Бурысым бар. Таныҡлыҡты тартып алмаҫтармы?16.08.2016
– Улымдың беренсе никахтан тыуған балаһына алимент буйынса бурысы бар. Хәҙер уны водитель таныҡлығынан мәхрүм итеүҙәре ихтимал. Ул саҡта ғаиләһе бөтөнләй аҡсаһыҙ ҡаласаҡ, сөнки улым таксист. Нимә эшләргә?
Әлиә И.
Салауат ҡалаһы.
Был һорауға Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе урынбаҫары, республиканың баш суд приставы урынбаҫары Руслан Шерстнев яуап бирә:
– Был мәжбүри сара автомобилгә, тракторға йәки башҡа төрлө ауыл хужалығы техникаһына идара итеү йәһәтенән махсус хоҡуҡты ваҡытлыса сикләү тип атала. Әммә был сараны ҡулланыуҙа ла ҡайһы бер айырым осраҡтар бар. Улығыҙҙың хеҙмәт эшмәкәрлеге ошо хоҡуҡтан файҙаланыуға туранан-тура бәйле, шуға күрә сикләүҙәр булмаясаҡ. Ләкин бер шарт бар: улығыҙ эшкә рәсми урынлашҡан булырға тейеш.
Водитель хоҡуғынан ваҡытлыса сикләү сараһы тағы ла бер нисә осраҡта ҡулланылмай. Уларҙың тәүгеһе – бурыслы ғаиләһе менән район үҙәгенән йәки ҡаланан ситтә, мәҫәлән, йәмәғәт транспорты, аҙыҡ-түлек магазины булмаған төпкөл ауылда йәшәһә. Икенсеһе – бурыслы кеше үҙе йәки уның ҡарамағында бүтән инвалид булһа һәм транспорт сараһы уға йөрөү өсөн кәрәкһә. Өсөнсөһө – бурыслы кешегә суд ҡарарын үтәүҙең срогы кисектерелһә.
Алимент, һаулыҡҡа, мөлкәткә килтерелгән йәки әхлаҡи зыянды ҡаплау, бала тәрбиәләү, шулай уҡ ЮХХДИ штрафтары буйынса бурыслы булған кешеләр башҡа осраҡтарҙа махсус хоҡуҡтан ваҡытлыса файҙалана алмаясаҡ (бурыстың күләме 10 мең һумдан артһа).
Әгәр инде хоҡуғы сикләнгән водитель рулгә ултырһа, уның административ яуаплылыҡҡа тарттырылыуы, бер йылға тиклем водитель хоҡуғынан мәхрүм ителеүе, мотлаҡ эшкә ылыҡтырылыуы ихтимал.
Приставтың махсус хоҡуҡты сикләү тураһында ҡарары бурысты түләгәс тә ғәмәлдән сығарылыуы ихтимал. Ә бына мировой судьяның транспортҡа идара итеү хоҡуғынан мәхрүм итеү тураһындағы ҡарары унда билдәләнгән ваҡыт үткәнгә тиклем ғәмәлдә ҡала.
“Был сара мине урап үтер әле” тигән принцип буйынса йәшәгәндәргә һаҡ булырға кәңәш итәбеҙ. Суд приставтары һәм ЮХХДИ инспекторҙары ошо йүнәлештәге эшмәкәрлекте берләштерҙе. “Юл приставы” һәм “Бурыслы” кеүек рейдтар даими үткәрелә, ведомство-ара электрон документтар әйләнеше ойошторолдо. Әйткәндәй, хоҡуҡты сикләү янаған бурыслылар араһында күпселекте алиментсылар һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусылар тәшкил итә. Быйыл ете ай эсендә генә административ штрафтар буйынса – 1,5 меңдән ашыу, алимент буйынса 2,5 мең кешенең махсус хоҡуғы сикләнгән.
Был осорҙа 5 мең кешенең 700 миллион һумдан ашыу бурысы булыуы асыҡланған. Улар араһында күпселекте алиментсылар тәшкил итә. Балаларын ҡарауҙан баш тартҡандарҙың бурысы 500 миллион һумдан ашып киткән.