Әбйәлилде ямғыр иркәләмәй тиһәң дөрөҫ булыр, моғайын. Ысынлап та, нисә йылдар инде төбәктә ялан-баҫыуҙар дымға интегә, йылға-күлдәрҙә һыуҙар кәмей, әммә ауыл эшсәндәре, тәбиғәттең көйһөҙләнеүенә ҡарамаҫтан, мул уңыш алыуға өлгәшә. Бөгөн райондың барлыҡ хужалыҡтарында ла ужым культуралары уңышын урыуға төшкәндәр, һәр ерҙә ураҡ осоро гөрләп тора.Район ауыл хужалығы бүлегенең баш агрономы Вил Нәжип улы Миянов белдереүенсә, быйыл район буйынса яҡынса 86 мең тонна ашлыҡ йыйыу күҙаллана. Ураҡ менән бер рәттән төбәктә ужым культуралары сәсеү ҙә бара. Айырыуса тритикалеға баҫым яһарға уйлайҙар, сөнки ҡышҡы-яҙғы дым иҫәбенә был гибрид культура ҡоролоҡло йылда ла яҡшы уңыш бирә.
– Көндәр ҡоро тороуға ҡарамаҫтан, шөкөр, бураҙналарға ашлыҡ ылау-ылау булып ағыла башланы, тимәк, игенселәрҙең хеҙмәте бушҡа булмаған, – ти Вил Нәжип улы. – Бөтә техника ла алтынға мансылған баҫыуҙа. Яҙғы сәсеү эштәрен дә ваҡытында һәм бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ үткәрҙек, әлбиттә, былар ҙа һөҙөмтә бирмәй ҡалмағандыр. Минераль ашламалар ҙа тейешенсә индерелде.
Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Раил Фәхрисламов етәкселегендәге “Красная Башкирия” ауыл хужалығы кооперативы районда ғына түгел, бөтә республика кимәлендә лә алдынғыларҙан һанала. Бында игенселек һәм малсылыҡ өлкәһендә йылдың-йылы юғары уңыштарға өлгәшәләр, эште һәр ваҡыт заман технологияларына таянып алып баралар. Шуға ла йыш ҡына төрлө семинар-кәңәшмәләр ойошторола, уларҙың эш тәжрибәһе күптәргә өлгө.
Бөгөн хужалыҡ эшсәндәре 130 гектар майҙанда тритикале уңышын йыйыу менән мәшғүл, гектар ҡеүәте ҡыуандырырлыҡ, һәр гектарҙан 40 центнер уңыш алалар. Ә 300 гектарҙағы арыш баҫыуынан иһә 36 центнерҙан ашыу алғандар. Иген культуралары 4700 гектарҙа сәселгән, гектар ҡеүәте 25 центнер тәшкил итә. Белгестәр билдәләүенсә, был – юғары күрһәткес.
Хужалыҡтың баш агрономы Рим Сәфәрғәлин белдереүенсә, техника паркы йыл һайын яңыртылып тора икән, ауыл хужалығы ҡорамалдары һатып алыуға ла аҡса йәлләмәйҙәр. Бөгөн баҫыуҙарҙы сит илдә һәм үҙебеҙҙә етештерелгән комбайндар иңләй, ҡеүәтле йөк машиналары ярҙамында яңы урылған ашлыҡ йәмғиәттең ырҙын табағына оҙатыла.
Игенселәр йылы аш менән тәьмин ителә. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә. Шәхси ихатаһында мал аҫраусылар ҙа иғтибарһыҙ ҡалмай, һәр береһенә бесән-һалам бүленә. Шуныһы һөйөнөслө: эшләргә йәштәр етерлек.
Етәкселек алдынғы баҫыу батырҙары Хәлит Төхвәтуллинды, Марат Яуышбаевты, Риф Тәфхутдиновты һәм Фәнил Әбүзәровты маҡтап телгә алды.
“Урал аръяғы МТС-ы Агро” предприятиеһының Әбйәлил филиалы (етәксеһе – З.В. Мусин) баҫыуҙарында ла ҡыҙыу мәл. Игенселәр ужым культураларынан тыш тритикале, арпа һәм арыштан мул уңыш йыя. Бөгөн баҫыуҙарҙа 10 комбайн эшләй. Хужалыҡтың баш агрономы Азамат Бараков, ураҡ барышы менән таныштырып, көндәр матур торһа, тиҙ арала баҫыу эштәрен тамамларға иҫәп тотабыҙ, тине. Яңы ашлыҡты ҡабул итергә ырҙын табаҡтары әҙер. Яғыулыҡ-майлау материалдарына ҡытлыҡ юҡ, техника ватылып ултырмай.
Әле төбәктә ураҡтың ҡыҙған мәле. Бынан тыш ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү ҙә ойошҡан рәүештә бара.