Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Яңы уҡыу йылына – яңы министр менән
Ил етәксеһе Владимир Путин Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры вазифаһына ошоғаса Президент Хакимиәтенең Ижтимағи проекттар буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары булып эшләгән Ольга Васильеваны тәғәйенләне. Белгестәр яңы кешенең тармаҡтағы эште һөҙөмтәлерәк итә аласағына етди ышаныс бағлай.

Алдан уҡ шуныһын да билдәләп үтәйек: элекке министр Дмитрий Ливановҡа килгәндә, ул бынан ары дәүләт башлығының Украина менән сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек буйынса махсус вәкиле бурыстарын үтәйәсәк. Сәйәси күҙәтеүселәр әйтеүенсә, мәғариф һәм фән өлкәһендә һуңғы йылдарҙа байтаҡ ҡына ыңғай эштәр башҡарылды, әммә бөгөн ведомство башында белем биреүгә, ғилми эшмәкәрлеккә икенсе төрлө ҡараш булдырырлыҡ кеше тороуы мөһим.
Ольга Васильеваның биогра­фия­һына күҙ һалһаң, ил етәкселеге уға юҡҡа ғына ышаныс белдермәгәндер, тип ҡуяһың. Мәғариф өлкәһендәге хеҙмәт юлын педагог булып баш­лаған, Мәскәү педагогия институ­тының тарих факультетында һәм Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы ҡарамағындағы Дипломатик академияла уҡып сыҡҡан, тарих фәндәре докторы дәрәжәһенә эйә ханым бығаса ниңә “аҙашып” йөрөнө икән, тигән һорау ҙа тыуа. Төрлө йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһының Дин һәм сиркәү тарихы үҙәгендә етәксе, Рәсәй Халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһындағы дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре кафедра­һында мөдир, ил Хөкүмәтенең Мәҙәниәт департаментында директор урынбаҫары булған. Тимәк, мәғариф һәм фән тармағында рухиәт, дин, әхлаҡ мәсьәләләренә иғтибарҙың артыуын көтөргә мөмкин.
Күҙәтеүселәр социаль тармаҡтар­ҙағы, шул иҫәптән белем биреү өлкәһендәге етәкселәргә халыҡ менән асыҡ диалог алып барыу, кеше һүҙен ишетеү һәләттәре, үҙ-ара бәйләнеште яйға һалыуға ынтылыш хас булырға тейешлеген билдәләй, Васильеваның кандидатураһында туҡталыуҙарын һис осраҡлы түгел тип һанай. Элекке уҡытыусы булараҡ, яңы министр ябай педагогтарҙың хәлен яҡшыраҡ аңлар, мәғарифҡа йоғонған, эштәрен нигеҙ­һеҙ тәнҡитләгән теләһә ниндәй демагогтың ауыҙын яптыра алыр, тип тә фаразлайҙар.
Нисек кенә булмаһын, ғәм алдында алдын-артын уйламай әйтеп ысҡындырған һүҙҙәре, “ғалимдарҙы күпләп эштән ебәреү”, “юғары уҡыу йорттарында бюджет урындарын 40 процентҡа ҡыҫҡартыу” кеүек ҡарар­ҙары өсөн халыҡтың асыуын йыш ҡабартҡан, Дәүләт Думаһы депутаттары тарафынан да әрләнгән, “май указдары” менән бәйле йөкләмәләрҙе үтәмәгәнгә ил Президентының шелтәһен алған, “Берҙәм Рәсәй”ҙең Юғары советы ағзалығынан мәхрүм ителгән Ливановтың шәхси сифаттары нығыраҡ кәрәккән ерҙә йөрөүе хәйерлерәктер. Ил яңы министрҙан һүҙ көтә...

Ғәҙеллекте ҡайҙан эҙләргә?

Ил Хөкүмәте башлығы Дмитрий Медведев, мәғариф хеҙмәткәрҙәренең Мәскәүҙә үткән Бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә сығыш яһап, уҡытыусыларҙың эш хаҡы буйынса хәлде “ярайһы уҡ яҡшы” тип белдерҙе.


Премьер-министрҙың фекеренсә, педагогтар алған аҡсаның ни бары 5-10 проценты оклад булыуы, ҡалған өлөшө төрлө өҫтәмәләрҙән тороуы һис тә башҡа һыйырлыҡ түгел. Шуға ла Дмитрий Медведев был нисбәтте ҡайтанан билдәләргә тәҡдим итмәксе. Шулай ҙа ул Совет осорондағы һымаҡ эш хаҡын сикләп, бер күләмдә түләүҙе хупламай, үҙгәрештәрҙең уҡытыусыларҙың матди хәлендә фәҡәт ыңғай яҡтан сағылыш табырға тейешлеген билдәләй.
Медведевтың фекеренсә, уҡытыу­сыларҙың хеҙмәтен баһалау буйынса яңы моделдәр уйлап сығарырға мөмкин, әлеге ысулдарҙы өлөшләтә һаҡларға ла була, тик төп шарт – ғәҙеллек.
– Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең килеме тураһында аҙна һайын тиерлек отчет алып торам, уға бәйле бор­солорлоҡ сәбәп тапмайым, – тине Хөкүмәт рәйесе. – Проблеманы уртаса күрһәткестәрҙән генә түгел, эш хаҡын иҫәпләүҙән дә эҙләргә кәрәк шикелле. Бухгалтерияның аңлайыш­лы һәм асыҡ булыуы мөһим.
Премьер-министр педагогтарға Хөкүмәттән дә, яңы министрҙан да, төбәк башлыҡтарынан да ҡарар көтмәҫкә, хәлде яҡшыға үҙгәртеү юлдарын үҙ даирәһенән тәҡдим итергә кәңәш бирҙе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә