштар файҙалана. Һаҡал менән ҡашмау эшләгәндә сәйләнде лә ҡуллана. Өфөлә үткән Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы күргәҙмәләрендә ҡатна­шып, призлы урындар яулаған ул.
Светлананың эштәренә бер күҙ һал: уларҙа боронғо башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының оҫталығы, эшсәнлеге, бар булмышы сағыла. Күҙ нурҙарын түгеп, зауыҡ менән биҙәлгән ҡул эштәре күҙҙе иркәләй.


Автор: Гөлфиә ИГЕБАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә