Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бурысым бар. Таныҡлыҡты тартып алмаҫтармы?
– Улымдың беренсе никахтан тыуған балаһына алимент буйынса бурысы бар. Хәҙер уны водитель таныҡлығынан мәхрүм итеүҙәре ихтимал. Ул саҡта ғаиләһе бөтөнләй аҡсаһыҙ ҡаласаҡ, сөнки улым таксист. Нимә эшләргә?

Әлиә И.

Салауат ҡалаһы.

Был һорауға Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡор­тостан идаралығы етәксеһе урынбаҫары, республиканың баш суд приставы урынбаҫары Руслан Шерстнев яуап бирә:

– Был мәжбүри сара автомобилгә, тракторға йәки башҡа төрлө ауыл хужалығы техникаһына идара итеү йәһәтенән махсус хоҡуҡты ваҡытлыса сикләү тип атала. Әммә был сараны ҡулланыуҙа ла ҡайһы бер айырым осраҡтар бар. Улығыҙҙың хеҙмәт эшмәкәрлеге ошо хоҡуҡтан файҙаланыуға туранан-тура бәйле, шуға күрә сикләүҙәр булмаясаҡ. Ләкин бер шарт бар: улығыҙ эшкә рәсми урынлашҡан булырға тейеш.
Водитель хоҡуғынан ваҡытлыса сикләү сараһы тағы ла бер нисә осраҡта ҡулланылмай. Уларҙың тәүгеһе – бурыслы ғаиләһе менән район үҙәгенән йәки ҡаланан ситтә, мәҫәлән, йәмәғәт транспорты, аҙыҡ-түлек магазины булмаған төпкөл ауылда йәшәһә. Икенсеһе – бурыслы кеше үҙе йәки уның ҡарамағында бүтән инвалид булһа һәм транспорт сараһы уға йөрөү өсөн кәрәкһә. Өсөнсөһө – бурыслы кешегә суд ҡарарын үтәүҙең срогы кисектерелһә.
Алимент, һаулыҡҡа, мөлкәткә килтерелгән йәки әхлаҡи зыянды ҡаплау, бала тәрбиәләү, шулай уҡ ЮХХДИ штрафтары буйынса бурыслы булған кешеләр башҡа осраҡтарҙа махсус хоҡуҡтан ваҡытлыса файҙалана алмаясаҡ (бурыстың күләме 10 мең һумдан артһа).
Әгәр инде хоҡуғы сикләнгән водитель рулгә ултырһа, уның административ яуаплылыҡҡа тарттырылыуы, бер йылға тиклем водитель хоҡуғынан мәхрүм ителеүе, мотлаҡ эшкә ылыҡтырылыуы ихтимал.
Приставтың махсус хоҡуҡты сикләү тураһында ҡарары бурысты түләгәс тә ғәмәлдән сығарылыуы ихтимал. Ә бына мировой судьяның транспортҡа идара итеү хоҡуғынан мәхрүм итеү тураһындағы ҡарары унда билдәләнгән ваҡыт үткәнгә тиклем ғәмәлдә ҡала.
“Был сара мине урап үтер әле” тигән принцип буйынса йәшәгәндәргә һаҡ булырға кәңәш итәбеҙ. Суд приставтары һәм ЮХХДИ инспектор­ҙары ошо йүнәлештәге эшмәкәр­лекте берләштерҙе. “Юл приставы” һәм “Бурыслы” кеүек рейдтар даими үткәрелә, ведомство-ара электрон документтар әйләнеше ойошторолдо. Әйткәндәй, хоҡуҡты сикләү янаған бурыслылар араһында күпселекте алиментсылар һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусылар тәшкил итә. Быйыл ете ай эсендә генә административ штрафтар буйынса – 1,5 меңдән ашыу, алимент буйынса 2,5 мең кешенең махсус хоҡуғы сикләнгән.
Был осорҙа 5 мең кешенең 700 миллион һумдан ашыу бурысы булыуы асыҡланған. Улар араһында күпселекте алиментсылар тәшкил итә. Балаларын ҡарауҙан баш тартҡандарҙың бурысы 500 миллион һумдан ашып киткән.








Автор: Л. ДӘҮЛИЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә