Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Шәһүрәнең халҡы өсөн янғаны
Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылында ҙур сара булды. Ошо ауылда тыуып үҫеп, белем алып, Белорет педагогия училищеһын уңышлы тамамлағандан һуң, артабанғы яҙмышын Учалы менән бәйләгән Шәһүрә Шәкир ҡыҙы Әхмәҙиеваға арналды ул.


Эшсе ғаиләһендә тыуған Шәһүрә Әхмәҙиева хеҙмәт юлын 1971 йылда Бөрйән районының Үрге Нөгөш мәктәбендә башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып башлай. Ҡатын-ҡыҙҙың яҙмышы тормош иптәшенә бәйле. Дәртләнеп эш башлаған Шәһүрәнең дә ғүмерендә үҙгәреш була.
Үҙе менән бергә Белорет педагогия училищеһында уҡыған Учалы егете Кәтип Әхмәҙиев, армия хеҙмәтен бөтөрөп, район үҙәгенән 40 саҡрымдан ашыу араны йәйәүләп үтеп, һөйгәне эргәһенә ашҡынып килеп етә. Бер-береһен һөйгән егет менән ҡыҙ өйләнешә. Шәһүрә тормош иптәшенең тыуған ауылына күсеп килә һәм Ҡәйепҡол башланғыс мәктәбендә эш башлай.
Тиҙҙән Ҡотой һигеҙ йыллыҡ мәк­тәбенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп күсерәләр. Унда эшләгән дәүерҙә БДУ-ның филология факультетын ситтән тороп тамамлай. 1981 – 1984 йылдарҙа Өргөн мәк­тәбендә уҡыта. Тормош иптәше тарихтан, физкультуранан дәрес бирә. Кәтипте Рысай мәктәбенә директор итеп тәғәйенләү сәбәпле, йәш ғаилә шул ауылға күсеп килә. Әммә күп тә үтмәй, ғаилә башлығын, йәш коммунисты, Учалы ҡала партия комитетына эшкә саҡырып алалар.
Һуңынан Әхмәҙиевтәр ғаиләһе Учалы ҡалаһына күсеп килә. Шәһүрә 10-сы урта мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып бара. Тынғыһыҙ, тырыш, өлгөр, байтаҡ эш тәжрибәһе туплаған уҡытыусыны уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары итеп үрләтәләр. Ошо осорҙа Н.А. Зайцев технологияһы буйынса “Башҡорт телендә балаларҙы тиҙ ваҡыт эсендә уҡырға һәм яҙырға өйрәтеү” ысулдарын уйлап сығара. 1992 йылда уҡытыусы-методист дәрәжәһенә лайыҡ була.
Тынғыһыҙ, һәр саҡ алға ынтылыусан уҡытыусы “Йыл уҡытыусыһы”, “Эврика” конкурстарында әүҙем ҡат­наша. 1993 йылда Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты ғалим­дары Ш. Әхмәҙиеваның “Кубиктар, таблицалар ярҙамында башҡорт телендә тиҙ ваҡыт эсендә уҡырға һәм яҙырға өйрәтеү” алымдарын хуплай. Һөҙөмтәлә 10-сы урта мәктәп база­һында уҡытыусыларға семинарҙар үткәреү өсөн Мәғариф министрлығы тарафынан лаборатория ойошторола. Ҡаланың 10-сы балалар баҡсаһында тәжрибә майҙансығы асыла һәм республика күләмендә семинар үткәрелә. Шундай уҡ семинарҙар Өфөлә, Сибайҙа, Белоретта, Бөрйәндә ойошторола.
Шәһүрә Шәкир ҡыҙының методик күрһәтмәһе (таблицалары, кубиктары) Мәғариф министрлығы тарафынан баҫтырып сығарыла һәм республика мәктәптәренә таратыла. 1996 йылда уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” исеме бире­лә. Шул уҡ осорҙан ул Учалы ҡала­һының яңы асылған 12-се башҡорт мәктәбендә директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары вазифаһын атҡара.
Марат Минһажетдинов исемендәге премия лауреаты Шәһүрә Әхмәҙиева I (1995) һәм II (2002) Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат итеп һайлана. Шәһүрә Шәкир ҡыҙы үҙенең яҡташтары кеүек һәр саҡ янып эшләй. Энә ҡайҙа, еп шунда, тигәндәй, йәмәғәте Яңы Байрамғол ауыл хакимиәте башлығы итеп һайланғас, Ҡәйепҡолға күсеп киләләр.
Бөрйән ҡыҙы Шәһүрә ғүмерен педагогикаға бәйләне һәм йәмәғәт эштәрендә һәр саҡ әүҙем ҡатнашты. Әле ул хаҡлы ялда булыуға ҡара­маҫтан, тормош иптәшенең, бала­ларының, ейән-ейәнсәрҙәренең терәге булып йәшәй. Улай ғына ла түгел, ижад итә, халҡым, ауылдаштарым, телем, милләтем тип яна.
Тормош юлдашы ҙур вазифаларҙа эшләһә лә, ябай, ярҙамсыл, кешелекле булып ҡалды. Берҙәм, етеш, алдынғы ғаилә ағай-энеһе менән Ғәлиәкбәрҙә ҡорбан салып, ауыл халҡына байрам да ойошторорға өлгөрә. Уларҙың ғаиләһендә бер ҡыҙ, ике малай (Гөлсөм, Урал һәм Ирек) тыуа. Кинйә улдары, уҡытыусылар династияһын дауам итеп, сәнғәт училищеһында егеттәрҙе ҡурайҙа уйнарға өйрәтә.






Автор: Әҡлимә САФИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә