Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халҡыбыҙ тормошо көҙгөһөн булдырайыҡ
Халҡыбыҙ тормошо көҙгөһөн булдырайыҡХалыҡ тарихы, уның рухи тормошо мәҙәниәттә, кейем-һалымда, йорт хужалығында, йәшәү рәүешендә, һөнәрселектә, көнкүреш кәрәк-ярағы етештереүҙә асыҡ сағыла. Йөҙҙәрсә, меңдәрсә йыл дауамында һәр милләттә мәҙәниәттең үҙенсәлекле тарихи үҫеш йылъяҙмаһын тәшкил иткән йәшәйеш алымдары барлыҡҡа килгән. Улар буйынса төрлө дәүерҙә теге йәки был халыҡтың тарихы, тормошо хаҡында фекер йөрөтөргә мөмкин. Күргәҙмәләр, музейҙар, тарих-этнография майҙансыҡтары — халыҡ ижады өлгөләрен сағылдырған үҙенсәлекле көҙгө ул.
Донъяла асыҡ һауала 4,5 меңдән ашыу этнография музейы бар, шуларҙың ни бары 30-ы ғына Рәсәйҙә урынлашҡан. Бындай хәл совет осоронда властың этнографияға әллә ни иғтибар бирмәүе менән аңлатыла. Әле асылған комплекстар төрлөсә атала: археология һәм этнография музейы, халыҡтар тарихы һәм мәҙәниәте музейы, тарих-этнография музейы, асыҡ һауалағы этнография музейы, ағас архитектураһы һәм халыҡ сәнғәте музейы, халыҡ архитектураһы һәм көнкүреше музейы, крәҫтиән хеҙмәте һәм көнкүреше музейы. Күп милләтле Рәсәйҙә этномәҙәни мираҫты һаҡлап ҡалыу мөһим әһәмиәткә эйә. Традицион структураһын, халыҡтың рухи мәҙәниәтен һаҡлап ҡалған биләмәләрҙә ойошторолған яңы этнография музей-ҡурсаулыҡтары селтәре, мәҙәни мираҫ объекттарын тарихи-мәҙәни территорияға күсереү, биләмәләрҙе башҡа ерҙән килтерелгән мәҙәни мираҫ объекттары менән тулыландырыу нигеҙендә күп милләтле мәҙәниәт һаҡлап ҡалына. Ошондай объекттар ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Алтай, Дағстан, Ингуш, Ҡабарҙа-Балҡар, Ҡалмығстан, Ҡарасәй-Черкес, Сыуашстан, Төньяҡ Осетия — Алания, Карелия, Мари Иле, Мордва, Тыва республикаларында, Алтай, Краснодар, Ставрополь, Хабаровск крайҙарында, Архангельск, Брянск, Иркутск, Киров, Кострома, Ленинград, Магадан, Мәскәү, Мурманск, Чита өлкәләрендә, Йәһүд, Агинск-Бүрәт, Коми-Пермяк, Ханты-Манси, Эвенк автономиялы округтарында барлыҡҡа килде.
Иркутск өлкәһе — ошо йүнәлештә иң алда барған төбәктәрҙең береһе. Бында ике комплекс: Иркутскиҙан алыҫ түгел “Тальцы” һәм Братскиҙа “Ангара ауылы” Халҡыбыҙ тормошо көҙгөһөн булдырайыҡтигән архитектура-этнография музейҙары бар. Сыуашстанда Чебоксар һыу һаҡлағысы эргәһендә асыҡ һауала мари ауылының этнография музейы асылған. Әле унда ике тиҫтәгә яҡын ағас ҡаралты бар. Шуларҙың иң әһәмиәтлеһе — ел тирмәне. Ағас биналарҙың эсенә инеп ундағы әйберҙәрҙе ҡарарға мөмкин. Музей коллекцияһы хужалыҡ ҡаралтылары: ел тирмәне, тимерлек, торлаҡ йорт, келәт, ҡара һәм аҡ мунсаларҙан һ.б. тора. Туристик төркөмдәрҙе ҡаршылап, халыҡтың көнкүреше тураһында тамашалар ҡуйған милли ансамбль ошо милләт халҡының тормошон тулыраҡ күҙаллау мөмкинлеген бирә. Сыуашстандағы тағы ла бер этнопарк — ул асыҡ һауалағы Ибресинск этнография музейы. Бында 4 меңдән ашыу экспонат тупланған. Музейҙың дөйөм майҙаны — 1,5 гектар. Биләмәлә сыуаштарҙың архитектура ҡоролмалары: крәҫтиән усадьбалары, ел тирмәне, ике ҡатлы келәт, ҡоҙоҡ, халыҡтың ҡулланма-биҙәү сәнғәте әйберҙәре, сыуаштарҙың милли кейеме, көнкүреш кәрәк-ярағы, хеҙмәт ҡоралдары һаҡланған этнография залы, Сыуашстан рәссамдарының 300-ҙән ашыу эше ҡуйылған картиналар галереяһы бар. Музейҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, 1940 йылдарҙа легендар летчик А.П. Маресьев уҡыған Ибресинск осоусылар мәктәбенең тарихы тураһында бай материал йыйылған. Һыу ятҡылығы, ХVIII — ХХ быуаттарҙағы солоҡсолоҡ әйберҙәре һаҡлана. Музей биләмәһендә фольклор байрамдары, тематик кисәләр, Ибресинск районының күренекле кешеләре менән осрашыуҙар үткәрелә. Байкал аръяғы халыҡтарының асыҡ һауалағы этнография музейында ламаистарҙың ҡорамы — дуган эргәһендә һөргөнгә ебәрелгән кешеләр йәшәгән келәт, революцияға тиклемге бай түрәнең йорто янында бүрәт тирмәһе урынлашҡан. Музейҙа 40-тан ашыу Халҡыбыҙ тормошо көҙгөһөн булдырайыҡуникаль архитектура һәм археологик ҡомартҡы бар. Улар Байкал аръяғы халыҡтарының көндәлек тормошон, тарихи һәм мәҙәни үҙенсәлектәрен асыҡ сағылдыра. Экспозиция Бүрәт, Эвенк, Старообряд һәм башҡа комплекстарға бүленгән. Археология комплексы экспонаттары боронғо таштарҙы, плитәле ҡәберлектәрҙе, таш бағаналарҙы үҙ эсенә алған. Уларҙың ҡайһы берҙәре бронза быуатына ҡарай.
Татарстанда асыҡ һауалағы тәүге этнография музейын 2013 йылғы Универсиада алдынан Йәшел үҙән районының Исаков ауылында асыу күҙаллана. Музей ағас архитектура әйберҙәрен, шулай уҡ төбәктә йәшәгән халыҡтың этнографик йолаларын, көнкүрешен һәм кәсептәрен сағылдырасаҡ. Әле ел тирмәне, көршәксе йорто һәм сәйхана төҙөлгән, крәҫтиән өйө, ҡоҙоҡтар, мунса, умарталыҡ, ат аҙбары, мөгәрәп һәм оҫтаханалар булдырыласаҡ. Тимерсе хеҙмәте, сабата һәм кәрзин үреү, көршәксе эше, тире эшкәртеү тергеҙеләсәк. Волга буйы халыҡтарының аш-һыуы күрһәтеләсәк. Ойоштороусыларҙың фекеренсә, асыҡ һауалағы музейҙа тарих дәрестәре, шулай уҡ тыуған яҡты өйрәнеү буйынса семинарҙар үткәрергә була. Яңы экспозициялар асыу, күргәҙмәләрҙең алмашынып тороуы, фольклор байрамдары ойоштороу — быларҙың барыһы ла төрлө йәштәге кешеләрҙе һәм социаль төркөмдәрҙе йәлеп итеү мөмкинлеген бирәсәк.
Бына ете йыл инде Чечен Республикаһының Урус-Мартан ауылында Донди-Юрт тип аталған шәхси этнография музейы эшләй. Уны Адам Сатуев үҙенең ихатаһында ойошторған. Бында чечен халҡының көнкүреш әйберҙәре генә түгел, боронғо ауылды кәүҙәләндергән биналар һәм ҡаралтылар комплексы ла бар. Музейҙа таулы Чечняның архитектура ҡомартҡыларын — урта быуаттарҙа боронғо оҫталар тарафынан уникаль технология буйынса һалынған торлаҡты һәм хәрби башняларҙың күсермәләрен күрергә мөмкин. Уларҙың эргәһендә таш кәшәнәләр урынлашҡан. Ҡунаҡ бүлмәһенә милли биҙәктәр һүрәтләнгән кейеҙ балаҫ түшәлгән, һауыт-һаба, чечен ҡатын-ҡыҙы һыуға йөрөгән көршәктәр ҡуйылған. Тауҙан ағып төшкән шишмә, ихаталағы усаҡ — былар барыһы ла халыҡтың үткәнен сағылдыра. Чечен Республикаһы һәм Урус-Мартан районы хакимиәте етәкселеге дөйөм тырышлыҡ менән ошо уникаль шәхси этнография комплексын һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү мөмкинлеген эҙләй. Мәҙәниәт министрлығы музейға рәсми статус бирергә кәрәк тигән фекерҙә. Мәҫәлән, коллекцияны Чечен Республикаһының Милли музейына тапшырғанда, комплекс музейҙың яңы павильонына йәки айырым штаты һәм бюджеты булған филиалына әүереләсәк. Һуңғыһы отошлораҡ, сөнки этнография комплексы ҙур биләмәне, тау ландшафтын, бик күп ҡаралтыны үҙ эсенә ала. Уларҙың барыһын да бер бөтөн итеп һаҡлап ҡалыу мөһим. Әммә ошо бурысты тормошҡа ашырыу өсөн Хөкүмәттең махсус ҡарары кәрәк. Министрлыҡ фекеренсә, әле музей хужаһы Адам Сатуевҡа түләүле экскурсиялар ойоштороу өсөн лицензия бирергә мөмкин.
Асыҡ һауалағы музей эше Украинала һәйбәт үҫешкән. “Мамаев биҫтәһе” мәҙәни-күңел асыу комплексы ХVIII быуаттағы казактар ҡасабаһын кәүҙәләндерә. 9,2 гектар майҙанда 98 объект иҫәпләнә. Бында казактар старшинаһы каменицаһы, полк ҡаҙнаһы, казактар заставаһы, тимерсе һәм көршәксе усадьбалары, казактарҙың көнкүрешен сағылдырған башҡа бик күп этнография объекттары бар. Бында халыҡ байрамдары, туйҙар, төрлө корпоратив саралар уҙғарыла. Киев биләмәһендәге Пироговка музейы 1976 йылда асыла. Был башланғысты күренекле украин ғалимы һәм йәмәғәт эшмәкәре Петр Тимофеевич Тронько күтәреп сыға. Музей майҙанында ХVI — ХХ быуаттарҙағы халыҡ хужалығының 275 архитектура экспонаты тупланған. Крәҫтиәндәрҙең һәм оҫталарҙың торлағы, ауыл хакимиәте бинаһы, ағас сиркәүҙәр украин ауылдарындағы һәм ҙур булмаған ҡалаларҙағы йәшәйеште сағылдыра. Музейҙа хәҙерге халыҡ сәнғәте оҫталарының әйберҙәрен һатып алырға мөмкин. Уның фондында 70 меңдән ашыу көнкүреш, халыҡ сәнғәте әйберҙәре, хеҙмәт ҡоралдары һаҡлана.
Биналарҙың интерьеры ҡыҙыҡлы экспонаттар менән биҙәлгән. Бында милли кейем-һалым, мебель, ағас һәм балсыҡ һауыт-һаба, музыка ҡоралдарының ғәйәт ҙур коллекцияһы йыйылған. Киевтан 40 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан “Украин ауылы” сиркәү-этнография комплексы 2008 йылда Украинаның Юғары Радаһы депутаты В.Д. Бондаренконың башланғысы буйынса ойошторола. Асыҡ һауалағы экспозицияла Украинаның торлаҡ һәм хужалыҡ ҡаралтылары урынлашҡан. Килгән халыҡты Изге Дмитрий Солунский ҡорамы ҡаршылай. Экскурсия барышында Гуцульщинанан (ХIХ быуат), Урта Наднепрянщинанан (1823 йыл) һәм Полесьенан (1880 йыл) боронғо өс йорт интерьерын, көршәк оҫтаханаһын, тимерлекте һәм араҡы ҡыуыу бинаһын ҡарарға мөмкин. Ял итеү, байрамдар һәм төрлө саралар үткәреү өсөн уңайлы урындар бар. Алдан бирелгән заявка буйынса этнотренингтар үткәрелә.
Рокка-аль-Маре (Диңгеҙ буйындағы ҡая) этнография музейы Таллинндан 10 саҡрым алыҫлыҡта. Унда төрлө дәүерҙә төҙөлгән утар ҡаралтыларын, тирмән, сиркәү, мәктәп, корчма, тимерлек һәм ауыл халҡының тормошона бәйле башҡа ҡаралтыларҙы күрергә мөмкин. Ҡарағайҙар араһында утар урынлашҡан. Унан ситтәрәк — рига, ел тирмәне, мунса, тимерлек, бәләкәй генә сиркәү. Алтаҡталарға ҡарап ҡына быларҙың музей экспонаты булыуын аңлайһың. Асыҡ һауалағы музейға республиканың төрлө райондарынан ХVIII һәм ХIХ быуаттарға ҡараған ағас ҡаралтылар килтерелгән. Биләмәлә йыш ҡына халыҡ байрамдары үткәрелә.
Ошондай уҡ тарих-этнография комплекстарын республикабыҙҙа ла ойошторорға мөмкин. Ҡасандыр билдәле тарихсы-этнограф, Башҡорт дәүләт университетының этнография музейына нигеҙ һалған профессор Рим Зәйниғәбдин улы Янғужин Өфө янында асыҡ һауала башҡорт этнокомплексын асыу хаҡында хыялланды. Уның күҙаллауынса, был комплекс башҡорттарҙың көнкүреш өлгөләре урынлашҡан ярайһы уҡ ҙур биләмәне үҙ эсенә алырға тейеш ине. Бурысты тормошҡа ашырыу өсөн республиканың власть органдарының ярҙамы кәрәк. Әлеге фекер тормошҡа ашырыуҙы көтә.
Былтыр ноябрҙә Баймаҡ районы хакимиәтендә Талҡаҫ күле эргәһендә тарих-этнография үҙәген асыу буйынса кәңәшмә үткәрелде. Ошондай тәҡдим менән, шул уҡ ваҡытта ярҙам һорап, айырым райондарҙың халҡына, республика йәмәғәтселегенә һәм етәкселегенә мөрәжәғәт итергә тигән ҡарар ҡабул ителгәйне. Үҙәк төбәк халҡының көнкүреш үҙенсәлектәрен, йорт кәрәк-ярағы, хужалыҡ ҡоралдары, кейем-һалым, биҙәнеү әйберҙәре, йорт һәм ихата ҡаралтылары өлгөләрен, кәсепселек әйберҙәрен һәм башҡаларҙы сағылдырасаҡ тип күҙаллана. Экспонаттарҙы тарихи, төбәк, милли, шулай уҡ социаль ҡатлам үҙенсәлектәре буйынса төркөмдәргә бүлергә мөмкин. Күсмә тормош алып барған атай-олатайҙарыбыҙҙың көнкүрешен сағылдырған тирмәләрҙе, көнкүреш әйберҙәрен, мал-тыуарҙы күрһәтеү ҙә ҡыҙыҡлы булыр ине.
Тарих-этнография үҙәген төрлө маҡсатта файҙаланырға мөмкин. Бында экскурсиялар, слеттар, ғилми конференцияар, фольклор һәм һөнәри-мәҙәни фестивалдәр, конкурстар, башҡа күмәк саралар ойошторорға була. Ҡыҫҡаһы, ул кешеләрҙе рухи һәм мәҙәни йәһәттән байыҡтырыу үҙәгенә әүерелергә тейеш.
Был эште тормошҡа ашырыу өсөн проект төҙөргә, аҡса табырға, тейешле объекттарҙың өлгөләрен, уларға ҡағылышлы материалдар йыйырға кәрәк. Халыҡты, республика йәмәғәтселеге вәкилдәрен йәлеп итеү зарур. Бәлки, һәр ойошма, ауыл биләмәһе, ижади берекмә үҙәктә үҙ участкаһын йәки йүнәлешен булдырырға теләр.
Үҙәктең ойоштороу-хоҡуҡи формаһын билдәләү — мөһим бурыс. Уны республика етәкселеге ҡарары буйынса һәм уның башланғысы менән ойоштороу — иң ҡулай ысул. Үҙәкте Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағына тапшырып, республиканың музей системаһына индерергә мөмкин. Айырым район хакимиәттәре лә инициатор була ала. Республиканың Архив эштәре буйынса идаралығын, Башҡортостандың Үҙәк дәүләт тарих архивын, Башҡорт дәүләт университетын, башҡа учреждениелар һәм уҡыу йорттарын хеҙмәттәшлеккә йәлеп итергә кәрәк. Хәҙер иң мөһиме — проектты тормошҡа ашырыусы энтузиастарҙы: етәкселәрҙе, проектлаусыларҙы, этнография һәм архив эше буйынса белгестәрҙе табыу. Үҙәк эшмәкәрлеген төрлө сығанаҡтарҙан финансларға мөмкин. Әммә уның экскурсиялар, асыҡ саралар үткәреүҙән, сувенирҙар менән сауҙа итеүҙән һәм башҡа сараларҙан килгән аҡса иҫәбенә йәшәүенә баҫым яһалырға тейеш. Төрлө сығанаҡтарҙан махсус фонд төҙөргә була. Йәй һәм ҡыш этноүҙәктәр эргәһендә ял итеүселәрҙе йәлеп итеү мөмкинлеген дә ҡарарға кәрәк.
Хәлил БАРЛЫБАЕВ,
иҡтисад фәндәре докторы, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы профессоры.
Мәскәү ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872