Быуаттар төпкөлөндә яралып, беҙҙең көндәргәсә тарихи осорҙарҙың һыҙаттарын һаҡлап килгән йолаларҙы тергеҙеп дауам итеүсе кешеләр бар. Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылынан Светлана Ибраһимованы үҙ ҡулдары менән боронғо башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемдәрен, биҙәүестәрен халҡыбыҙға кире ҡайтарыусы, тип әйтһәк һис яңылышмабыҙ. – Эштән ҡайтып, буш ваҡытым ҡалһа, тәңкәләр теҙергә тотонам. Әсәйем үҙенә милли башҡорт кейеме тегеп кейергә хыяллана ине, әсәйемә тип кенә эшләй башлағайным, оҡшап ҡалды. Башта башҡорт милли кейемдәренең тарихын ентекләп өйрәндем, ҡайһы элемент нимәне аңлатыуын төшөнгәс кенә башлап ебәрҙем. Сәсәниәбеҙ Әсмә Усманованың “Башҡортостан ҡыҙы” журналында сыҡҡан мәҡәләләрен табып уҡыным, китапханаларҙа эҙләнеп ултырырға тура килде. Тарихын белмәйенсә тороп, деталдәрен, семәрҙәрен эшләп булмай. Һаҡал, ҡашмау, алҡалар, сәс үргестәр яһайым. Ҡулдан килгәс, был шөғөлөмдө туҡтатманым. Заказдар ҙа булып ҡына тора. Көнө-төнө үҙеңде ошо эшкә генә бағышлаһаң, бер ҡашмауҙы ай ярым ваҡыт эсендә тамамларға була. Күбеһенсә Өфө, Ҡазан ҡалаларынан, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренән айырым кешеләр заказ бирә. Башҡа яҡтарҙан да алалар, – ти Светлана.
Биҙәүестәргә тәңкәләрҙе интернеттан яҙҙырып ала, ә таштарға килгәндә, нефрит, малахит, мәрйен һәм башҡа төрлө затлы таштар файҙалана. Һаҡал менән ҡашмау эшләгәндә сәйләнде лә ҡуллана. Өфөлә үткән Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы күргәҙмәләрендә ҡатнашып, призлы урындар яулаған ул.
Светлананың эштәренә бер күҙ һал: уларҙа боронғо башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының оҫталығы, эшсәнлеге, бар булмышы сағыла. Күҙ нурҙарын түгеп, зауыҡ менән биҙәлгән ҡул эштәре күҙҙе иркәләй.