2016 йылдың 17 майында илебеҙ Президенты В.В. Путин Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын байрам итеү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Был башҡорт халҡының тарихында ысын мәғәнәһендә мөһим ваҡиға.Башҡортостан автономияһы сығанаҡтары бик борондан килә. Башҡорттар монголдарға ҡаршы аяуһыҙ көрәштә үҙ этно-мәҙәни территорияһын һаҡлап алып ҡала. Алтын Урҙа составында улар билдәле бер үҙаллылыҡҡа эйә булыуға өлгәшә, үҙ аҫаба ерҙәренә хужа була.
Рус дәүләте составына башҡорттар 30 миллион дисәтинәнән ашыу майҙанды биләгән ер менән инә. Рус хакимлығы башҡорттарҙың аҫаба ерҙәренә хоҡуҡтарын тартып алмай, хөкүмәт уларҙың эске идаралығына ҡыҫылмаҫҡа, мосолман динен ҡыҫмаҫҡа вәғәҙә итә.
XVII — XVIII быуаттар – башҡорт халҡы тарихында ҡаһармандарса көрәш осоро, улар үҙ хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын яҡлап ҡалырға тырышып, бер-бер артлы ихтилалға күтәрелә.
ХХ быуат башында, айырыуса 1905-1907 йылғы Рәсәй революцияһы осоронда, милли интеллигенция автономия тураһында мәсьәлә күтәрә. Был турала Ә.-З. Вәлиди үҙ иҫтәлектәрендә телгә ала. “Мәрхүм Ғәлиәскәр (Ғәлиәскәр Сыртланов – Н.Ҡ.) менән Сәлимгәрәй Йәнтүрин 1905-1907 йылғы революция ваҡытында көнсығыш төрки халыҡтарҙың “территориаль автономияға” хоҡуғын яҡлап сығыш яһаны.
Уларҙың ярҙамы менән Ғәбдрәшит ҡазый Ибраһимов “Автономия” тип исемләнгән брошюра баҫтырып сығарҙы. Мин ундағы идеялар менән тулыһынса килешә инем”.
Башҡортостан делегацияһы тарафынан автономия тураһында мәсьәлә 1917 йылдың майында Мәскәүҙә I Бөтә Рәсәй мосолмандар съезында күтәрелә. Һуңынан ул июнь аҙағында Ырымбурҙа саҡырылған кәңәшмәлә ҡарала, ә инде 1917 йылдың июлендә Ырымбурҙа һәм авгусында Өфөлә үткәрелгән I һәм II башҡорттар ҡоролтайҙарында тағы ла ентекләберәк тикшерелә. I Бөтә башҡорттар өлкә съезы тарафынан ҡабул ителгән декларацияла “Рәсәй составындағы азат республика” тураһында телгә алына, уға ярашлы башҡорттар “башҡа төрки халыҡтар автономияһы менән бер үк ваҡытта милли автономия” алырға тейеш була.
Башҡортостан өлкә советы II съездан һуң автономия иғлан итеүгә әҙерлек буйынса әүҙем эш йәйелдерә. Съезд ҡарарҙары башҡорт халҡында киң яҡлау таба.
Власҡа килеүсе большевиктар милләттең үҙбилдәләнешкә хоҡуғын иғлан итә, был Рәсәй халыҡтары хоҡуҡтары декларацияһында сағылыш таба.
1917 йылдың 15 ноябрендә Башҡорт үҙәк шураһының 2-се фарманы иғлан ителгән, ул Ырымбур, Пермь, Өфө һәм Һамар губерналары сиктәрендә Башҡортостандың территориаль автономияһын билдәләй. Иғлан ителгән үҙаллылыҡ һәм азатлыҡ идеяһы башҡорттарҙа рух күтәренкелеге уята. Башҡортостандан һуң Ҡырым һәм Төркөстан, бер аҙҙан Азербайжан үҙҙәрен үҙаллы республикалар тип иғлан итә.
Өсөнсө Бөтә башҡорттар съезы 1917 йылдың 8 декабрендә Ырымбурҙа Каруанһарай бинаһында асыла. Ҡоролтай Үҙәк шураның Башҡортостанды автономиялы тип иғлан итеү тураһындағы 2-се фарманын раҫлай, был форумда шулай уҡ хөкүмәт тә төҙөлә. Ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында Башҡортостан хөкүмәте граждандар һуғышы башланғанда нейтралитет һаҡлай алмай. Ул саҡта чехтар һәм аҡ гвардеецтар ҡулында булған Силәбелә урынлашып, хөкүмәт башҡорт милли армияһына мобилизация иғлан итә һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ете меңлек башҡорт корпусын ойоштороуға өлгәшә. Был корпус ярты йыл буйына Ҡыҙыл армияға ҡаршы уңышлы көрәшә. Үҙҙәренең ҡораллы ғәскәре булыуы Башҡорт хөкүмәтенең граждандар һуғышында аҡтар һәм ҡыҙылдарҙың лагерҙары менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙә һәм үҙ автономиялы республикаһын төҙөүҙә көслө өҫтөнлөгө була.
1917 йылдың 15 декабрендә башҡорт хөкүмәте совет власы органдары менән бәйләнеш урынлаштырыу өсөн үҙенең ике вәкилен Өфөгә ебәрә, улар большевиктар менән автономия тураһында һөйләшеүҙәр башларға тейеш була. Вәкилдәрҙең береһе – Муллайән Дәүләтша улы Халиҡов. Оҫта дипломат М. Халиҡов һуңыраҡ башҡорт ғәскәрҙәренең һәм хөкүмәтенең совет власы яғына күсеүендә һәм республика төҙөү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыуҙа баһалап бөткөһөҙ роль уйнай.
1919 йылдың ғинуар аҙағында ике яҡлы рәсми протоколға ҡул ҡуйыла. Өфөләге һөйләшеүҙәр тураһында Мәскәүгә хәбәр ителә. 1919 йылдың ғинуар аҙағында В.И. Ленин менән милләттәр эштәре буйынса нарком И.В. Сталин, Колчакка ҡаршы башҡорт полктары менән берҙәм фронт төҙөү шартын ҡуйып, Халиҡовты ситкә типмәҫкә, совет власына ҡаршы һуғышҡан башҡорттарҙы амнистиялауға риза булырға тәҡдим итеп, Өфө губревкомына телеграмма ебәрәләр. “Совет власы яғынан башҡорттарҙың милли азатлығы тулыһынса гарантиялана”, — тиелә телеграммала.
Симбирскиҙа Башҡорт хөкүмәте менән Көнсығыш фронты Реввоенсоветы ағзалары араһында һөйләшеүҙәр дауам итә һәм алдан килешеүгә ҡул ҡуйыла. Ул алты пункттан тора. Беренсеһендә: “Башҡорт Совет Республикаһында власть 1918 йылдың 10 июлендә үткәрелгән V Бөтә Рәсәй Советтар съезы тарафынан раҫланған Совет Конституцияһы нигеҙендә ойошторолған шартта ғына башҡорт халҡына автономия гарантиялана”, — тиелә. Проекттың алтынсы пунктында: “Һуңғы килешеү Мәскәүҙә төҙөлөргә тейеш, унда Башҡортостан хөкүмәте үҙенең тулы хоҡуҡлы вәкилдәрен ебәрә”, — тиелгән.
Ә.-З. Вәлиди һөйләшеүҙәр барышын үҙ контроленә ала. Мәҫәлән, 1919 йылдың 6 мартында Башҡорт ревкомының алдан килешеүҙе ҡарауға арналған ашығыс ултырышы үткәрелә.
Һуңғы килешеүгә ҡул ҡуйыу өсөн М.Халиҡов, М. Ҡулаев һәм А. Бикбауов составында башҡорт делегацияһы 1919 йылдың 7 мартында Мәскәүгә килә. 9 мартта алдан килешеү әҙерләнә. Әйтергә кәрәк, башҡорт делегацияһы автономия төҙөүҙә ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн ныҡышмалылыҡ күрһәтә.
17 мартта РСФСР Наркоматында ике яҡ вәкилдәре килешеүҙең һуңғы тексына ҡул ҡуя. 1919 йылдың 20 мартында документты халыҡ комиссарҙары Советы ла, Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты ла раҫлай. Килешеү тексына Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты рәйесе М. Владимирский, Халыҡ комиссарҙары Советы рәйесе В. Ульянов (Ленин), секретарь А. Енукидзе һәм Башҡортостан делегацияһы ағзалары: Башҡорт хөкүмәте рәйесе М. Ҡулаев, Башҡортостан өлкә Советы ағзаһы М. Халиҡов, башҡорт ғәскәрҙәре командующийы адъютанты А.Бикбауов ҡул ҡуя.
“Үҙәк совет власының Башҡорт хөкүмәте менән Совет Автономиялы Башҡортостаны тураһында килешеүе” тексы 1919 йылдың 23 мартында “Известия” гәзитендә баҫылып сыға. Был көн Башҡортостан Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының тыуған көнө тип иҫәпләнә.
Килешеүҙең беренсе пунктында: “Автономиялы Башҡортостан Республикаһы Бәләкәй Башҡортостан сиктәрендә төҙөлә һәм Рәсәй Социалистик Федератив Совет Республикаһы составына ингән федератив өлөштө тәшкил итә”, — тиелә. Унан һуңғы өс пункт өйәҙҙәрҙе һәм волостарҙы һанап китеп, Башҡорт автономияһы территорияһын билдәләй. Республика территорияһы 13 кантонға бүленә , ә кантондар, үҙ сиратында, улустарға бүленә.
Әйтергә кәрәк, Зәки Вәлидов һәм уның көрәштәштәре автономияны киң мәғәнәлә ҡабул итә. Килешеү буйынса айырым башҡорт армияһын һаҡлау ҡарала. Ул документтың IX һәм X пункттарында телгә алынған.
Килешеүҙә махсус пункт теркәлә, уға ярашлы, Башҡорт хөкүмәте, шураһы, йәмәғәт ойошмалары ағзалары элекке эшмәкәрлектәре өсөн репрессияға дусар ителмәй, тип ҡарала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, совет власы йыш ҡына үҙе төҙөгән килешеүҙәрҙе үҙе үк боҙа. Был һәм шулай уҡ башҡа ҡайһы бер пункттарҙы большевиктар үтәмәй. Милли хәрәкәттә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла тиерлек һуңынан репрессияға дусар ителә.
Килешеү республиканың беренсе конституцияһы булараҡ әһәмиәткә эйә, ул, автономиялы Башҡорт Совет республикаһы РСФСР составына ингән федератив өлөш, тип билдәләй. Автономия ике яҡлы һөйләшеүҙәрҙән һуң иғлан ителә, шуға күрә лә, һис шикһеҙ, килешеү характерына эйә. Дөйөм алғанда, БАССР-ҙың барлыҡҡа килеүе милли мәсьәләне ғәҙел хәл итеү, күп милләтле илдә федерализмдың формалашыуы өлгөһө була.
Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейын билдәләп, башҡорт халҡының дәүләтселеген ойоштороуға килтергән милли хәрәкәттә әүҙем ҡатнашыусыларға ихтирам билдәһе күрһәтергә кәрәк. Мстислав Ҡулаевтың тыуған яғы – Ырымбур өлкәһе Ейәнсура ауылында, Аллабирҙе Йәғәфәровтың – Ырымбур өлкәһенең Беләү ауылында, Сәғит Мерәҫовтың – Ырымбур өлкәһе Мерәҫ ауылында, ғөмүмән, Рәсәй составында беренсе автономиялы республика ойоштороу өсөн янып, әүҙем эшләгән эшмәкәрҙәрҙең тыуған төйәктәрендә иҫтәлекле таҡтаташтар урынлаштырырға кәрәк. Бындай шәхестәр Силәбе, Һамар, Пермь өлкәләрендә һәм Татарстан Республикаһында ла бар. Беҙ уларҙың бөтәһен дә билдәләп, тейешле баһа бирергә бурыслы. Ҡалалар һәм ауылдар урамдарына уларҙың исемдәрен бирергә, бюстар, һәйкәлдәр ҡуйҙырырға кәрәк.