Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Киноға төшкән ағай
Киноға төшкән ағай Ауылдаштарым араһында үҙенең ябайлығы, ярҙамсыллығы, кешелеклеге менән айырылып торған Рауил ағай Мөхәмәтйәновты айырыуса яҡын күрәм. Мин белгәндән уның бер ваҡытта ла кеше араһында маһайғаны йәки берәйһенә тауыш күтәргәне юҡ. Бары үҙенең һөйөклө ҡатыны Миңйыһан еңгәй менән мал, ҡош-ҡорт тотоп, баҡса тулы гөл-сәскә үҫтереп, булғанына шөкөр итеп йәшәй бирә.

Рауил Мөхәмәтйәнов 1941 йылда Учалы районының Өргөн ауылында тыуа. Атаһы Мозафар менән әсәһе Ғәзизә ике ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләп үстерә. Рауил мәктәпте тамамлағас, “Совет” колхозына эшкә төшә, ә 1961 йылдың көҙөндә хәрби хеҙмәткә алына. Төркмәнстандың Кушка ҡалаһында урынлашҡан артиллерия полкында башлай ул хеҙмәтен. 1962 йылда частары тарҡатылып, уны Карпат аръяғына – Көнбайыш Украинаның Мукачево ҡалаһына ебәрәләр һәм кино төшөрөүҙә ҡатнашыу өсөн “Мосфильм” киностудияһына беркетәләр.
Һалдаттар унда “Һуғыш һәм солох”, “Яңғыҙлыҡ” һәм башҡа төрлө фильмдарҙа күмәк күренештәрҙә ҡатнаша. Ошо мәлдәрҙә Рауил ағай билдәле актерҙар Тихонов һәм Глебов менән таныша. Һалдаттар ҡәҙимге ваҡытта үҙ бурыстарын үтәй – сәйәси уҡыуҙарға, ҡарауылға йөрөй, автоматтан атырға өйрәнә. Ә кино төшөргән ваҡыттарҙа аттарға атлана. Унан алда иһә уларға грим һалалар, биттәренә һаҡал-мыйыҡ йәбештерәләр. Яндырыу, шартлатыу өлөштәрендә күберәген кеше, ат ҡарасҡыларын, йорт-һарай макеттарын ҡулланалар. Ә бына атта сабып барғанда ҡолап киткән мәлдәрҙе каскадерҙар башҡара.
1963 йылда Смоленск өлкәһенең Дорогобуж ҡалаһы эргәһендә Бородино һуғышы күренештәрен төшөрөүҙә ҡатнаша. Ошо фильмда төшкәндә Рауил ағайға бер нисә тапҡыр Мәскәүҙәге Новодевичье монастырында ла булырға тура килә.
Өс йыл хеҙмәттән һуң егет, тыуған ауылына ҡайтып, Рудник ҡасабаһындағы шоферҙар курсына уҡырға инә. Колхоздың һөт ташыу машинаһында эшләй. Ошо йылда ул үҙенең райондашы, Дыуан ауыл хужалығы техникумын тамамлап, зоотехник булып “Совет” колхозына эшкә ебәрелгән Миңйыһан Насирова менән таныша. Йәштәр бер-береһенә ғашиҡ була, ғаилә ҡора. Икәүләп өс бала тәрбиәләп үҫтерә. Алла бирһә, 2017 йылда Мөхәмәт­йәновтар бергә йәшәүҙәренең 50 йыллығын билдәлә­йәсәк. Улар әле хаҡлы ялда, икеһе лә хеҙмәт ветераны.
“Йәмәғәтем ауырып, операция үткәрһә лә, бирешмәйенсә тырышып-тырмашып донъя көтә”, – ти Миңйыһан еңгә. Ошо ябай ғына, киң күңелле ауылдаштарымды күргән һайын күңелем күтәрелеп китә. Күрәһең, “ябайлыҡта – бөйөклөк” тигәндәре ошолор.





Автор: Рамай ҠАҺИР.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә