Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Баҫыуҙа бил бирмәй Әбйәлил
Баҫыуҙа бил бирмәй Әбйәлил Әбйәлилде ямғыр иркәләмәй тиһәң дөрөҫ булыр, моғайын. Ысынлап та, нисә йылдар инде төбәктә ялан-баҫыуҙар дымға интегә, йылға-күлдәрҙә һыуҙар кәмей, әммә ауыл эшсәндәре, тәбиғәттең көйһөҙләнеүенә ҡарамаҫтан, мул уңыш алыуға өлгәшә. Бөгөн райондың барлыҡ хужалыҡтарында ла ужым культуралары уңышын урыуға төшкәндәр, һәр ерҙә ураҡ осоро гөрләп тора.


Район ауыл хужалығы бүлегенең баш агрономы Вил Нәжип улы Миянов белдереүенсә, быйыл район буйынса яҡынса 86 мең тонна ашлыҡ йыйыу күҙаллана. Ураҡ менән бер рәттән төбәктә ужым культуралары сәсеү ҙә бара. Айырыуса тритикалеға баҫым яһарға уйлайҙар, сөнки ҡышҡы-яҙғы дым иҫәбенә был гибрид культура ҡоролоҡло йылда ла яҡшы уңыш бирә.
Баҫыуҙа бил бирмәй Әбйәлил– Көндәр ҡоро тороуға ҡарамаҫ­тан, шөкөр, бураҙналарға ашлыҡ ылау-ылау булып ағыла башланы, тимәк, игенселәрҙең хеҙмәте бушҡа булмаған, – ти Вил Нәжип улы. – Бөтә техника ла алтынға мансылған баҫыуҙа. Яҙғы сәсеү эштәрен дә ваҡытында һәм бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ үткәрҙек, әлбиттә, былар ҙа һөҙөмтә бирмәй ҡалмағандыр. Минераль ашламалар ҙа тейешенсә индерелде.
Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Раил Фәхрисламов етәкселегендәге “Красная Башкирия” ауыл хужалығы кооперативы районда ғына түгел, бөтә республика кимәлендә лә алдынғыларҙан һанала. Бында игенселек һәм малсылыҡ өлкәһендә йылдың-йылы юғары уңыштарға өлгәшәләр, эште һәр ваҡыт заман технологияларына таянып алып баралар. Шуға ла йыш ҡына төрлө семинар-кәңәшмәләр ойошторола, уларҙың эш тәжрибәһе күптәргә өлгө.
Бөгөн хужалыҡ эшсәндәре 130 гектар майҙанда тритикале уңышын йыйыу менән мәшғүл, гектар ҡеүәте ҡыуандырырлыҡ, һәр гектарҙан 40 центнер уңыш алалар. Ә 300 гектарҙағы арыш баҫыуынан иһә 36 центнерҙан ашыу алғандар. Иген культуралары 4700 гектарҙа сәселгән, гектар ҡеүәте 25 центнер тәшкил итә. Белгестәр билдәлә­үенсә, был – юғары күрһәткес.
Баҫыуҙа бил бирмәй ӘбйәлилХужалыҡтың баш агрономы Рим Сәфәрғәлин белдереүенсә, техника паркы йыл һайын яңыртылып тора икән, ауыл хужалығы ҡорамалдары һатып алыуға ла аҡса йәлләмәйҙәр. Бөгөн баҫыуҙарҙы сит илдә һәм үҙебеҙҙә етештерелгән комбайндар иңләй, ҡеүәтле йөк машиналары ярҙамында яңы урылған ашлыҡ йәмғиәттең ырҙын табағына оҙатыла.
Игенселәр йылы аш менән тәьмин ителә. Хеҙмәт хаҡы ваҡы­тында түләнә. Шәхси ихатаһында мал аҫраусылар ҙа иғтибарһыҙ ҡалмай, һәр береһенә бесән-һалам бүленә. Шуныһы һөйөнөслө: эшләргә йәштәр етерлек.
Етәкселек алдынғы баҫыу батырҙары Хәлит Төхвәтуллинды, Марат Яуышбаевты, Риф Тәфхут­диновты һәм Фәнил Әбүзәровты маҡтап телгә алды.
Баҫыуҙа бил бирмәй Әбйәлил“Урал аръяғы МТС-ы Агро” предприятиеһының Әбйәлил филиалы (етәксеһе – З.В. Мусин) баҫыуҙарында ла ҡыҙыу мәл. Игенселәр ужым культураларынан тыш тритикале, арпа һәм арыштан мул уңыш йыя. Бөгөн баҫыуҙарҙа 10 комбайн эшләй. Хужалыҡтың баш агрономы Азамат Бараков, ураҡ барышы менән таныштырып, көндәр матур торһа, тиҙ арала баҫыу эштәрен тамамларға иҫәп тотабыҙ, тине. Яңы ашлыҡты ҡабул итергә ырҙын табаҡтары әҙер. Яғыулыҡ-майлау материалдарына ҡытлыҡ юҡ, техника ватылып ултырмай.
Әле төбәктә ураҡтың ҡыҙған мәле. Бынан тыш ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү ҙә ойошҡан рәүештә бара.






Автор: Самат ҒӘЛИН. Район: Әбйәлил районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә