Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тарих яҙыр инем ташына...
Тарих яҙыр инем ташына... 2016 йылдың 17 майында илебеҙ Президенты В.В. Путин Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын байрам итеү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Был башҡорт халҡының тарихында ысын мәғәнәһендә мөһим ваҡиға.

Башҡортостан автономияһы сығанаҡтары бик борондан килә. Башҡорттар монголдарға ҡаршы аяуһыҙ көрәштә үҙ этно-мәҙәни территорияһын һаҡлап алып ҡала. Алтын Урҙа составында улар билдәле бер үҙаллылыҡҡа эйә булыуға өлгәшә, үҙ аҫаба ерҙәренә хужа була.
Рус дәүләте составына баш­ҡорттар 30 миллион дисәти­нәнән ашыу майҙанды биләгән ер менән инә. Рус хакимлығы башҡорттарҙың аҫаба ерҙәренә хоҡуҡтарын тартып алмай, хөкүмәт уларҙың эске идаралығына ҡыҫылмаҫҡа, мосолман динен ҡыҫмаҫҡа вәғәҙә итә.
XVII — XVIII быуаттар – баш­ҡорт халҡы тарихында ҡаһармандарса көрәш осоро, улар үҙ хоҡуҡтарын һәм азат­лыҡтарын яҡлап ҡалырға тырышып, бер-бер артлы ихтилалға күтәрелә.
ХХ быуат башында, айырыу­са 1905-1907 йылғы Рәсәй революцияһы осоронда, милли интеллигенция автономия тураһында мәсьәлә күтәрә. Был турала Ә.-З. Вәлиди үҙ иҫтәлектәрендә телгә ала. “Мәрхүм Ғәлиәскәр (Ғәлиәскәр Сыртланов – Н.Ҡ.) менән Сәлимгәрәй Йәнтүрин 1905-1907 йылғы революция ваҡы­тында көнсығыш төрки халыҡ­тарҙың “территориаль автономияға” хоҡуғын яҡлап сығыш яһаны.
Уларҙың ярҙамы менән Ғәбдрәшит ҡазый Ибраһимов “Автономия” тип исемләнгән брошюра баҫтырып сығарҙы. Мин ундағы идеялар менән тулыһынса килешә инем”.
Башҡортостан делегацияһы тарафынан автономия тура­һында мәсьәлә 1917 йылдың майында Мәскәүҙә I Бөтә Рәсәй мосолмандар съезында күтә­релә. Һуңынан ул июнь аҙағын­да Ырымбурҙа саҡырылған кәңәшмәлә ҡарала, ә инде 1917 йылдың июлендә Ырымбурҙа һәм авгусында Өфөлә үткә­релгән I һәм II башҡорттар ҡоролтайҙарында тағы ла ентекләберәк тикшерелә. I Бөтә башҡорттар өлкә съезы тарафынан ҡабул ителгән декларацияла “Рәсәй составындағы азат республика” тураһында телгә алына, уға ярашлы баш­ҡорттар “башҡа төрки халыҡтар автономияһы менән бер үк ваҡытта милли автономия” алырға тейеш була.
Башҡортостан өлкә советы II съездан һуң автономия иғлан итеүгә әҙерлек буйынса әүҙем эш йәйелдерә. Съезд ҡарарҙа­ры башҡорт халҡында киң яҡлау таба.
Власҡа килеүсе большевиктар милләттең үҙбилдәләнешкә хоҡуғын иғлан итә, был Рәсәй халыҡтары хоҡуҡтары декла­рацияһында сағылыш таба.
1917 йылдың 15 ноябрендә Башҡорт үҙәк шураһының 2-се фарманы иғлан ителгән, ул Ырымбур, Пермь, Өфө һәм Һамар губерналары сиктәрендә Башҡорт­остандың территориаль автономияһын билдәләй. Иғлан ителгән үҙаллылыҡ һәм азатлыҡ идеяһы башҡорттарҙа рух күтәренкелеге уята. Башҡортостандан һуң Ҡырым һәм Төркөстан, бер аҙҙан Азербайжан үҙҙәрен үҙаллы республикалар тип иғлан итә.
Өсөнсө Бөтә баш­ҡорт­тар съезы 1917 йылдың 8 де­кабрендә Ырымбурҙа Кар­уанһарай бинаһын­да асыла. Ҡоролтай Үҙәк шураның Башҡортостанды автономиялы тип иғлан итеү тураһындағы 2-се фарманын раҫлай, был форумда шулай уҡ хөкүмәт тә төҙөлә. Ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында Башҡортостан хөкүмәте граждандар һуғышы башланғанда нейтралитет һаҡлай алмай. Ул саҡта чехтар һәм аҡ гвардеецтар ҡулында булған Силәбе­лә урынлашып, хөкүмәт баш­ҡорт милли армияһына мобилизация иғлан итә һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ете меңлек баш­ҡорт корпусын ойоштороуға өлгәшә. Был корпус ярты йыл буйына Ҡыҙыл армияға ҡаршы уңышлы көрәшә. Үҙҙәренең ҡораллы ғәскәре булыуы Башҡорт хөкүмәтенең граждандар һуғышында аҡтар һәм ҡыҙылдарҙың лагерҙары менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙә һәм үҙ автономиялы республикаһын төҙөүҙә көслө өҫтөнлөгө була.
1917 йылдың 15 декабрендә башҡорт хөкүмәте совет власы органдары менән бәйләнеш урынлаштырыу өсөн үҙенең ике вәкилен Өфөгә ебәрә, улар большевиктар менән автономия тураһында һөйләшеүҙәр башларға тейеш була. Вәкил­дәрҙең береһе – Мул­лайән Дәүләтша улы Халиҡов. Оҫта дипломат М. Ха­лиҡов һуңыраҡ башҡорт ғәскәрҙәренең һәм хөкүмәтенең совет власы яғына кү­сеүендә һәм республика төҙөү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыуҙа баһалап бөткөһөҙ роль уйнай.
1919 йылдың ғинуар аҙа­ғында ике яҡлы рәсми про­токолға ҡул ҡуйыла. Өфөләге һөйләшеүҙәр тураһында Мәс­кәүгә хәбәр ителә. 1919 йылдың ғинуар аҙағында В.И. Ленин менән милләттәр эштәре буйынса нарком И.В. Сталин, Колчакка ҡаршы башҡорт полк­тары менән берҙәм фронт төҙөү шартын ҡуйып, Хали­ҡовты ситкә типмәҫкә, совет власына ҡаршы һуғышҡан башҡорттарҙы амнистиялауға риза булырға тәҡдим итеп, Өфө губревкомына телеграмма ебәрәләр. “Совет власы яғынан башҡорттарҙың милли азат­лығы тулыһынса гарантиялана”, — тиелә телеграммала.
Симбирскиҙа Башҡорт хөкү­мәте менән Көнсығыш фронты Реввоенсоветы ағзалары араһында һөйләшеүҙәр дауам итә һәм алдан килешеүгә ҡул ҡуйыла. Ул алты пункттан тора. Беренсеһендә: “Башҡорт Совет Республикаһында власть 1918 йылдың 10 ию­лендә үткәрелгән V Бөтә Рәсәй Советтар съезы тарафынан раҫланған Совет Конститу­цияһы нигеҙендә ойошторолған шартта ғына башҡорт халҡына автономия гарантиялана”, — тиелә. Проекттың алтынсы пунктында: “Һуңғы килешеү Мәскәүҙә төҙөлөргә тейеш, унда Башҡортостан хөкүмәте үҙенең тулы хоҡуҡлы вәкилдә­рен ебәрә”, — тиелгән.
Ә.-З. Вәлиди һөйләшеүҙәр барышын үҙ контроленә ала. Мәҫәлән, 1919 йылдың 6 мартында Башҡорт ревкомының алдан килешеүҙе ҡарауға арналған ашығыс ултырышы үткәрелә.
Һуңғы килешеүгә ҡул ҡуйыу өсөн М.Халиҡов, М. Ҡулаев һәм А. Бикбауов составында башҡорт делегацияһы 1919 йылдың 7 мартында Мәскәүгә килә. 9 мартта алдан килешеү әҙерләнә. Әйтергә кәрәк, башҡорт делегацияһы автономия төҙөүҙә ыңғай һөҙөмтә­ләргә өлгәшеү өсөн ныҡыш­малылыҡ күрһәтә.
17 мартта РСФСР Наркоматында ике яҡ вәкилдәре килешеүҙең һуңғы тексына ҡул ҡуя. 1919 йылдың 20 мартында документты халыҡ комис­сарҙары Советы ла, Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты ла раҫлай. Килешеү тексына Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты рәйесе М. Владимирский, Халыҡ комиссарҙары Советы рәйесе В. Ульянов (Ленин), секретарь А. Енукидзе һәм Башҡортостан деле­гацияһы ағзалары: Башҡорт хөкүмәте рәйесе М. Ҡулаев, Башҡортостан өлкә Советы ағзаһы М. Халиҡов, башҡорт ғәскәрҙәре командующийы адъютанты А.Бикбауов ҡул ҡуя.
“Үҙәк совет власының Башҡорт хөкү­мәте менән Совет Автономиялы Башҡорт­останы тураһында килешеүе” тексы 1919 йылдың 23 мартында “Известия” гәзитендә баҫылып сыға. Был көн Башҡортостан Автономиялы Совет Социалистик Респуб­ликаһының тыуған көнө тип иҫәпләнә.
Килешеүҙең беренсе пунктында: “Автономиялы Баш­ҡортостан Республикаһы Бәләкәй Башҡортостан сиктәрендә төҙөлә һәм Рәсәй Социалистик Федератив Совет Республикаһы составына ингән федератив өлөштө тәшкил итә”, — тиелә. Унан һуңғы өс пункт өйәҙҙәрҙе һәм волостарҙы һанап китеп, Башҡорт автономияһы территория­һын билдәләй. Республика территорияһы 13 кантонға бүленә , ә кантондар, үҙ сиратында, улустарға бүленә.
Әйтергә кәрәк, Зәки Вәлидов һәм уның көрәштәштәре автономияны киң мәғәнәлә ҡабул итә. Килешеү буйынса айырым башҡорт армияһын һаҡлау ҡарала. Ул документтың IX һәм X пункттарында телгә алынған.
Килешеүҙә махсус пункт теркәлә, уға ярашлы, Башҡорт хөкүмәте, шураһы, йәмәғәт ойошмалары ағзалары элекке эшмәкәрлектәре өсөн репрессияға дусар ителмәй, тип ҡарала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, совет власы йыш ҡына үҙе төҙөгән килешеүҙәрҙе үҙе үк боҙа. Был һәм шулай уҡ башҡа ҡайһы бер пункттарҙы большевиктар үтәмәй. Милли хәрәкәттә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла тиерлек һуңынан репрессияға дусар ителә.
Килешеү республиканың беренсе конституцияһы булараҡ әһәмиәткә эйә, ул, автономиялы Башҡорт Совет респуб­ликаһы РСФСР составына ингән федератив өлөш, тип билдәләй. Автономия ике яҡлы һөйләшеүҙәрҙән һуң иғлан ителә, шуға күрә лә, һис шикһеҙ, килешеү характерына эйә. Дөйөм алғанда, БАССР-ҙың барлыҡҡа килеүе милли мәсьәләне ғәҙел хәл итеү, күп милләтле илдә феде­рализмдың формалашыуы өлгөһө була.
Башҡортостан Республика­һының 100 йыллыҡ юбилейын билдәләп, башҡорт халҡының дәүләтселеген ойоштороуға килтергән милли хәрәкәттә әүҙем ҡатна­шыу­сыларға ихтирам билдәһе күрһәтергә кәрәк. Мстислав Ҡулаевтың тыуған яғы – Ырымбур өлкәһе Ейән­сура ауылында, Аллабирҙе Йәғәфәровтың – Ырымбур өлкәһенең Беләү ауылында, Сәғит Мерә­ҫовтың – Ырымбур өлкәһе Мерәҫ ауылында, ғөмүмән, Рәсәй составында беренсе автономиялы республика ойоштороу өсөн янып, әүҙем эшләгән эшмәкәрҙәрҙең тыуған төйәктәрендә иҫтәлекле таҡта­таш­тар урынлаштырырға кәрәк. Бындай шә­хестәр Силәбе, Һамар, Пермь өлкәләрендә һәм Татарстан Республикаһында ла бар. Беҙ уларҙың бөтәһен дә билдәләп, тейешле баһа бирергә бурыслы. Ҡалалар һәм ауылдар урамдарына уларҙың исемдәрен бирергә, бюстар, һәйкәлдәр ҡуйҙырырға кәрәк.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 23

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 19

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 20

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 21

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 22

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 28

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 26

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 25

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 24

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 37

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 22