Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Заман уҡытыусыһы. Ул ниндәй булырға тейеш?
Заман уҡытыусыһы.  Ул ниндәй булырға тейеш? Был һорауға яуапты мөғәллимдәр ғүмер буйы эҙләй, сөнки заманы ла үҙгәреп тора бит, яңынан-яңы талаптар барлыҡҡа килә. Уҡытыусыларҙың йыл һайын үткәрелгән август кәңәшмәһендә республика Башлығының даими ҡатнашыуы ла педагогтар хеҙмәтенең бөгөнгө хәленә һәм уның киләсәк маҡсаттарына ҙур әһәмиәт бирелеүен раҫлай. Быйылғы кәңәшмә ошо ижтимағи йүнәлештең ниндәй уңышлы һәм проблемалы яҡтарын билдәләне?


Уҡытыусы хеҙмәте беҙҙә һәр саҡ йәмғиәттең иғтибар үҙәгендә булды. Барлыҡ һөнәр эйәләрен, хатта мөғәл­лимдәрҙең үҙҙәрен дә, тәүҙә уҡытыусы белем биреп оло тормош юлына сыға­рыуын бер ҡасан да онотмайбыҙ. Белем генә түгел, баланы илдең лайыҡлы гражданы итеп тәрбиәләүҙә лә уҡытыусы төп урынды биләй. Элегерәк ауыл уҡытыу­сыһы өлкәндәр араһында ла тәрбиәсе ролен үтәй ине. Виктор Астафьевтың “Мин төшмәгән фотоһүрәт” тигән повесында эскесе Левонтий уҡытыусы тураһында былай ти: “Ул миңә “Һеҙ” тип өндәште, берәү ҙә мине улай хөрмәт иткәне юҡ ине әле, ташлайым эсеүемде былай булғас, ташлайым...” Мөғәллим төп эшенән айырылмаһын, ваҡ-төйәк көнкүреш мәшәҡәттәренә ваҡытын әрәм итмәһен өсөн халыҡ, уҡытыусының үҙенә күрһәтмәй генә, уның тупһаһына берәр ҡосаҡ ҡоро утын һалып китә, һөйләшергә ингәндә ҡаймағын йә һөтөн “онотоп” ҡалдыра. Яңы урынға һәм ят мәҙәни мөхиткә күсеп килгән мөғәллимдәрҙе йәлләп тә шулай эшләгәндәрҙер инде.
Эйе, заман үҙгәрә. Бер танышымдың шулай тип һөйләгәне хәтерҙә: “Олатайым менән өләсәйем 1934 – 1975 йылдарҙа ауыл мөғәллимдәре булған. Заман үтә ауыр булһа ла, уҡытыусыға иҫ киткес ҙур хөрмәт менән ҡарауҙары, уға һәр кемдең кәңәш йәки рәсми ҡағыҙ яҙыуҙа ярҙам һорап йыш килеүе тураһында һағынып иҫкә ала торғайнылар. Ә әсәйем мәктәптә 1960 – 1995 йылдарҙа эшләне, ошо осорҙа йәмғиәттең педагог хеҙмәтенә баһаһы уның күҙ алдында кире яҡҡа үҙгәрә барҙы...”
Ҡайҙа китеп юғалды уҡытыусы һөнә­ренең абруйы?
– Белем биреүҙе камиллаштырыу мәсьәләләре бер һөнәр сиктәрендә генә ҡарала алмай, ул илдәге һәм республи­калағы дөйөм хәл, демография, иҡтисад, социаль өлкә, хеҙмәт баҙары, территорияны үҫтереү һәм башҡа күп йүнәлеш­тәргә барып тоташа, – тине әлеге август кәңәшмәһендә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов.
Беҙгә, журналистарға, уҡытыусылар менән йыш аралашырға тура килә. Милли матбуғаттың төп таянысы ла хәҙерге көндә улар бит. Мөғәллимдәребеҙ әйтеүенсә, педагогтың мәктәптәге бөгөнгө хәле күп йәһәттән уның файҙаһына түгел. Бында матди яҡтан бигерәк рухи ҡәнәғәтләнеш күҙ уңында тотола. Ул үҙ уҡыусыһына “өслө”нән дә түбәнерәк баһа ҡуя алмай. Хатта тегеһе ата ялҡау булып танылһа ла. Ни өсөн икәне аңлашыла – эш күрһәткестәрен дә түбән тип таныя­саҡтар. Дәрес алып барырға ҡамасаулаған уҡыусыны ла ул ҡыуып сығара алмай, был баланың ата-әсәһен саҡыртыуҙан да фәтүә бик аҙ. Класта “бишле”гә уҡыу­сылар ҙа, уртаса ғына уҡып йөрөүселәр ҙә, мәктәпкә йөрөргә һис теләге булмаған балалар ҙа була. Бында иң ҡыҙғанысы шул: белем алырға ынтылған уҡыусылар менән шөғөлләнәһе урынға мөғәллим ошо теләкһеҙ һәм һәләтһеҙ балаларға бер үк нәмәне йөҙ тапҡыр тылҡырға мәжбүр. Һөҙөмтәлә кластың алдынғы өлөшө лә һәлкәүләнә башлай. Балаларҙы һәләтенә ҡарап кластарға бүлеү кәрәклеге тураһында бынан ун-ун биш йылдар самаһы элек йәнле генә һөйләшеү булып алғайны Рәсәй матбуғатында, тик уны: “Ни өсөн балаларҙы аң кимәленә ҡарап сорттарға бүлергә итәһегеҙ!?” – тип туҡтаттылар. Был мәсьәләне, бәлки, ҡабат күтәрергә кәрәктер? Илдең киләсәге белемле балалар ҡулына ҡалырға тейеш түгелме ни?
“Мәғариф тураһында”ғы Федераль закон әҙерләнеүе һәм ҡабул ителеүе тураһында һуңғы йылдарҙа күп һөйләнек һәм яҙҙыҡ. “Рәсәй Федерацияһында педагогия хеҙмәткәрҙәренә йәмғиәттәге айырым статус бирелә һәм уларға үҙ профессиональ эшмәкәрлектәрен башҡарыу өсөн шарттар тыуҙырыла” тип яҙылған унда. Ләкин был “айырым статус” нимәнән ғибәрәт? Ул педагогка ниндәй өҫтөнлөктәр бирә? Конституцияла башҡа һөнәр эйәләренә лә ҡағылышлы хоҡуҡтарҙы ошо Законда йәнә һанап сығыу уҡытыусының абруйын үҫтерергә, белем биреү системаһын камиллаштырырға ярҙам итерме икән? Ай-һай...
Төрлө һөнәрҙәрҙең абруйы буйынса социологик һорау алыу күрһәтеүенсә, уҡытыусыға йәмғиәттә ышаныс ҙур. Был күрһәткес буйынса ул ғалимдарҙан ғына ҡалыша. Ләкин абруй, киләсәге өмөтлө булыу, килем буйынса күрһәткестәрҙә ул иң арттағы урындарҙы биләй. Дәүләт хеҙмәткәре, эшҡыуар, сәйәсмән абруй һәм килем буйынса иң ҙур баһа алған, әммә ышаныс үлсәме – иң артта! Тимәк, рәсәйҙәр уҡытыусыны ихтирам итә, ләкин балаларының был һөнәрҙе алыуын теләмәй... Бөтә ғиллә лә шундалыр инде – белемдең баһаһы төшә барыуҙа. Өфөлә, мәҫәлән, йыйыштырыусы, һатыусы, ҡарауылсы, һауыт-һаба йыуыусы булып эшкә урынлашыуы бер ни ҙә тормай, ә бына аҡыл хеҙмәте талап иткән вазифаларға “тығылып” ҡара... Хәйер, ашнаҡсы йәки һатыусы уҡытыусынан күберәк эш хаҡы ала. Шуғалыр ҙа инде педагог һөнәрен алып сыҡҡан йәштәрҙең күп өлөшө үҙ профессияһы буйынса эшләмәй, башҡа тармаҡтарға китә.
Ә бит йәмғиәттең белемле өлөшө тыу­ҙы­рған ҡаҙаныштарыбыҙ күп. Башҡорт­остандың быйылғы август кәңәшмәһе башланыр алдынан, мәҫәлән, Өфө дәүләт авиация техник университетында Йәштәр технопаркының эше менән таныштыр­ҙылар. Ул инженер булырға һәләтле мәктәп уҡыусыларын эҙләп табыу һәм уларға профессиональ әҙерлек буйынса тәүге күнекмәләр биреү маҡсатында булдырылған. Был технопаркты, тәбиғи, йыйыштырыусылар һәм ҡарауылсылар түгел, ә ҡатмарлы шарттарҙа ла хәҙерге белем биреү системаһы әҙерләп сығара алған һәләтле кешеләр ойошторҙо. Әммә уларҙың күбеһе юғары эш хаҡына ынтылыусы түгел, ә һөнәрендә камиллашыу теләге менән янған кешеләрҙер тигән тәьҫир ҡала. Ә ундай һәләтле шәхестәр үҫтереүҙе абруйлы системаға әйләндереү ил өсөн ниндәй ҙур алға китеш булыр ине... Әлеге август кәңәшмәһенең “Мәға­риф системаһы – шәхесте социалләш­тереү үҙәге” тип аталыуы ла юҡҡа түгел бит.
– Педагог – бик ауыр, бәлки, ерҙәге иң ҡатмарлы һөнәрҙер ҙә әле, – тине үҙенең сығышында Рөстәм Зәки улы. – Беҙҙең өсөн мәктәптә, юғары уҡыу йортонда, колледжда, лицейҙа эшләгән һәр кеше ҡәҙерле. Тиҫтәләрсә мең педагог эшләй беҙҙә. Мәктәптәге уҡытыусылар һаны ғына ла 30 меңдән ашыу. Һеҙ беҙгә кәрәк, хөрмәтле уҡытыусылар, педагогтар. Һәм беҙ хеҙмәтегеҙ заманса шарттарҙа барһын өсөн бөтәһен дә эшләргә тырышасаҡбыҙ. Шул иҫәптән – мәғлүмәти, ойоштороу һәм финанс шарттарында. Беҙ һеҙгә ярҙам итергә теләйбеҙ һәм ярҙам итәсәкбеҙ ҙә. Бөгөнгө педагогик йәмәғәтселек алдына сифат яғынан бөтөнләй яңыса булған бурыстар ҡуйыла. Күп кенә ҡатмарлы мәсьәләләрҙе уртаға һалып тикшереү, педагогтар менән ата-әсәләрҙең, дәүләт менән йәмәғәтселектең көсөн берләш­тереү зарурлығы тыуҙы. Шул маҡсатта Хөкүмәткә 2017 йылдың авгусында Башҡортостан уҡытыусыларының XI съезын үткәреүҙе ойошторорға ҡуштым.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 771

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873