Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Нәҫел-нәсәпте барлау – изге ғәмәл
Нәҫел-нәсәпте барлау – изге ғәмәл Тыуған төйәгемдең тарихы менән ихлас ҡыҙыҡһынғандар мөхитендә тәрбиәләндем. Яҙ етеү менән, йәш талдан ҡаҙ оялары, ситән үргән атай янына берәм-һәрәм ауыл ҡарттары гәп һатырға йыйыла торғайны. Тәбиғи, йәштәр килһә – эш, ололар килһә, һүҙ башлай. Көндәлек яңылыҡтар хаҡында тыйнаҡ ҡына әңгәмәләре ойотоп алып китһә, бер-береһен мәрәкәләп, үҙ-ара кемдең ниндәй аймаҡтан икәнлеген, шәжәрәләре, атай-олатайҙарының был тарафтарға ҡайҙан күсеп килгәндәре тураһында кемуҙарҙан иҫтәренә төшөрә башлаһалар, ҡолаҡ һалғанды һиҙмәй ҙә ҡалаһың.

Мәктәптә уҡыған йылдарҙа ла уҡытыусыбыҙ Рәхим Әнәс улы Иҫтамғолов әҙәбиәт дәрес­тәрендә тыуған яҡ тарихына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләне. Ҡулы­на алған скрипкаһын һыҙҙырып, халыҡ йырҙарын башҡара, Иҫтамғол ауылына бәйле риүә­йәттәрҙе бәйән итә ине. Йыш ҡына уҡыусыларын тәбиғәт ҡосағына ла алып сығыр булды. Ҡайтҡан ыңғайы, беҙҙе Хәҙрәт зыяратына алып кереп, ҡәбер таштарындағы боронғо яҙма­ларҙы уҡыны. Моғайын, ул шул дәүерҙә Һуйырҙар аймағының иҫке төркисә яҙылған шәжәрәһен кириллицаға күсереү өҫтөндә эшләгәндер ҙә.
Оло быуындың хәтирәләре буйынса, Иҫтамғол ауылына Һуйырҙар аймағы нигеҙ һалған. Йәнә лә был ауылда Айыуҙар, Байғолдар, Бәләбәй яғынан килгән Ғәйнә башҡорттары, Яҡшыураҙҙар, Сырымталар, Иҫтамғол Аҡтамаҡтары, Белорет районының Мәхмүт ауылынан килгән Аҡтамаҡтар, Көҙәндәр, Ҡаралар аймаҡтарының тоҡом­дары йәшәй. Боронғо барымта-ҡарымта ваҡыттарынан тороп ҡалған ҡаҙаҡ тоҡомдары ла элегерәк булған, тиҙәр.
Туғанлыҡ, ҡан-ҡәрҙәшлек ептәре менән бәйләнгән бәләкәй төркөмдәрҙең төрлөсә аталыуы улар йәшәгән бик боронғо дәүерҙең үҙенсәлегенә бәйле. Айырыуса мәжүсилек осоронда һәр ырыу үҙенсә ниндәйҙер йән эйәһен изгеләштергән. Шул нигеҙҙә берәүҙәрҙең – төрлө ҡоштарға, икенселәрҙең ниндәйҙер януарға табыныуы килеп сыҡҡан тигән фекерҙәмен. Иҫтамғолдағы Һәүренбәт тоҡомдары ла, күрәһең, борон һуйыр тигән ҡошто изгеләш­тергән, тора-бара Һуйырҙар аймағы атамаһы барлыҡҡа килгән.
Айырым аймаҡтар атамаһы­ның килеп сығышы төркөмдәрҙең күрер күҙгә бәрелеп, асыҡтан-асыҡ салынып торған тышҡы билдәләре – төҫ, буй-һын һәм башҡаһы арҡаһында тыуған. Мәҫәлән, Һарылар йәки Ҡаралар, Айыуҙар, Таҙҙар. Аллаһы Тәғәлә ҡайһы берәүҙәрҙе тыумыштан ҡот, байлыҡ, муллыҡ менән бүләкләй. Ундай төркөмгә ҡарағандарҙы Аҡтамаҡ тип атау ғәҙәткә ингән. Йә иһә етеш тормошта көн итеү өсөн үҙҙәренең хужалығында ҡол һымаҡ эшләгәндәргә ҡарата Байҡол – байғол атамаһы тағылған.
Көҙәндәр аймағына ҡарата ла төрлө фараздар йәшәй. Ил ҡарттарынан ишеткәнемдең береһе Салауат яуы менән бәйле. Оло ҡыйралыштар мәлен­дә, бөтөнләй юҡҡа сығыуҙан ҡотолоу юлын эҙләгәндәрҙең бер төркөмө Ҡара Табын ырыуына килеп һырыға. Уларҙың вәкил­дәре Рәсүл ауылынан кәләш алып, шунда төпләнеп ҡалған. Аҙаҡ Мөхәмәтрәхим вариҫтары исеме аҫтында Иҫтамғолға күсенгән.
Төрлө ырыу-ара бәрелеш­тәрҙән, мәҫәлән, башҡорттар менән ҡаҙаҡтарҙан тороп ҡалған ярсыҡтар – Ҡаҙаҡтар (икенсе атамаһы – Һарыашҡаҡтар) ҙа бар. Тора-бара, заманалар үҙгәреп, дини йәшәйеште үҙ иткәндәргә ҡарата, йәғни көн­дәлек биш намаҙын ҡалдырмай уҡып барғандарға ла халыҡ яңы атама биргән. Уның да тарихы бик ҡыҙыҡ. Билдәле булыуынса, биш намаҙҙы үҙ ваҡытында үтәү әҙәм балаһынан теүәллек, йыйнаҡлыҡ талап итә. Ә диндән йыраҡ торғандары был ай­маҡ­тың йәшәү рәүешен аңламаған. Уларҙың уйынса, дини кешеләр һис йоҡламай, ә серем (сырым) итеп кенә ала ла эш бөттө икән, имеш. Шуға күрә, ундайҙарға ят атамалар биргәндәр. Мәҫәлән, Сырымталар. Был һүҙҙең “сырым” (“серем”) тамыры икенде намаҙынан һуң бер аҙ йоҡлап алыуын хуплауҙы аңлата. Һөҙөмтәлә, өр-яңы атама тыуған.
“Кеше ғүмер иткән осорҙа уның иң яҡын дуҫтары араһында пәйғәмбәрҙәрҙән, ата-әсәһенән ҡала нәҫел-нәсәптәре лә булыр”, – тиелә изге китапта. “Ата-бабаларыбыҙҙың боронғо торған ере – Белорет районының Мәхмүт ауылы. Атайым – Шакир, уның атаһы – Ғәбделтаһир, ә уның атаһы Мөхсин исемле булған”, – тип атайыбыҙҙың ҡабат-ҡабат һөйләгәне хәтерҙә. Атайыбыҙ бигерәк тә Мөхсин олатаһы хаҡында илай-илай һөйләр, ҡайһы бер йырҙарын йырлап та күрһәтер ине. Шуныһы йәл: ҡасандыр үҙ ҡолағың менән ишеткәндәр йөрәккә ғүмерлеккә уйылған кеүек тойолһа ла, йылдар арауығында уларҙың күбеһе онотолған хәҙер. Өфө ҡалаһын­дағы Үҙәк архив документтарын өйрәнеүгә лә, беҙҙең ата-бабалар тарихында, ысынлап та, Мөх­син тигән олатай булдымы икән, тигән ҡыҙыҡһыныу килтерҙе.
Эҙләнә торғас, атай яғынан үҙебеҙҙең шәжәрәне төҙөнөм. Тора-бара аймағыбыҙҙың, һуңы­нан Иҫтамғол ауылы халҡының да нәҫел-нәсәбен барлап, яңы ҡулланма яҙырға насип булды.



Автор: Зөбәйҙә ҠӘЛӘМОВА. Район: Учалы районы, Сораман ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә