Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алтынға бәрәбәр кәсепселәр
Алтынға бәрәбәр кәсепселәр Атай-олатайҙарыбыҙ, әсәй-өләсәйҙәребеҙ ултыраҡ тормошта, йәғни аҫаба башҡорт булараҡ, үҙенең йүнен үҙе хәстәрләп көн күргән. Шәйхиғәлләм олатайымдың ҡыйығы транса менән ябылған өйөндә ағасты ырып эшләгән ҡоштабағы, ағас туҫтаҡтары, килеһе, батманы, ҙур тирмәне, этмәле арбаһы, йүкә һалабашынан һәм ат ҡылынан үрелгән дилбегәһе, йүгәндәре, ә Нәзирә өләсәйемдең йәйғор төҫөнә буялған кәзә йөнөнән һуғылған аҫалы балаҫы беҙгә ҡомартҡы булып ҡалды. Бөтә өйҙәрҙең түбәһе ике яҡлап һыҙырылған транса менән ябылыр ине. Йыуан ҡарағас ағасын балдаҡтары буйлап шына ярҙамында осона тиклем яралар. Урманда яҙғыһын һут йөрөй башлағас, ҡарағас еңел һыҙырыла.


Теләш ауылы ағинәйе Әминә Йәләлова һөйләүенсә, 1959 йылда Баймаҡ районының Манһыр ауылында йәшәгән Мөжәүир хәҙрәткә Фәйзулла ауылы аша барған. Унда ла саман өйҙәрҙең ҡыйыҡтары ҡамыш менән ябылған булған.
Бала сағыбыҙҙа ағас туҫтаҡтарҙа ойотҡан туҡыша инек. Хас та урыҫ халҡының әкиәтендәге айыуҙың өйөндәге кеүек, кем минең ултырғысыма ултырған да кем ағас кәсәләремдән бутҡа ашаған?
Бутҡа ашаған тигәндән, яҙғы өҙәремдә әсәйем бойҙайҙы елгәреп, олатайым соҡоп эшләгән килелә төйөп, өйрә бешерә ине. Һуғыш осоронда ун-ун өс йәшлек үҫмерҙәр ошо ризыҡты сиратлап бешереп, баҫыуға иген утарға йөрөгән. Район үҙәге баҙарында уның класташы Бакиров бабай: “Иң тәмле өрә Мәрйәмдеке була торғайны”, – тип әсәйемә сәләм әйтер ине.
Һыйырҙың ағын күҙҙәренең ҡараһылай ҡәҙерләгән бисә-сәсә, унан әллә күпме ризыҡ әҙерләй. Мәҫәлән, хәҙер инде онотолған күбекмай. Әсәйем яңы ғына ҡайнатылған һөткә ойотҡо һалып ойота, йылымыс ҡаймаҡты батманға һалып, ниндәйҙер хәрәкәттәр яһап бешә, унан күбекмай төшә. Барыһы ла иң ҡәҙерле ҡунаҡтарҙың күҙе алдында эшләнә. Улар айранын эсеп, майын ашап, ҡунаҡ була.
Ағас һауыт-һаба һалҡын ҡышта ла, эҫе йәйҙә лә сатнамай-ярылмай. Бының сере нимәлә? Мәҫәлән, ҡул тирмәнен генә алайыҡ. Теләш ауылынан Раил Бәшәровтың һүҙҙәренә ҡарағанда, кәрәкле үлсәмдә йыуан ҡара төп ҡайын ағасын бысып алалар ҙа бер йылға янған тиҙәккә күмеп һалып ҡуялар. Ул ҡабығында бешегә, йәғни тығыҙ, ныҡ була. Кәрәкмәгән сөгөн һауытты, ҡаҙанмы-сүлмәкме, кәрәк тиклемен шулай уҡ бысып алалар ҙа онтап-ярғылап, бешеккән тирмәнгә ҡаҙаҡлайҙар. Өҫкө өлөшөнә бойҙай һалырға уйым эшләйҙәр, тотҡа, аҫҡы өлөшөнә шылып, ҡамасауламаһын өсөн унда бау бәйләйҙәр, шулай итеп, эш ҡоралы әҙер. Таш тирмән дә булған. Ике өлөшөн дә тешәп торғандар.
Ағас туҫтаҡтарҙы ҡайын ағасының ороһонан яһайҙар. Уны бысып алалар. Эсен үткер, осон көмрө аталғы менән соҡойҙар.
– Хәҙер ҙә яҙ ағастарҙа һут йүгерә башлағас та йүкәне бысып алып, ҡабығын һыҙырып, ҡырҡ көнгә таштар менән баҫтырып, тәрән һыуға һалалар, – ти Раил Бәшәров. Ваҡыты еткәс, һыуҙан алып киптерәләр. Унан инде ул дәфтәр бителәй ҡатланып үҙенән-үҙе һыҙырылып тора. Лайлаһы бөткәнсә йыуалар ҙа элеп киптерәләр. Бер ағас йүкәнән генә дүрт-биш йылға етерлек һалабашы сыға. Борон ҡарттар аңлатыуынса, йүкә ҡабығын хатта һыу ағыҙырға торба итеп тә ҡулланғандар. Шулай уҡ һалабашынан септә лә үреп, тирләгәндә янмаһын өсөн ат өҫтөнә лә ябалар. Ир-ат ике тын киндерҙе сиратып, ыҫмалалап, быйма ла табанлаған, бер тынын тегенергә лә ҡулланған.
Илленсе-алтмышынсы йылдарҙа ауыр ҡышты сығып, бесән ҡалҡһа, әсәйҙәр бер арба бесән сабып алып килерҙәр ине лә, унан ағыулы көпшә, сырмалсыҡ, атҡырһаҡты алып ташлап, ағас кәритәгә эҫе һыу ҡойоп бешекләйҙәр. Унан һуң һәр балаһын урындыҡҡа теҙеп һалып күпмелер ваҡытҡа үләнгә күмәләр, артабан һыуға ултырталар ҙа мамыҡ шәлгә урап йөрөтәләр. Моғайын, организмда ҡыш буйына йыйылған токсиндымы, һыуыҡтан барлыҡҡа килгән зарарлы матдәләрҙе сығарғандарҙыр, тип уйлайым.
Һыуыҡ ҡыштарын теше һыҙлап йонсотһа, бабайҙар ағас табаҡҡа кипкән тилебәрән һалып, өҫтөнә эҫе һыу ҡойоп, боҫона ауыҙын асып, толобона төрөнөп, һыҙлауын баҫыр ине. Күреүебеҙсә, ата-бабаларыбыҙ зарарлы матдә бүлеп сығарған тимер-алюмин һауыттар ҡулланмаған, хуш еҫле, экологик яҡтан таҙа тәбиғи ағас һауыт-һабаға өҫтөнлөк биргән
Хәҙерге заманда ла милли кәсепкә тотоноп донъя көткән ир-уҙамандар бар. Мәҫәлән, Әбйәлил районының Күсем ауылы оҫтаһы Иршат Ырыҫҡоловтың үҙ ҡулдары менән яһаған йыһаздарына һоҡланмаған кеше юҡ. Илле йәшлек оҫта яһаған йыһаздар завод-фабриканыҡынан нығыраҡ та, зауыҡлыраҡ та, һоҡланғыс та.
Баймаҡ районының Күгиҙел ауылында донъяға килгән егет Совет заманында Магнитогорск ҡалаһында мебель яһаусы-балта оҫтаһы һөнәрен үҙләштергән. Эшһеҙлектән әллә ҡайҙарға – ер ситенә китмәй, ә үҙенең ғаиләһе янында ҡала, оҫтаханаһында эшләй. Ҙур оҫтаханаһы заводтың цехын хәтерләтә. Эш ҡорамалдарын һатып алыуҙан башлай ул. Күңеленә ятҡан һөнәре өсөн аҡсаһын йәлләмәй. Уның тылсымлы ҡулдарында ҡарағас, имән, ҡарағай, ҡайын батман, көбө, биҙәкле тәҙрә ҡапҡастары, ултырғыс-бүкәндәр, кейем шкафтары, өҫтәлдәр, нағышлы гөл һауыттары, карауаттарға әүерелә. Күҙәтеүсән, иғтибарлы, тәбиғәттең һәр үҫемлек өлөшөнән матурлыҡ тапҡан, күңеле бай оҫта ғына ошолай семәрләй алалыр.
Йорт йыһаздары яһаусы, ағасты һырлап биҙәүсе оҫта – етештереүсе генә түгел, ижадсы ла. Үҫемлек уның ҡулдарында ҡышын да сәскә ата, япраҡ яра, ҡыҫҡаһы, фантазия эшкә егелә. Уның төп эш ҡоралы – алтын ҡулдары. Тирә-йүндәге ауыл халҡы уның таланты алдында баш эйә. Әбйәлил уҙаманы Иршат Ырыҫҡоловтың даны тирә-яҡҡа таралған. Хатта күрше Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһы Иван-Вознесенск ҡорамын төҙөүселәр ҙә уға мөрәжәғәт итә. Матур биҙәкле ишектәр эшләп биреүен һорайҙар. Кемдер ағастан яһалған форточкалы тәҙрә рамдарына, икенсе ҡатҡа алып менгән бормалы баҫҡысҡа, кемдер әкиәттәгеләй семәрле һандыҡҡа, кәнәфигә заказ бирә һәм оҫтаның эшенән һәр саҡ ҡәнәғәт ҡала.
Хаҡы ла үтә ҡыйбат түгел, етмәһә, зауыҡлы ла, бүлмәңде йәмләй, ағас әйбер күңелеңә йылы өрә, ҡыуандыра. Кәсебе тураһында һорашҡас: “Көҙ материалдарҙы әҙерләйем. Ҡышын сей ағастар кибә. Йылыла, әлбиттә, күләгәгә ҡуям”, – ти ул. Ауылдашым имән көбө һатып алған. “Имән Әбйәлилдә үҫмәй ҙә һуң”, тигәс: “Магнитогорск ҡалаһында курсташым мәрхүм булып ҡалды. Малайы таратып бөткән. Ҡалғанын алып ҡалдым”, – тип аңлатты.
Боронғо әйберҙәрҙә – ата-бабаларыбыҙҙың донъяны күҙаллауы, матурлыҡ хаҡында төшөнсәһе. Ниндәйҙер йылылыҡ бөрккән нурлы күҙле тылсым эйәһе Күсем ауылы кәсепсеһенең ҡулдары боронғолоҡ тамырҙарынан һут, дәрт-дарман ала. Бындай күңел байлығы уның булмышына ҡан менән күскәнме? Әлбиттә, уҡыу йортонда һөнәрселек серҙәренә өйрәнеү ҙә булышлыҡ иткәндер. Оҫтаның янында уң ҡанаты – тормош юлдашы Гүзәл һылыу өлгөргән әйберҙәренә матур буяуҙар һөртөп, әйберҙәргә генә түгел, тормоштарына йән-йәм өрә, ижадсыға илһам бирә. Йыл әйләнәһенә үҙҙәренең оҫтаханаһында үткәндәргә ҡағылышлы боронғолоҡто аңҡытҡан хазинаға тиң бит улар!
Ундайҙарға хаҡ ҡуйып буламы? Юҡтыр! Алтынға бәрәбәр кәсепселәр. Бөтә ир заты ла шул кимәлдә оҫта була алмай. Һәр төрлө үлсәмле ағастан соҡоп һәм һырлап яһалған эреле-ваҡлы көбөләр, туҫтаҡтарҙан боронғолоҡ һулышы һирпелә. Тәбиғәт материалы уларға буйһона, быуаттар буйы әҙәмдең тормошон йәмләп йәшәүен дауам итә, емештәрен бирә. “Ҡоро ағастың емеше булмаҫ”, – тиҙәр бит. Тамырҙарыбыҙ әллә нисә быуын оҫталарға барып тоташа. Әйтәйек, имән ағасынан яһалған өс биҙрә һыйышлы көбөнө генә алайыҡ. Ул өс өлөштән тора: һауыты, ҡапҡасы, бешкәге. Ҡапҡасын ике яҡлап асып-ябырға тотҡаһы бар, бешкәгенең йомро башы ауыр. Бешкес ҡапҡасты асмайынса бешер өсөн ҡулайлаштырылған. Иҫ китмәле! Әйтерһең дә, ейәне менән ете быуын олатаһы ошо зиннәтле һауыттан һоҫоп ҡымыҙ һемерәме ни?! Күсем оҫтаһының әйберҙәрен сит илдәргә күргәҙмәгә ебәреп, Башҡорт иленең кәсепселәрен шул рәүешле рекламаларға ла булалыр.











Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 23

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 19

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 20

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 21

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 22

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 28

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 26

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 25

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 24

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 37

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 22