Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Уйланғаның бармы, кеше?
Күптәр ҡабатларға яратҡанса, беҙ – социаль әҙәпһеҙҙәр быуыны. Йәш кеше – ул, тимәк, әҙәпһеҙлек тигән һүҙгә стереотип. Һәр дәүерҙең дә йәш кешеһе булған. Тик һәр кеше ул заманды үтһә лә, бигерәк тә оло быуын ни өсөн йәштәрҙе әҙәпһеҙ тип йөрөтә һуң?.. Тормошта ошо һорауҙар менән гел осрашырға тура килә. Хәйер, бөтә тормошобоҙ шуға бәйләнгән бит – йәш кешегә. Борсолоуҙарым да урынһыҙ түгел – үҙем йәш кеше...


Бынан ун бер йыл элек Өфөгә килеп йәшәй башлағас, үҙем һәм быуыным тураһында ныҡлап уйлана башланым. Уның нигеҙенә минең кешелеккә булған мөнәсәбәтем һалынғайны. Ҡала буйлап маршрут автобустарында, трамвайҙарҙа йөрөргә тура килә, тәбиғи, өлкән кешегә урын бирәһең. Ололар автобустарға ултырғанда төйөнсөктәрен күтәрешәһең, үҙҙәрен ҡултыҡлап индерешәһең. Һәм күрәһең, ә бит бүтәндәр ярҙам итә һалып бармай. Бер һин һәр ваҡыт тороп урын бирәһең. Әлбиттә, бөтөнләй юҡ тип әйтеп булмай, өлкәндәргә урын биргән бер нисә илтифатлыһы бар-барлығын. Ләкин бөгөн ундай кешеләр ҡаһармандарға тиң, сөнки улар әҙ.
Ә ни өсөн шулай булып китте һуң әле тип уйланғанығыҙ бармы, өлкән быуын? Совет осоронда тәрбиәләнгән өлкәндәр менән һөйләшеп ҡараһаң, уларҙың: “Беҙҙе яҡшы итеп тәрбиәләнеләр” тигәнен ишетәһең. Ә Совет иле бөткәс, демократия башланғас, нимә үҙгәрҙе һуң? Идеология, тиер күптәр. Уйлап ҡараһаң, ватансылыҡ, кешелек ҡиммәттәре, ғәҙеллек, намыҫ кеүек төшөнсәләр мәңгелек бит. Улар – һәр заманда ла үҙ көсөн, үҙ бәҫен юғалтмай торған төшөнсәләр. Миңә, йәш кеше булараҡ, ошо кескәй генә ваҡиғаның асылы аңлашылмай: Совет заманында кеше кешене, айырыуса оло кешеләрҙе хөрмәт иткән, маршрут автобустарында кеселәр ололарға урын биргән, ә бөгөн ни өсөн әҙәм бер-береһен хөрмәтләмәй һуң ул?
Мәҫәлән, бер көн маршрут автобусында ҡайтып барам. Бер туҡталышта оло ғына инәй автобусҡа инде. Ике ҡулында ауыр төйөнсөк, ҡартайыуы сәбәптер, саҡ-саҡ атлап йөрөй, хатта автобустың өҫкө һикәлтәһенә күтәрелә лә алманы. Мин автобустың салонында урта тәңгәлдә баҫып тора инем, алдараҡ тороусылар әбейҙең төйөнсөктәрен күтәрешер, үҙен етәкләп индерешер, урын бирер тип көттөм. Сикһеҙ аптырауға ҡалдым, бер кем дә әбейгә иғтибар итмәне. Ул арала автобус ҡуҙғалып китте. Әбей һикәлтәлә торған көйөнсә бер ҡулы менән төйөнсөктәренә, икенсеһе менән автобустың иҙәненә таянды.
Кешеләр иғтибар итер тип бер нисә секунд көткәндән һуң, түҙмәнем, бөтә салонға ишетерлек итеп: “Оло кешене күрәһегеҙ бит, урын бирһәгеҙсе, кешеләр?!” – тинем. Автобустың алғы өлөшөндә ултырған йәштәр ҙә, урта йәштәгеләр ҙә – береһе лә мине “ишетмәй” ине. Кемеһелер тышҡа ҡараны, кемеһелер ауыр эш көнөнән арыған, йәнәһе, күҙҙәрен йомдо. Ә йәш егет-ҡыҙҙарҙың күҙҙәре – телефонда, ҡолаҡтарында – ҡолаҡсын. Үтенесемде икенсегә ҡысҡырып ҡабатланым. Урта йәштәгеләр ауыҙ эсенән генә миңә ҡаршы нимәлер һөйләне, ризаһыҙлыҡтары йөҙҙәренә сыҡҡайны.
Мин тынысланманым, оло кеше ярҙамыңа мохтаж булғанда, эсендә йәне булмағандар ғына битараф ҡалалыр. Ә уйлап ҡараһаң бит, һәр кемебеҙҙең ҡәҙерле өләсәйе йәшендәге кеше. Тылда һуғыш осорон да кисергәндер ул, ҡасандыр сибек кенә, ә бөгөн инде автобустың иҙәненә таянып торған һырланып ҡатҡан ҡулдары менән әле беҙ йәшәп ятҡан тыныс күк йөҙөн фашистарҙың мылтығы аҫтынан тартып алғанда йәнен-тәнен аямағандыр, илгә икмәген дә үҫтереп биргәндер, Тыуған илебеҙҙе төҙөкләндерәм тип һуғышта ятып ҡалған ир-ат урынына завод-фабрикаларҙа ла бил бөккәндер; беҙҙең һәр беребеҙҙең был ергә тыуа алыуында мотлаҡ ошо инәй-бабайҙарыбыҙҙың өлөшө ҙур...
Мин торған урынымдан кешеләрҙе йыра-йыра алға үттем. Әбейҙең ҡултығынан алып, һикәлтәнән мендереп еткерҙем, иң алда ултырған урта йәштәрҙәге икәүгә талапсан итеп: “Урын бирегеҙ!” – тинем. Оятһыҙлыҡтары йөҙҙәренә сыҡҡан был ике ҡатындың күҙҙәренә ныҡ итеп ҡараным. Уларҙың һәр икеһендә кешелеклелек билдәһен тоторға тырыштым. Береһе һаман ауыҙ эсенән нимәлер мыңғырҙаны ла урамға ҡараны, икенсеһе ҡабаланып юл биштәрен соҡой башлаған булды. Йәнәһе, туҡталышы еткән, төшөргә лә ваҡыт. Үҙенең шулай кешеләр араһында аңлашылмаусанлыҡ тыуҙырғанына уңайһыҙланған әбекәй: “Ярай, эштән арып сыҡҡандарҙыр”, – тип ҡуйған булды. Мин эстән генә: “Эх, инәй, ә улар йәшендә һин арыныңмы ни, ғөмүмән, арырға хаҡың булдымы ни?” – тип әрнеп уйландым.
Әбейҙең һүҙҙәре етә ҡалды, башҡа кешеләр ҙә ризаһыҙлыҡ белдерә башланы. Мин, әйтерһең дә, уларҙың берәй ағзаларын ҡырҡып биреүҙәрен һорағанмын, ҙур ауырлыҡ менән үтенеп алдым был әбейгә урынды. Бик ныҡ әсендем замандаштарымдың йөрәкһеҙ булыуҙарына. Был хәлде, бәлки, гәзит битенә сығармай ҙа ҡалдырыр инем, ләкин кешеләрҙе торғоҙоп урындарына ултырған әбейҙең һырҙар менән сыбарланған йөҙөнән аҡҡан күҙ йәше мине кешелеккә мөрәжәғәт итергә мәжбүр ҡылды.
Кешеләр, ошо инәй урынына һәр кемегеҙ өләсәйҙәрегеҙҙе һәм әсәйҙәрегеҙҙе ҡуйып ҡарағыҙсы. Уларға ла шулай урын бирмәнеләр икән, ти... Ә үҙебеҙ телекүрһәткестәрҙән, радиоларҙан кешелектең юғары аңдары йәһәтенән сығып хәбәр һөйләйбеҙ, бөтә республикабыҙҙы алға һөйрәүсе ҡала интеллигенцияһын күктәргә күтәреп маҡтайбыҙ, бөгөнгө заманда ла кешелек ҡиммәттәрен, туғанлыҡ ептәрен һаҡлап ҡалыу маҡсатында мәктәптәрҙә балалар өсөн проекттар, асыҡ дәрестәр эшләйбеҙ... Ә бит ҡеүәтле илебеҙҙең аң кимәле юғарылығын күрһәтеү өсөн, ошо үрҙә һынап үткәндәрем урынына һәр кемебеҙҙең ысын тормоштағы бер-береһенә булған ихтирамы, кескәй генә ярҙамы ла етә бит...





Автор: Таңсулпан РӘСҮЛ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә